From Wikipedia, the free encyclopedia
Миңлебаев Ғүмәр Хажинур улы (22 октябрь 1923 йыл — 19 ноябрь 1999 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, штурмлау авиация полкының авиация эскадрильяһы командиры урынбаҫары. Майор. Советтар Союзы Геройы (1945).
Ғүмәр Хажинур улы Миңлебаев | ||||||||
Тыуған ваҡыты | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Урҙайбаш ауылы, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы[1] | |||||||
Үлгән ваҡыты | ||||||||
Вафат урыны |
Геленджик, Краснодар крайы | |||||||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||||||
Ғәскәр төрө |
авиация | |||||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1941—1946 | |||||||
Хәрби звание | өлкән лейтенант | |||||||
Хәрби алыш/һуғыш | ||||||||
Наградалар һәм премиялар |
| |||||||
Отставкала |
Майор |
Ғүмәр Хажинур улы Миңлебаев 1923 йылдың 22 октябрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) Урҙайбаш ауылында тыуған. Милләте башҡорт.
Өфө ҡалаһы аэроклубында шөғөлләнә. 1941 йылдан алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 йылда Молотов осоусылар хәрби мәктәбен тамамлай.
1943 йылдың апреленән Бөйөк Ватан һуғышында, осоусы-штурмовик, эскадрилья командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә.
3-сө Прибалтика фронтында 14‑се һауа армияның 7-се штурмлаусы авиация корпусы 289‑сы штурмлаусы авиация дивизияһы 947-се Севастополь штурмлаусы авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары өлкән сержант Ғүмәр Хажинур улы Миңлебаев ... Күрһәткән батырлыҡтары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 23 февралендәге Указына ярашлы, «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[2].
1946 йылдан капитан Ғүмәр Хажинур улы Миңлебаев — запаста. Ҡаҙаҡ ССР-ы партия ойошмаларында эшләй. 1959 йылда Өфө юғары партия мәктәбен тамамлай.
1959 йылдан — «Туймазынефть» предприятиеһы хеҙмәткәре. 1965 йылда Алма-Ата халыҡ хужалығы институтын тамамлай.
Һуңыраҡ Краснодар крайының Геленджик ҡалаһында йәшәй. Бында 1999 йылдың 19 ноябрендә вафат була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.