Порхов
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Порхов — (1239 йылдан[2]) Рәсәйҙәге ҡала, Псков өлкәһе Порхов районының административ үҙәге. Ҡала сиктәрендә ҡала статусы менән Порхов муниципаль берәмеген булдыра.
Порхов | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1239 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Порховский район[d] һәм Порховский уезд[d] |
Административ-территориаль берәмек | Порховский район[d] |
Халыҡ һаны | 7309 кеше (2021)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 55 метр |
Почта индексы | 182620 |
Рәсми сайт | porhov.h10.ru |
Урындағы телефон коды | 81134 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Порхове[d] |
Порхов Викимилектә |
Халҡы — 8347 кеше (2020)
Ҡала Шелонь уйһыулығында, Шелонь йылғаһы буйында (Илмән күле бассейны), шул уҡ исемле тимер юлы станцияһынан 3 км алыҫлыҡта һәм Псковтан көнсығышҡа ҡарай 88 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Порховтан көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта бальнеологик курорт Хилово урынлашҡан[3].
Ҡала исеменең килеп сығыуын төрлөсә аңлаталар. Ҡайһы бер авторҙар боронғо урыҫ порхъ һүҙенән (шартлатҡыс матдә «порох» мәғәнәһендә түгел, Рустә әле уны белмәгәндәр, ә мәғәнәһе «пыль, прах» ( «саң, кәүҙә») мәғәнәһендә[4]. Был фаразды риүәйәт тә ҡеүәтләй, уға ярашлы, Новгород кенәзе Александр Ярославич ҡәлғә төҙөү өсөн Шелонь ярында эзбизташ туҙаны баҫҡан урынды һайлай[5].
Башҡа авторҙар, порхов (йәки парох) һүҙе шулай уҡ «аҡ таш» (йәки ҡала ситендә сығарылған эзбизташ) мәғәнәһенә эйә тип иҫәпләй[6]. Ҡаланың атамаһы шәхси Порх исеменә эйәлек сифатының -ов урыҫ ялғауын ҡушыу юлы менән яһалған тигән фараз да бар[7].
Порхов ҡалаһына ҡәлғә булараҡ 1239 йылда нигеҙ һалына[8]. Ҡалаға Новгород кенәзе Александр Ярославич, һуңынан кенәз Александр Невский тип атала. Шелонь йылғаһында ҡәлғәләр системаһын булдырыу барышында, Новгородты көньяҡ-көнбайыш яҡтан баҫып алыуҙарҙан һаҡлау өсөн нигеҙ һала[7][9]: «князь Александр с новгородци сруби городци на Шелоне»[10].
Порхов тураһында 1346 йылда тәүге тапҡыр телгә алына[11]. Был ағас ҡәлғә Литва кенәзе Ольгерд ғәскәренең ҡамауына бирешмәй, уларҙың Новгород еренә һөжүм итеүе бик ҡыйбатҡа төшә: «много… людии погыбло и конев…»[12][13].
1387 йылда Новгород кешеләре Иван Федорович һәм Фатиан Есифович яңы таш ҡәлғәнең стеналарын һәм башняларын төҙөй. 1428 йылда Литва кенәзе Витовт Новгород еренә поход ойоштора һәм һигеҙ көн Порховты ҡамай, ҡамау барышында артиллерия ҡуллана. Ҡала халҡы кенәзгә 5000 һум түләргә вәғәҙә иткәс кенә (Витовт Порховҡа тыныслыҡ килешеүе төҙөү өсөн архиепископ Евфимий башлығында килгән Новгород илселәренән тағы 5000 һум ала) ул ҡамауҙы туҡтата. Ҡамау барышында ныҡ зыян күргән Порхов ҡәлғәһе, 1430 йылда реконструкциялана[14][13][15].
1478 йылға тиклем Порхов ҡәлғәһе Новгород республикаһы составында ҡала һәм Бөйөк Литва кенәзлеге сигендә мөһим стратегик пункт булып хеҙмәт итә. 1478 йылда Новгород республикаһы территорияһы Мәскәү бөйөк кенәзлегенә ҡушылғандан һуң Порхов Рус дәүләтенең 12 мөһим ҡәлғәләренең береһе һанала; ошо осорҙа ҡәлғә ситтәрендә посадтар барлыҡҡа килә[14][7]
1609 йылда, Буталсыҡ заманда, Порхов халҡы Тушинолағы ялған исемдә йөрөүсе Ялған Дмитрий II хеҙмәт итергә ант итәләр. Ялған Дмитрий II менән көрәшкә батша Василий IV Шуйский 23 февралдә швед короле Карл IX менән Выборг килешеүе төҙөй, был килешеүгә ярашлы Рәсәйгә швед хәрби ярҙамы күҙ уңында тотола, шунан һуң Новгородҡа Якоб Делагарди һәм Эверт Горн етәкселегендә швед ярҙамсы корпусы килә, ул рус ғәскәрҙәре менән берлектә кенәз М.В.Сколин-Шуйский етәкселегендә Ялған Дмитрий II яҡлыларға ҡаршы көрәшкә инә[16]. 1609 йылдың 15 (25) апрелендә Торопец янындағы һуғышта Фёдор Чулков һәм Эверт Горн етәкселегендәге рус-швед отряды Ялған Дмитрий II яҡлы эш иткән ротмистр Ян Кернозицкий етәкселегендәге поляк гусарҙарын тар-мар итә, шунан һуң союздаштар Василий Шуйскийға халҡы ант иткән Торопецты, Порховты һәм Ореховты азат итә[17]
Әммә 1610 йылдың 17 (27) июлендә Василий Шуйский ҡолатылғандан һуң Делагарди яңы Мәскәү власын танымай һәм 1611 йылдың 16 (26) июлендә Новгородты баҫып ала. Шунан һуң 1611 йылдың август-сентябрендә Я. Делагардиҙың һәм кенәз И.Н.Одоевскийҙың Новгород хөкүмәте власын Иҫке Русса, Порхов, Ладога һәм Тихвин монастыры таный[18].
Столбово килешеүе буйынса Порхов Рус дәүләтенә кире ҡайтарыла.
1708 йылдың 18 (29) декабрендә Пётр I үҙенең указы менән Рәсәйҙе 8 губернаға бүлә, өҫтәүенә Порхов Ингерманланд губернаһына индерелә (1710 йылда Санк-Петербург тип үҙгәртелә). Батшаның 1790 йылдың 29 (9) июлендәге яңы указы губерналарҙы провинцияларға бүлеүҙе индерә, һәм Порхов Санкт-Петербург губернаһының Новгород провиницяһына инә, ә 1727 йылдың 29 апрелендә (10 май) Екатерина I указы буйынса ошо провинция менән бергә яңы барлыҡҡа килгән Новгород губернаһына индерелә[19][20].
1773 йылдың 21 мартында (1 апрелендә) Новгород губернаһының Порхов ҡалаһына Шелонь пятинаһының бер нисә административ-территориаль берәмеге инә, һөҙөмтәлә ул өйәҙ ҡалаһы — Порхов өйәҙе үҙәге булып китә (1777 йылда рәсми рәүештә ошо статусҡа раҫлана)[8])[21].
1776 йылдың 24 авгусында (4 сентябрендә) Екатерина II «Полоцк һәм Псков губерналарын асыу тураһында» указына ярашлы Псков губернаһы (17712 йылдың 23 октябрендә (3 ноябрендә барлыҡҡа килә) үҙгәртелә: уның составынан Полоцк губернаһы айырылып сыға, уның ҡарауы, уға элек Новгород губернаһындағы Порхов һәм Гдов өйәҙҙәре инә. 1777—1796 йылдарҙа Псков губернаһы урынында аҙаҡ губерна итеп үҙгәртелгән Псков наместниклығы була[20].
1783 йылда Екатерина II әмере буйынса Троица соборы төҙөлә, уға батшабикә 7000 һум аҡса иғәнә итә. Автор проекты яҡынса Псков губернаһы архитекторы Иван Парфентьев тора. 1809 йылда Троица менән йәнәшә Благовещен соборы төҙөлә. Ғибәҙәттәрҙе сиратлап ике собор ҙа үтәй (ярты йыллыҡтар буйынса)[22].
1843 йылда Порховта ҡала йәмәғәте банкы асыла, ул коммерция советнигы В. Г. Жуковҡа ҡарай. Уның асылыуы ваҡытында Жуков ғибәҙәтхана төҙөү өсөн 10 мең аҡса иғәнә итә, унда махсус бүленгән йортта аҙ керемле өлкән йәштәге кешеләр йәшәргә тейеш була; ғибәҙәтхана банк килеме иҫәбенә тотола[23].
1873 йылдың 1 (13) майында Порховта Ирекле янғын йәмғиәте ойошторола[24].
1897 йылда Псков — Бологое тимер юлы асыла, уның төҙөлөшө барышында Шелонь йылғаһы аша тимер юлы күпере төҙөлә[6]
1905 йылдың 27 ноябрендә (10 декабрендә) Шелонь йылғаһы аша Тимер юлы тантаналы асыла[6]
XX быуат башында 5 башланғыс уҡыу йорто, була: кесе халыҡ уҡыу йорто 1790 йылда[25]) өйәҙ ике синыфлы (1814), өйәҙ 2с синыфлы (1832), ҡала ике синыфлы (1900) һәм ҡала дүрт синыфлы (1907) училищелар асыла; 1912 йылда улар барыһы ла юғары башланғыс училище тип үҙгәртелә. Унан тыш, ҡалала шулай уҡ мәхәллә училищеһы (1814 йылда асыла[26]), өйәҙ дини училищеһы (1835 йылда асыла[27]) һәм ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы (1906 йылда асыла[28]). 1912 йылда Порховта реаль училище — сәнәғәтсе В.П. Ардамацкий аҡсаһына махсус урта уҡыу йорто асыла[29].
Беренсе донъя һуғышы йылдарында Порховта рус армияһының яралы һалдаттары һәм офицерҙары өсөн бер нисә госпиталь ойошторола[29].
Граждандар һуғышы йылдарында Порхов мотлаҡ Ҡыҙыл армия ҡулында була. Әммә 1919 йылдың 25 майында ҡала өсөн киҫкен хәл тыуа, Псковты генерал-майор П.А.Родзянконың Төньяҡ корпусы көстәре алғандан һуң Ҡыҙыл Армия частары Порхов һәм Утрау яғына күсенә. 10 июндә Порхов өйәҙе ҡамауҙа була; Порхов оборонаһын ойоштороуҙы 10-сы уҡсылар дивизияһының хәрби комиссары Я.Ф. Фабрициус етәкләй. Июль аҙағында — август башында полковник С.Н. Булак-Балахович частары ҡаланан инде 6-7 саҡрым алыҫлыҡта була; Балахович Порховҡа һөжүм итергә тырышып ҡарай, ләкин уңышһыҙлыҡҡа тарый. Порхов янында алыштарҙа уның көстәре сигенергә мәжбүр була, август аҙағында инде Порхов өйәҙенең бөтә территорияһы ҡыҙылармеецтар ҡулында була[30].
ВЦИК Президиумының 1927 йылдың 1 авгусындағы ҡарары менән СССР-ҙа административ-территориаль реформа сиктәрендә губерналарға һәм өйәҙҙәргә бүлеү юҡҡа сығарыла, ә Порхов Ленинград өлкәһенең Псков округы составына индерелә, яңы барлыҡҡа килгән Порхов районының административ үҙәге була[20][31].
1940 йылдың июнендә Порховта 3-сө танк дивизияһы ойошторола.
1941 йылдың 11 июлендә ҡаланы немец-фашист ғәскәрҙәре оккупациялай[32][33]. Үҙәк майҙанда оккупанттар дар ағасы ҡуя һәм унда халыҡты көсләп яза ҡарарға ҡыуа[34].
1943 йылдың 13 ноябрендә ҡаланың кино залында партизан К.А. Чехович шартлау ойоштора, һөҙөмтәлә 750 немец һалдаты генерал һәм офицерҙары һәләк була[35][36].
Порхов немец-фашист оккупанттарынан 1944 йылдың 26 февралендә Ленинград-Новгород операцияһы барышында Ленинград фронты 54-се армияһының 198-се, 285-се һәм 288-се дивизиялары азат итә[32][33].
1944 йылдың 23 авгусында Порхов һәм Порхов районы Псков өлкәһе составына индерелә[31].
Ҡала ере булараҡ муниципаль берәмектең статусы һәм сиктәре Псков өлкәһенең 2005 йылдың 28 февралендәге «Псков өлкәһе территорияһында яңы төҙөлә торған муниципаль берәмектәрҙең сиктәрен билдәләү һәм уларҙың статусы тураһында» 420-ОЗ номерлы Законы менән билдәләнгән[37]
2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 961 Рәсәй Федерацияһының 1112[38] ҡалаһы араһында [39] 375-се урында була
2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1115 ҡалаһы араһында 983-сө урында тора
Порховта бер нисә сәнәғәт предприятиеһы эшләй[6]:
Порховта, башҡа ҙур ҡалаларҙан айырмалы рәүештә, бер нисә православие сиркәүе һаҡланған[22]:
Беҙҙең көндәргә тиклем килеп емәгән[22]>:
2011 йылдың декабрендә емерелгән соборҙар иҫтәлегенә сүкелгән сиркәү изгеләндерелә[40].
Ҡала транспорты 2 автобус маршрутынан ғибәрәт:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.