Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Латыпов Сөләймән Йәнғәли улы (5 март 1954 йыл) — журналист, яҙыусы. 2013 йылдан — «Тамаша» журналының баш мөхәррире. 2002 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Латыпов Сөләймән Йәнғәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 5 март 1954 (70 йәш) |
Тыуған урыны | Тимер ауылы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Эшмәкәрлек төрө | драматург[d], публицист[d], фельетонист[d] һәм журналист[d] |
Уҡыу йорто |
Башҡорт дәүләт университеты филология |
Сөләймән Йәнғәли улы Латыпов 1954 йылдың 5 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған[1].
Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Башта республика гәзиттәрендә — корреспондент, артабан «Архангельский вестник» гәзитенең баш мөхәррире (2012). 2013 йылдан алып — «Тамаша» журналының баш мөхәррире. Фельетонсы, драматург, публицист.
Проза һәм драматургия өлкәләрендә ижад итә. Башҡорт телендә 5 китап авторы. С. Латыповтың хикәйәләре «Йәштәр көстәре» (1987, 1989), «Бүре күҙҙәре» (1993), «Америка кейәүе — 1» (2000) коллектив йыйынтыҡтарҙа баҫылған. Авторға популярлыҡты «Көнләш, Америка, көнләш!..», «Бур бесәй», «Ҡуян менән арыҫлан», «Амазонкалар», «Күҙ йәштәре фонтаны» һәм башҡа Башҡортостан һәм Татарстан театр сәхнәләрендә ҙур уңыш менән барған пьесалары алып килә[2]. Сөләймән Латыпов 24 пьеса авторҙашы[3].
Профессиональ яҙыусылар араһында ул — берҙән-бер фельетонсы. «Ҡыҙыл таң» республика гәзите биттәрендә уның рубрикаһы бар — «Сөләймән Латыповтың фельетондары» («Сәләм, ҡоҙа»).
«Сит планета теле» (1984), «Оноттом» (2000) фантастик хикәйәләр авторы[4].
Төп әҫәрҙәре:
Сөләймән Латыпов Талҡас драматургтар семинарҙарында (1999—2008), Драматургия һәм режиссура үҙәгенең семинар-лабораторияларында (Өфө) ҡатнашып, үҙенең оҫталығын шымарта. 2009 йылда «Таков мой взгляд» ҡыҫҡа хикәйәләр конкурсында ҡатнаша[5].
Сөләймән Йәнғәли улы Латыпов уҡыусылары, тамашасылары, театр артистары менән йыш осраша. Пьеса яҙыу — әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры. Милли драматургия артабан үҫешһен өсөн бындай аралашыуҙарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Үҙе етәкселек иткән гәзит-журналдарҙың йөкмәткеһе өҫтөндә арымай-талмай эшләй[6],[7].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.