хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре From Wikipedia, the free encyclopedia
Ишемғолов Марат Баязит улы (29 август 1948 йыл — 24 сентябрь 2013 йыл) — хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 2001—2013 йылдарҙа Ауырғазы районы хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы (1996), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010). Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты (2011).
Ишемғолов Марат Баязит улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 29 август 1948 |
Тыуған урыны | Ғүмәр, Таштамаҡ ауыл Советы (Ауырғазы районы), Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 24 сентябрь 2013 (65 йәш) |
Вафат булған урыны | Талбазы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, иҡтисадсы |
Биләгән вазифаһы | мәктәп директоры |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Марат Баязит улы Ишемғолов 1948 йылдың 29 авгусында Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Ғүмәр ауылында тыуған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1967 йылда тыуған ауылындағы Карл Маркс исемендәге колхоздың водителе булып башлай. Шул уҡ йылда Совет Армияһына саҡырыла һәм 1969 йылғаса хәрби хеҙмәттә була.
Запасҡа ҡайтарылғандан һуң, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡый һәм уны 1975 йылда тамамлағандан һуң Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылындағы урта мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә.
Йәш һәм инициативалы белгес 1978 йылда урындағы «Өршәк» колхозының партком секретары итеп һайлана. Үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән коммунист 1982 йылда күп күрһәткестәр буйынса артта килгән Салауат исемендәге колхозға рәйес итеп тәҡдим ителә.
Төп эшенән айырылмай, 1984 йылда Марат Ишемғолов Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын ситтән тороп тамамлай.
Салауат исемендәге колхоз менән уның 15 йыл етәкселек итеүе дәүерендә хужалыҡ районда ғына түгел, республикала алдынғыларҙың береһенә әйүерелә. Бында тәүгеләрҙән булып ул саҡта көнүҙәк булған аренда мөнәсәбәттәрен һәм хужалыҡ иҫәбен үҙләштерәләр, көндәлек эшмәкәрлеккә интенсив технологиялар индерәләр. Колхоз фермалары малдың бестужев тоҡомлоһын үҫтереү һәм һатыу буйынса тоҡомсолоҡ эше менән булыусы статусын ала. Хужалыҡ етәксеһе биләмәләрҙең социаль үҫешенә лә ҙур иғтибар бирә.
1997 йылда Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының агросәнәғәт комплексы бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Был эштә булғанда ул «Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексының 2000—2005 йылдарға үҫеш концепцияһы»н эшләүселәрҙең береһе була.
2001 йылдың декабрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Марат Ишемғолов Ауырғазы районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә һәм ошо яуаплы вазифала ғүмеренең һуңғы көнөнәсә эшләй.
Ишемғолов Марат Баязит улы 2013 йылдың 24 сентябрендә 66-сы йәшендә көтмәгәндә вафат була[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.