From Wikipedia, the free encyclopedia
Кәмә — бәләкәй судно. Хәрби-диңгеҙ һүҙлегендә[1]кәмә тураһында бына ошондй мәғлүмәт бирелгән: кәмә — оҙонлоғо туғыҙ, киңлеге өс метрғаса булған, йөк һыйҙырышлылығы биш тоннағаса еткән судно. Ғәҙәт буйынса, кәмәләр ишкәкле була. Әммә елкәнле кәмәләр ҙә осрай. Тик бәләкәй, спорт төрөндәге елкәнле кәмәләрҙе яхта тип атап йөрөтәләр. Шулай уҡ кәмә мотор менән дә ҡулайлаштырылырға мөмкин. Мотор шулай уҡ төп, ярҙамсы энергия сығанағы булып ҡулланыла ала. Мотор ҡуйылған кәмәләргә күп илдәрҙә моторлы кәмә квалификацияһы ҡабул ителгән[2]. Уларҙы катер тип атап йөрөтәләр.
Кәмә | |
Байраҡ | |
Нигеҙләү датаһы | некорректная дата (недостижимая точность) |
---|---|
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 14 233 |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Boats by view[d] |
Кәмә Викимилектә |
Кәмә етештереү өсөн еңел иретмәләр (дюралюмин), ағас, композиция материалдары һәм полимер ҡулланыла. Композитив материалдарҙан эшләнгән кәмәләр пластик кәмә тип тә йөрөтөлә. Тағы ла кәмәләрҙең бер төрө — тын тултырылыусы кәмәләр. РИБ (RIB — rigid inflatable boat) — тын тултырылыусы кәмәләрҙең береһе. Уның төп корпусына тын өрөп тултырыла, төбө бик ҡаты. Батмаҫлыҡ итеп яһала.
Хәҙерге заманда кәмәләр күберәк ял итеү, балыҡ аулау, йөктәрҙе бер ярҙан икенсе ярға күсереү өсөн өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ халыҡ йәшәгән урындарҙы һыу баҫыу осраҡтарында, ҡотҡарыу шлюпкалары саралары булараҡ ҡулланыла.
Фюзеляждарына һыу тултырылыусы гидросамолеттарҙы осоусо кәмәләр тип тә йөрөтәләр.
Быларҙан тыш «кәмә» тип йөрөтөлөүсе корабль төрҙәре лә бар (һыу аҫты кәмәһе, канонер кәмәһе). Тик быларҙың атамаһы кәмә исеменә тап килеп етмәй[3].
Дәүләт теркәүенә инмәгән шлюпкалар һәм кәмәләр: ауырлығы 200 килограмғаса булған кәмәләр (двигатель ҡуйылған осраҡта ҡеүәте 8 киловаттан артырға тейеш түгел), оҙонлоғо 9 метрҙан артмаған елкәнле спорт кәмәләре (шулай уҡ двигатель һәм ял итеү өсөн ҡулайламалар ҡуйылмаған булырға тейеш) [4].
Тәүтормош кешеләре тарафынан кәмә бер нисә юл менән барлыҡҡа килгән. Беренсе идея һыуҙа йөҙөп йөрөгән ағас олонон күреп барлыҡҡа килгәндер, тип уйларға мөмкин. Ағас олондарын, ғәҙәттә, һыуҙа йөҙөп сығыр өсөн хайуандар ҙа ҡуллана.
Ағасты файҙаланғанда кеше төрлө ысулдар ҡулланған. Ике башын ослап, урта тирәһен соҡоп, кереп ултырырлыҡ итеп ҡулайлаштырған. Быларҙы сүре тип йөрөтәләр. Шулай уҡ бат тип йөрөтөлгән кәмәләр ҙә булған. Уларҙы боронғо свайлы төҙөлөштәр булған урында Швейцарияның торфлы күлдәрендә тапҡандар.
Хәҙерге ваҡытта ла Себерҙең ҡайһы бер йылғаларында, күлдәрендә, Азияның, Африканың күп кенә урындарында осратырға мөмкин.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.