Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Плотников Дмитрий Павлович (2 август 1918 йыл — 4 сентябрь 2012 йыл) — СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. Шэньян (Мукден) (1945) ҡалаһының хәрби коменданты, Коми АССР-ының (1960—1966) һәм Ҡурған өлкәһенең (1966—1973) хәрби комиссары; гвардия полковнигы (1955). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996).
Плотников Дмитрий Павлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 2 август 1918 |
Тыуған урыны | Үрге Әүжән ауылы, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Q130300492? |
Вафат булған көнө | 4 сентябрь 2012 (94 йәш) |
Вафат булған урыны | Пермь, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Кладбище Кислотные дачи[d] |
Һөнәр төрө | офицер |
Уҡыу йорто | Ленинградская высшая офицерская бронетанковая школа[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | полковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы һәм Совет-япон һуғышы[d] |
Ғәскәр төрө | танк ғәскәрҙәре[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Дмитрий Павлович Плотников 1918 йылдың 2 авгусында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Әүжән-Петровский улусы Үрге Әүжән-Петровский заводы ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районы Үрге Әүжән ауыл советы Үрге Әүжән ауылы) тыуа. Территория аҡ гвардия Ырымбур казак кругы ((атаман А. И. Дутов) контролендә була.
Атаһы — ҡыҙылгвардеец Плотников Павел Сергеевич, Граждандар һуғышында ҡатнаша. Әсәһе — Варвара Васильевна, хужабикә. Ғаиләлә ете бала була.
Граждандар һуғышынан һуң Плотниковтар Һүрән ҡасабаһында һуң күсеп килә. Атаһы урмансы вазифаһын ала. Дмитрий ауыл 1-2 класты уҡыусыһы Егәҙе ауылында уҡый.
1928 йылда ғаилә Тукан ҡасабаһына күсә. Дмитрий мәктәптә белем ала, әммә тиҙҙән уҡытыу йыл ярымға туҡтатыла һәм атаһы малайҙы Майгашлы электр станцияһы төҙөлөшөнә слесарь ярҙамсыһы итеп урынлаштыра. 1932 йылдың сентябренән уҡыуҙар дауам ителә — мәктәп өсөн барак тибындағы бина һаййлана. Уҡыуҙан тыш Дмитрий саңғы, гимнастика түңәрәгендә шөғөлләнә, ГТО нормалары тапшыра, яҡшы ата, ял көндәре һунарға йөрөй.
1935 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлап, Свердловск машиналар төҙөү техникумына уҡырға инә, ә 1939 йылдың июнендә, уҡыуын тамамлағас — Урал ауыр машиналар эшләү заводынаконструктор бүлегенә йүнәлтелә.
1939 йылдың сентябренән Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында.
Свердловск район хәрби комиссариаты тарафынан Ленинград хәрби танк-техник училищеһына ебәрелә. 1941 йылдың 1 майында лейтенант званиеһы бирелә. Шул уҡ айҙа училище тамамлай һәм Киев Махсус хәрби округына 26-сы армияның 8-се механизацияланған корпусының 34-се танк дивизияһы 34-се разведка батальонына БА-10 бронемашиналар взводы командиры итеп ебәрелә.
1941 йылдың 22 июне кисендә лейтенант Д. П. Плотников, разведчиктарҙы Львов яғына ташлағас, беренсе алышҡа инә[1].
Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуы:
1941 йылдың ноябренән — Көньяҡ-көнбайыш фронттың 7-се айырым танк бригадаһы 7-се танк полкының ротаһы командиры урынбаҫары.
1941 йылдың 16 декабренән — 21-се армияның 21-се айырым мотоуҡсылар полкының 38-се мотоуҡсылар полкы взводы командиры.
1942 йылдың 18 февраленән 1942 йылдың 18 июленә тиклем хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, еңелсә яралана. 1942 йылдың 14 майынан 1-се айырым мотоуҡсылар бригадаһының 38-се мотоуҡсылар полкының танкыларҙы юҡ итеү ротаһы командиры урынбаҫары. 1942 йылдың 24 майында өлкән лейтенант хәрби званиеһы бирелә.
1942 йылдың 7 авгусынан 18 авгусына тииклем Сталинград фронтының 182-се танки бригадаһы танк ротаһы командиры вазифаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, танк батальоны командиры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә.
1942 йылдың 5 ноябрендә капитан званиеһы бирелә.1942 йылдың 17 ноябрендә 2-се мотоуҡсылар бригадаһы штаб начальнигының разведка буйынса ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.
1943 йылдың 25 авгусынан 12 октябргә тиклем хәрби хәрәкәттәрҙә Көнбайыш фронтының 5-се механизацияланған корпусы 2-се механизацияланған бригадаһы штабы начальнигының разведка буйынса урынбаҫары вазифаһында ҡатнаша.
1944 йылдың 14 ғинуарынан 18 авгусҡа тиклем хәрби хәрәкәттәрҙә 5-се механизацияланған корпустың 2-се механизацияланған бригадаһы штабы начальнигының разведка буйынса урынбаҫары вазифаһында ҡатнаша. Плотников бер төркөм яугир менән 1944 йылдың 20 мартына ҡараған төндә балыҡсыларҙың бәләкәй генә кәмәһен табып, Винница өлкәһенең Могилев-Подольский ҡалаһы районыныда Днестрҙы аша сыға. Был төркөм немецтарҙың ҡалҡыулыҡта биләгән позицияһын ала һәм унда мотоуҡсылар батальоны килгәнсе тотоп тора. Был батырлығы өсөн капитан Д. П. Плотников Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә. 1996 йылдың 2 майында Рәсәй Президентының 619-сы Указы менән «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелә.
1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
1944 йылдың 20 авгусында 6-сы танк армияһының 9-сы гвардия механизацияланған корпусы 64-се мотоциклет батальонына командир итеп тәғәйенләнә. Румынияла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 1944 йылдың 6 сентябрендә майор хәрби дәрәжәһе бирелә. Венгрияла, Австрияла, Чехословакияла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Австрия һәм Венгрия территорияһындағы һуғыштар өсөн батальон II дәрәжә Кутузов ордены менән бүләкләнә. Австрия-Венгрия дәүләт сигенберенселәрҙән булып үткән өсөн батальонға Юғары Баш командующийҙың рәхмәте белдерелә. Һуғыш тамамланыуын Брежница (Чехословакия) ҡалаһында ҡаршы ала. Пльзень ҡалаһынан йыраҡ түгел батальон Америка ғәскәрҙәренең алдынғы отряды менән ҡушыла.
Германия тар-мар ителгәндән һуң Д. П. Плотников батальоны 6-сы гвардия танк армияһы составында Байкал аръяғы фронтына ташлана һәм совет-япон һуғышында ҡатнаша.
1945 йылдың 9 авгусынан 3 сентябренә тиклем алып 6-сы гвардия танк армияһы 9-сы Гвардия механизацияланған корпусының 14-се айырым гвардия мотоциклет батальоны командиры вазифаһында һуғыша.
Д. П. Плотников Шэньян (Мукден) ҡалаһының беренсе хәрби коменданты була.
1948 йылға тиклем Байкал аръяғы хәрби округында үҙ батальоны менән командалыҡ итә. 1949 йылда В. М. Молотов исемендәге Ленин орденлы Ҡыҙыл Байраҡлы офицерҙарҙың бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре юғары мәктәбен тамамлағандан һуң, ҡабаттан үҙ батальоны менән командалыҡ итә башлай.
1951 йылдың ноябренән — Байкал аръяғы хәрби округының 6-сы гвардия механизацияланған армияһының 5-се гвардия танк дивизияһы 206-сы танк полкы командиры урынбаҫары.
1954 йылдан 6-сы гвардия танк армияһының 5-се гвардия Сталинград-Киев танк дивизияһы 22-се гвардия танк полкы командиры.1955 йылдың мартында полковник дәрәжәһе бирелә.
1957 йылдың апреленән —122-се гвардия мотоуҡсылар дивизияһы 76-сы гвардия мотоуҡсылар полкы командиры, октябрҙән — Урал хәрби округы 65-се мотоуҡсылар дивизияһының 443-сө мотоуҡсылар полкы командиры (гКөңгөрҡалаһы).
1958 йылдың авгусынан — 65-се мотоуҡсылар дивизияһы командиры урынбаҫары, 1959 йылдың авгусынан — 78-се мотоуҡсылар дивизияһы командиры урынбаҫары (Сыбаркүл ҡалаһы).
1960 йылдың декабренән — Коми АССР-ының хәрби комиссары, 1966 йылдың февраленән — Ҡурған өлкәһе хәрби комиссары. 1973 йылдың апреленән запаста. Ҡурған өлкә хеҙмәтсәндәр депутаттары советы депутаты итеп һайлана[2].
Хәрби хеҙмәттән һуң Д. П. Плотников Курған өлкә башҡарма комитеты гаражы мөдире булып эшләй. 1974 йылдан 14 йыл дауамында «Курганавтодор» автоюлдар төҙөлөшө һәм эксплуатацияһының Ҡурған идаралығында граждандар оборонаһы инженеры була.
1988 йылда пенсияға сыға. Шул уҡ йылдың июлендә Пермь ҡалаһына күсә. Йәмәғәт эше менән әүҙем шөғөлләнә, Пермь өлкәһенең һуғыш ветерандары комитеты ағзаһы була.
Дмитрий Павлович Плотников 2012 йылдың 4 сентябрендә вафат була, Пермь ҡалаһының «Кислотные дачи» зыяратында ерләнә[3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.