Мәтәл (рус. Метелева) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы ауыл. Ҡамышлы ауыл биләмәһе составына инә.
Ауыл | |
Мәтәл | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
Ҡамышлы |
Координаталар | |
Элекке исеме |
1776 |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Географик урынлашыуы
Үҙәнйылға (Мейәстең һул ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.
Тарихы
Мәтәл (Бохара) — әйле башҡорттарының ауылы[2]. Тәүге тапҡыр 1776 йылда телгә алына[3]. Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Әйле улусы составында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 5-се башҡорт кантонының 6-сы йортона керә.
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡортостан АССР-ы Арғаяш районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында.
Халҡы
1795 | 1834 | 1866 | 1900 | 1916 | 1920[2][3] |
---|---|---|---|---|---|
217 | 300 | 364 | 448 | 675 | 562 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (96 %) йәшәй[5][6].
Билдәле шәхестәр
- Зәйнуллина Гәүһәр Динмөхәмәт ҡыҙы (1935) — телсе ғалим. Филология фәндәре кандидаты.
- Зәйнуллина Лилиә Марат ҡыҙы (1960—2016) — тел белгесе, филология фәндәре докторы (2005), профессор.
- Ихсанов Зәйнулла Әмин улы (1906—1997) — физиолог, медицина фәндәре докторы (1958), профессор (1964).
- Ҡуҙыев Рамаҙан Усман улы (1906—1981) — тарихсы. Тарих фәндәре кандидаты.
- Талхина Динә Азат ҡыҙы (1952—2007) — башҡорт шағиры.
- Хафизов Динмөхәмәт Сәмәхужа улы (1883—1966) — педагог, РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Хафизова Мәрхәбә Динмөхәмәт ҡыҙы (1909—?) — Башҡортостан Республикаһында ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе хирург.
- Әбдиев Әхмәтйән Әбделғәлләм улы — табип. Башҡорттарҙан тәүге медицина докторы (1862).
Иҫкәрмәләр
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.