Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Иҫәнғол (рус. Исянгулово) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453380, ОКАТО коды — 80226816001.
Ауыл | |
Иҫәнғол рус. Исянгулово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Башлыҡ |
Сабиров Тимур Вадимович |
Нигеҙләнгән |
1802 йылға тиклем |
Элекке исеме |
Үрге Иҫәнғол, Түбәнге Иҫәнғол |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар, рустар |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34785 |
Почта индексы |
453380 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Ырымбур губернаһының 1802 йылғы картаһында һәм В. П. Пядышевтың 1820 йылғы Рәсәй империяһының Географик атласында Иҫәнғол ауылы тураһында беренсе тапҡыр телгә алынған. Стрельбицкийҙың 1871 йылғы Рәсәйҙең Көнсығыш өлөшө картаһында Иҫәнғол ауылы үрге һәм түбәнге булараҡ билдәләнгән.
Һаҡланған мәғлүмәттәр буйынса, XVIII быуат аҙағында генерал-губернатор Василий Алексеевич Перовский бойороғо буйынса Ҡәйепов Иҫәнғол Мәмбәт улы хәҙерге Ейәнсура районы территорияһында хәрби гарнизон ойоштора һәм уның начальнигы итеп тәғәйенләнә. Әлеге гарнизон урынында Иҫәнғол ауылы булған да инде. 1812 йылғы Ватан һуғышы башланыр алдынан частар көнбайышҡа юллана. Улар француздарға ҡаршы һуғыша. Торамала сәләмәтлектәре арҡаһында алыҫ походтарға сыға алмаған һалдаттар һәм хәрби етәкселектең ғаилә ағзалары ғына ҡалған. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң бында яҡын-тирәләге ауылдарҙан кешеләр күсеп килә башлай, һәм шул арҡала ауыл үҫә.
Куйбышев исемендәге колхоздың умарталығы урынлашҡан ерҙә — Куйбышев ауылы, Үрген йылғаһы тамағында — Туҡтар, зыярат урынында — Ҡарын, «Заветы Ильича» колхозының һөтсөлөк фермаһы урынында Биләй ауылы булған. Р361 төбәк трассаһының 105-106х288-287-се саҡрымында (Ира-Магнитогорск трассаһы, 12 саҡрым) Күгәрсен районы менән сиктә Бикбау, Туйөмбәт ауылдары урынлаша.
1849 йылғы архив мәғлүмәттәре буйынса, Иҫәнғол 2-се башҡорт кантонының үҙәге булған, 14-се йортҡа ҡараған. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, бында 432 ир-егет һәм 397 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.
Ауылға 6500 дисәтинә ер беркетелә. 1939 йылда бында 2166 кеше йәшәй. XXI быуат башында ауылда 2761 ихата була, ә халыҡ һаны 8300 кеше тәшкил итә.
1935 йылдың мартынан Иҫәнғол Ейәнсура районының үҙәге булып тора, СССР Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары нигеҙендә территориаль межалау үткәрелә — райондың бер өлөшө Ырымбур өлкәһе составына индерелә. Үҙәге Иҫәнғол ауылында урынлашҡан Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы хәҙерге сиктәрендә ҡала.
1946 йылда Ейәнсура районы нигеҙендә ике район ойошторола: үҙәге Абҙан ауылында урынлашҡан Абҙан районы һәм үҙәге Иҫәнғол ауылы булған — Ейәнсура районы. 1956 йылда Абҙан һәм Ейәнсура райондары ҡабаттан бер Ейәнсура районына берләшә, һәм Иҫәнғол ауылы район үҙәге булып ҡала.
Өфөнән көньяҡ‑көнсығышҡа табан 337 км һәм Төйлөгән тимер юл станцияһынан (Ырымбур өлкәһе) көньяҡ-көнсығышҡа табан 54 км алыҫлыҡта Оло Эйек йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы ҡушылдығы) буйында, Магнитогорск—Ира, Иҫәнғол—Мораҡ автомобиль юлдарында урынлашҡан.
Ауылда Иҫәнғол ҡояш электр станцияһы урынлашҡан[2]. 2017 йылдың 29 ноябрендә файҙаланыуға тапшырыла. 2019 йылдың 5 декабрендә Иҫәнғол ҡояш электр станцияһы дистанцион идара итеүгә күсерелә[3].
1900 йылда — 700 кеше, 1920 йылда 500 кеше иҫәпләнгән. 2009 йылда 7964 кеше теркәлгән[4]. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй.
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (53 %), урыҫтар (26 %)[12].
1816[13], 1850[14] 1859 йылдарҙа[15] Иҫәнғол ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.