Түбәнге Новгород өлкәһе (рус. Нижегородская область) — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Волга буйы федераль округы составына инә. 1936—1992 йылдарҙа — Горький өлкәһе.

Ҡыҫҡа факттар
Рәсәй Федерацияһы субъекты

Түбәнге Новгород өлкәһе
Нижегородская область

Thumb Thumb
Түбәнге Новгород өлкәһе флагы Түбәнге Новгород өлкәһе гербы

Thumb

Административ үҙәк

Түбәнге Новгород

Майҙаны

40-сы

- Барлығы
- һыу өҫтө %

76 624 км²
1,2

Халҡы

11-се

- Барлығы
- Тығыҙлыҡ

3 260 267[1] (2016)

42.55 кеше/км²

ТТП

12-се

- Барлығы (ағым. хаҡ.)
- Йән башына

646,7[2] млрд. һум (2010)

178,5 мең һум

Федераль округ

Волга буйы

Иҡтисади район

Волга-Вятка

Губернатор

Валерий Шанцев

Ҡануниәт Йыйылышы рәйесе

Евгений Лебедев

РФ субъекты коды

52

ISO 3166-2 коды

RU-NIZ

Сәғәт бүлкәте

MSD[d], UTC+3:00[d] һәм Европа/Москва[d][3]

Рәсми сайты:

http://www.government-nnov.ru/
Ябырға

Административ үҙәге — Түбәнге Новгород ҡалаһы.

География

Түбәнге Новгород өлкәһе төньяҡта — Киров һәм Кострома өлкәләре, көнсығышта — Марий Эл һәм Сыуашстан республикалары, көньяҡта — Мордовия, көнбайышта — Владимир, Иваново һәм Рязань өлкәләре менән сиктәш. Майҙаны — 76 624 км².

Тарих

РСФСР составында Түбәнге Новгород өлкәһе 1929 йылдың 14 ғинуарында ойошторола, шул уҡ йылдың 15 июнендә өлкә «Түбәнге Новгород крайы» тип үҙгәртелә. 1932 йылда исеме «Горький крайы» тип алыштырыла. 1936 йылда крайҙың составынан Марий АССР-ы һәм Сыуаш АССР-ы сыҡҡас, «Горький өлкәһе» тип үҙгәртелә.

1992 йылда исеме «Түбәнге Новгород өлкәһе» тип алыштырыла[4].

Халҡы


1 000 000
2 000 000
3 000 000
4 000 000
1959
1991
1996
2001
2006
2011
2016
Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...
Халыҡ иҫәбе
1897[5]1926[6]1928[7]1959[8]1970[9]1979[10]1989[11]
1 584 7742 743 3442 785 5003 590 2743 682 4843 695 5233 714 322
1990[12]1991[12]1992[12]1993[12]1994[12]1995[12]1996[12]
3 780 2563 773 1853 762 3403 753 0983 737 3643 730 5903 711 116
1997[12]1998[12]1999[12]2000[12]2001[12]2002[13]2003[12]
3 691 6893 673 8963 655 4893 628 2223 594 4763 524 0283 515 673
2004[12]2005[12]2006[12]2007[12]2008[12]2009[12]2010[14]
3 479 2963 445 3413 411 0303 381 3283 359 8163 340 6843 310 597
2011[12]2012[15]2013[16]2014[17]2015[18]2016[1]
3 307 6483 296 9473 289 8413 281 4963 270 2033 260 267
Ябырға

Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, өлкә халҡы 3 260 267 (2016) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 42.55 кеше/км2 (2016). Ҡала халҡы — 79.63 % (2015).

Түбәнге Новгород өлкәһендә 1989 йылда — 1393, 2002 йылда — 900, 2010 йылда — 691 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[19][20].

Билдәле шәхестәр

  • Хәйҙәр Бигичев (14.06.1949—13.11.1998), йырсы, Татар АССР-ының халыҡ (1980), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986), Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984).
  • Дианов Вәлиәхмәт Диан улы (13.03.1930—1981), график. 1964 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. 1960—1971 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең баш художество мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1969). Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһенең Новомочалино ауылынан[21].
  • Копылов Игорь Александрович (28.02.1939—5.10.2002), спортсы-шахматсы. 1984—1990 йылдарҙа СССР-ҙың йыйылма командаһы ағзаһы. Шахмат буйынса халыҡ‑ара гроссмейстер (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1999) һәм күренекле спортсыһы (1994). Балахна ҡалаһынан[22].
  • Мокеев Геннадий Иванович (31.03.1944), ғалим-педагог, спортсы, тренер. 1967 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 1988 йылдан — физик тәрбиә кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1998), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР‑ының (1990) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012). СССР‑ҙың спорт мастеры (1968). Француз боксы-сават буйынсаа халыҡ-ара категориялы (1992) һәм бокс буйынса республика категориялы (1975) судья. Журналистар союзы ағзаһы (2006). Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһе Белогузово ауылынан[23].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.