Монголия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Монго́лия (монг. Монгол Улс, иҫке монгол телендә ) — Көнсығыш Азиялағы дәүләт. Төньяҡта Рәсәй Федерацияһы, көнсығышта, көньяҡта һәм көнбайышта Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән сиктәш. Майҙаны буйынса иң ҙур дәүләттәрҙең береһе, диңгеҙгә сығыу юлы булмаған ил.
| |||||
Гимн: «Монголияның милли гимны» | |||||
Нигеҙләнгән | Б. э. т. 209 йыл — Һун империяһы 1206 йыл — Монгол империяһы | ||||
Нигеҙләнгән | Б. э. т. 209 йыл — Һун империяһы 1206 йыл — Монгол империяһы | ||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 1921 йылдың 11 июле (Монголия дәүләте (1911—1921) | ||||
Рәсми тел | Монгол теле | ||||
Баш ҡала | Улан-Батор | ||||
Эре ҡалалар | Улан-Батор, Эрдэнэт, Дархан | ||||
Идара итеү төрө | парламент республикаһы[1] | ||||
Монголия Президенты Монголия Премьер-министры | Халтмаагийн Баттулга Ухнаагийн Хурэлсух | ||||
Дәүләт дине | донъяуи дәүләт | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 18 1 564 116 км² 0,6 | ||||
Халыҡ • Һаны (2016) • Халыҡ тығыҙлығы | 3 119 935[2] чел. (137) 1.99 чел./км² (195) | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе • На душу населения |
15,275 млрд[3]. долл. 5 462[3] долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә |
10,271 млрд[3]. долл. 3 673[3] долл. | ||||
КПҮИ (2015) | ▲ 0,727[4] (юғары) (90 урын) | ||||
Этнохороним | Монголы | ||||
Валюта | Монгол тугригы (MNT, код 496) | ||||
Интернет-домены | .mn | ||||
Код ISO | MN | ||||
МОК коды | MGL | ||||
Телефон коды | +976 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +7 … +8 |
Монголия Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының барлыҡ тиерлек, шулай уҡ күҙәтеүсе булараҡ — Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең ҡайһы бер структураларында ҡатнаша[5]. Рәсми тел — монгол теле, алфавиты кириллица нигеҙендә.
Тарихы
Монголияның боронғо тарихы
Тарихҡа тиклемге осорҙа Монголия биләмәләрен урмандар һәм күлдәр ҡаплап алған булған, яҫы таулыҡтарҙа болон һәм далалар йәйелеп ятҡан. Ил территорияһында табылған кешегә оҡшаш маймыл ҡалдыҡтарының йәше 850 мең йылға яҡын.
Хунну империяһының ойошоуы
Беҙҙең эраға тиклем IV быуатта Гоби сүллегенә терәлеп ятҡан далала яңы хунну халҡы формалаша. Монголия биләмәлендә көн иткән күсмә хунну халҡы б. э. т. III быуатта ҡытай дәүләттәре менән көрәш башлай. Беҙҙең эраға тиклем 202 йылда күсмә ҡәбиләләрҙең тәүге дәүләте — Хунн империяһы төҙөлә, уның башында дала күскенселәре улы булған Модун Шань тора. Күсмә хунну халҡы империяһының булғаны хаҡында төрлө дәүер ҡытай сығанаҡтарынан яҡшы билдәле. Беҙҙең эраның 93 йылына тиклем хунну халҡы монгол далаларында хакимлек итә, уларҙан һуң бер нисә монгол, төрки, уйғур һәи ҡырғыҙ ханлыҡтары барлыҡҡа килә, улар тарихта Сяньби, Жужан, Көнсығыш-Төрки, Уйғыр, Ҡырғыҙ һәм Кидань (Ляо) ҡағанлыҡтары булараҡ билдәлелек алған.
Монгол дәүләтенең үҫеше
XII быуат башында быға тиклем тарҡау булған монгол ҡәбиләләре тағы ла бер дәүләткә берләшергә маташып ҡарай. Уларҙың берләшмәһе ҡәбиләләр берлеген хәтерләтә һәм тарихҡа Хамаг Монгол исеме аҫтында инеп ҡала. Уның беренсе хакимы Хайду-хан була. Ә иһә уның ейәне Хабул-хан Цзинь империяһының (1115—1234) күрше райондары өҫтөнән ваҡытлыса еңеүҙәргә өлгәшә алыу юғарылығына күтәрелә, һәм унан ҙур булмаған яһаҡ биреп ҡотола барғандар. Әммә уның вариҫы Амбагай хан дошман монголдарҙың татар (был ҡәбилә исеменең артабанғы быуаттарҙа төрки халыҡтары атамаһы булараҡ ҡулланылышта нығынған «татар» һүҙенә туранан-тура бәйләнеше юҡ) ҡәбиләһе тарафынан тотоп алына һәм журчжэни (урыҫса) ҡәбиләһенә тапшырыла, бында уны ауыр язаға тарттыралар. Бер нисә йылдан татарҙар тарафынан яҡын киләсәктә Сыңғыҙхан исеме менән таныласаҡ Темуджиндың (монг. Тэмүүжин) атаһы —Есүгей баатар (монг. Есүхэй баатар) ҙа үлтерелә.
Темуджин власҡа аҡрынлап килә, башта уны Үҙәк Монголиялағы кәрәйеттәр башҡ. гәрәй хакимы Ван-хан үҙ ҡулы аҫтына ала. Етәрлек һанда яҡлаусыларын йыйғас, Темуджин Монголиялағы иң көслө өс ҡәбилә берләшмәһен: көнсығышта йәшәгән татарҙарҙы (1202 йыл), Үҙәк Монголиялағы ҡасандыр үҙен ҡурсалаған кәрәйеттәрҙе (1203) һәм көнбайышта көн иткән наймандарҙы (1204) үҙенә бойһондора. Монголдарҙың юғары ҡатлам вәкилдәренең (аҡһөйәктәре) 1206 йылда йыйылған съезы — ҡоролтайҙа Темуджин барлыҡ монголдарҙың баш ханы итеп иғлан ителә һәм Сыңғыҙхан исемен (титулын) ала.
Сыңғыҙхан империяһының барлыҡҡа килеүе һәм Монгол империяһы
Монгол империяһы 1206 йылда Маньчжурия һәм Алтай тауҙары араһында йәшәгән монгол ҡәбиләләренең берләшеүе һәм Сыңғыҙханды баш хан итеп иғлан иткәндән һуң барлыҡҡа килә. Сыңғыҙхан Монголия менән 1206 йылдан 1227 йылғаса идара итә. Уның ҡанһыҙлығы һәм аяуһыҙлығы менән билдәле булған хәрби кампанияларынан һуң Монгол дәүләте иҫ китмәле булып ҙурая. Сыңғыҙхан Азияның күп өлөшөн һәм Ҡытай биләмәләрен (Бөйөк Хан улусы), Урта Азияны (Сағатай улусы), Иранды (Илхандар дәүләте) һәм Киев Русының бер өлөшөн (Джучи улусы йәки Алтын Урҙа баҫып ала. Шулай итеп, Монгол империяһы донъя тарихында сиктәш биләмәләрҙе үҙ эсенә алған иң ҙур империя була: ул көнбайышта хәҙерге Польша ерҙәренән алып көнсығышта Кореяға тиклем, төньяҡта Себерҙән башлап көньяҡта Оман ҡултығына һәм Вьетнамға тиклем майҙанда йәйрәп ята.
Әммә баҫып алған биләмәләрҙең мәҙәниәте төрлөсә булғанлыҡтан, дәүләт үҙе лә бер төрлө булмай, һәм 1294 йылдан уның әкренләп тарҡалыу процесы башлана.
Монгол Юань империяһы (1271—1368)
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.