Кузьмин Николай Михайлович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Кузьмин Николай Михайлович (21 декабрь 1919 йыл — 9 февраль 1963 йыл) — 1-се Украин фронтының 4-се танк армияһы 93-сө танк бригадаһы рота командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945 йыл).

Ҡыҫҡа факттар Тыуған ваҡыты, Тыуған урыны ...
Николай Михайлович Кузьмин
Файл:Kuzminnm2.jpg
Тыуған ваҡыты

21 декабрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны

Рыбинск ҡалаһы, Ярославль өлкәһе, РСФСР

Үлгән ваҡыты

9 февраль 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (43 йәш)

Вафат урыны

Ленинград, РСФСР, СССР

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

Танк ғәскәрҙәре

Хеҙмәт итеү йылдары

1942—1946 йылдар

Хәрби звание
Лейтенант
Лейтенант
Часть

93-сө танк бригадаһының 68-се гвардия танк полкы

Командалыҡ итеү

рота командиры

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы — 1945
Ленин ордены — 19451-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 19452-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1944«Батырлыҡ өсөн» миҙалы — 1944
Ябырға

Биографияһы

Николай Михайлович Кузьмин 1919 йылдың 21 декабрендә Ярославль өлкәһе хәҙерге Рыбинск ҡалаһына ингән Гаврилково ауылында тыуған.

Милләте — рус. 7 класс белемле. 1944 йылдан — Советтар Союзы Коммунистар партияһы ағзаһы. Рыбинск ҡалаһы машиналар төҙөү заводында эшләгән. Эвакуацияланғандан һуң Өфө моторҙар эшләү заводында эшләгән.

1942 йылдың октябрендә Өфө ҡалаһынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына алынған. Камышин танк училищеһын тамамлаған.

1-се Украин фронты составында һуғышҡан. Лейтенант Н. М. Кузьмин 1944 йылдың 30—31 ғинуарында Зофиенталь тораҡ пункты янында дошмандың контрһөжүмен кире ҡаҡҡанда айырыуса батырлыҡ күрһәткән.

1946 йылдан өлкән лейтенант Н. М. Кузьмин — запаста. Дәүләт именлеге органдарында хеҙмәт иткән.

1963 йылдың 9 февралендә 44-се йәшендә Ленинградта вафат булған. Санкт-Петербург ҡалаһының Ново-Волково зыяратында ерләнгән[1].

Батырлығы

1-се Украин фронтының 4-се танк армияһы 93-сө танк бригадаһының рота командиры, лейтенант. «Лейтенант Н. М. Кузьмин 1944 йылдың 30—31 ғинуарында Зофиенталь тораҡ пункты (Польша, Гура ҡалаһынан көньяҡҡа 13 км) янында дошмандың контрһөжүмен кире ҡаҡҡанда дошмандың ике танкыһын, 5 орудиеһын һәм 150-гә яҡын гитлерсыны айырыуса батырлыҡ күрһәткән».

Советтар Союзы Геройы исеме Н. М. Кузьминға 1945 йылдың 10 апрелендә бирелгән.

Наградалары

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.