Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Оранж[1] (рус. Оранжевая река; ингл. Orange River; африк. Oranjerivier, Ораньерифир[2]) — Көньяҡ Африкалағы йылға. Лесотола Аждаһа тауҙарында башлана. Артабан башлыса Көньяҡ Африка Республикаһы территорияһы буйлап аға, түбәнге ағымында Намибия менән тәбиғи сик барлыҡҡа килтерә һәм Атлантик океанға ҡоя.
Хәнәүәт | |
---|---|
ингл. Orange, африк. Oranjerivier | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 2200 км |
Бассейн | 973 000 км² |
Һыу сығымы | 800 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Урынлашыуы | Лесото һәм КАР сигендә |
· Координаталар | 28°53′47″ ю. ш. 29°01′04″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Атлантик океан |
· Урынлашыуы | Александер-Бей |
· Координаталар | 28°37′51″ ю. ш. 16°27′00″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Илдәр | Лесото, КАР, Намибия |
Хәнәүәт Викимилектә |
Оҙонлоғо 2200 км (был күрһәткес буйынса ҡитғала етенсе урында), бассейн майҙаны 973 мең км². Иң ҙур ҡушылдығы — Вааль йылғаһы[3].
Йылғалағы билдәле Ауграбис шарлауығының (Көньяҡ Африка Республикаһы территорияһында) бейеклеге 146 метр.
Оранж буйында Аливал-Норт, Приска, Апингтон ҡалалары, ә тамағының көньяҡ ярында Александр-Бей ҡала-порты урынлашҡан.
Йылға Голландия экспедицияһында ҡатнашҡан шотланд Р. Дж. Гордон тарафынан Голландия хакимы — принц Вильгельм V Оранский һәм Оранж династияһы хөрмәтенә аталған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.