From Wikipedia, the free encyclopedia
Иҫке Күҙәк (рус. Старокузяково) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 362 кеше[1]. Почта индексы — 453471, ОКАТО коды — 80205816005.
Ауыл | |
Иҫке Күҙәк Иҫке Күзәк | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав |
татарҙар |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Атамаһы иҫке ‘старый’ һәм шәхси Күҙәк исеменән сыҡҡан[2].
Район үҙәгенән төньяҡҡа табан 26 км һәм Аҡкүл тимер юлы станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 50 км алыҫлыҡта Һарыйылға һәм Өйәҙән йылғалары (Өршәк йылғаһы бассейны) араһында урынлашҡан.
Ауыл 1710 йылдан, типтәрҙәр Өфө өйәҙе Алмантай ауылынан Мең улусының Муса ауылы башҡорттары менән килешеү нигеҙендә күсенгәндән билдәле. 1783 йылғы ревизия ваҡытында унда 90 типтәр күрһәтелгән. 1859 йылда 63 йортта 291 кеше йәшәгән. Яңы Күҙәк ауылы төп ауылдан 1782 йылда айырылып сыға, ул саҡта 20 кеше иҫәпләнә (хәҙерге Әхмәр ауылы). 77 йылдан һуң 23 йортта 128 ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Ревизия төп Күҙәк ауылына нигеҙ һалыусының улдарын теркәгән: 1746 йылда тыуған Әмир, 1751 йылғы Рафиҡ һәм 1758 йылғы Таңатар Күҙәковтар. Е.Пугачёв хәрәкәтендә Күҙәк ауылынан 40 кеше ҡатнаша[3]. Шулай уҡ ауылда Кирәевтәр, татар дворяндар нәҫеле, йәшәгән[4].
1782 йылда Яңы Күҙәк (20 быуаттың 30‑сы йылдарҙа Әхмәр ауылы ҡушыла) бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙерге исемен ала. 1865 йылда Иҫке Күҙәк (81 йортта 438 кеше йәшәгән; игенселек, малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище, һыу тирмәне булған) һәм Күзәк (30 йортта — 557 кеше; малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище, һыу һәм ат тирмәне булған) ауылдары теркәлгән. 1906 йылда был ике ауыл бергә Иҫке Күзәк булараҡ иҫәпкә алынған; мәсет, татар мәктәбе, 2 бакалея кибете, 7 мөгәзәй булған. 1920 йылда Иҫке Күҙәк, 2‑се Иҫке Күҫәк (Зәйет) һәм Зәйет ауылдары булараҡ теркәлгәндәр, һуңынан улар бергә иҫәпкә алына башланған[5].
Ауыл статусын 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың барлыҡҡа килеүе, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусын үҙгәртеү, административ үҙәктәрҙе күсереү менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы ала.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 362 | 170 | 192 | 47,0 | 53,0 |
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - татарҙар ( %)[6].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ауыл эргәһендә карст мәмерйәләре бар. Иң билдәлеһе - Вертолёт мәмерйәһе[7].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.