From Wikipedia, the free encyclopedia
Ка́ра диңгеҙе (рус. Карское море) — Төньяҡ Боҙло океаны сигендәге диңгеҙ. Диңгеҙ, диңгеҙ бассейнындағы Кара йылғаһы исеме менән Кара диңгеҙе тип атала. Ә йылғаны Кара исемле ненец ырыуы хөрмәтенә Кара йылғаһы тип атағандар.
Кара диңгеҙе | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Майҙаны | 893 400 км² |
Күләме | 101 000 км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 620 м |
Уртаса тәрәнлек | 50—100 м |
Кара диңгеҙе Викимилектә |
Диңгеҙ Евразияның төньяҡ яры һәм Яңы Ер, Франц-Иосиф Ере, Төньяҡ Ер, Гейберг утрауҙары менән сикләнгән. Диңгеҙҙең төньяҡ өлөшөндә, 1924 йылда асылған, Бизе утрауы урынлашҡан.
Диңгеҙ башлыса һыу баҫҡан урындарҙа (шельф) урынлашҡан, бик күп уртауҙар ҡалған. Тәрәнлеге 50—100 метр, иң ҙур тәрәнлек 620 метр. Майҙаны 893 400 км².
Диңгеҙгә тулы һыулы Обь, Енисей, Таз йылғалары ҡоя, шуға күрә тоҙлолоғо төрлөсә.
Кара диңгеҙе Рәсәйҙә иң һалҡын диңгеҙҙәрҙең береһе, тик йылға тамағында ғына йәй һыу температураһы 0 °C юғары була. Томан һәм штормдар йыш була. Йылдың күп ваҡыты диңгеҙ боҙ менән ҡапланған.
Кара диңгеҙе Викимилектә | |
Кара диңгеҙе Викияңылыҡтарҙа |
Был диңгеҙ тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.