From Wikipedia, the free encyclopedia
«Ирәмәл» — Башҡортостандың Белорет һәм Учалы районы биләмәләрендә, Силәбе өлкәһе менән сик буйында урынлашҡан тәбиғәт паркы. Ул өс блок-пост менән уратып алынған — Учалы яғынан, Белорет районының Николаевка ауылы һәм Силәбе өлкәһенең Төлөк ҡасабаһы яғынан[1].
«Ирәмәл» тәбиғәт паркы | |
---|---|
урыҫ Природный парк «Иремель» | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 49 338 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 31 декабрь 2010 йыл |
Урынлашыуы | |
54°32′00″ с. ш. 58°50′20″ в. д._type:landmark HGЯO | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Парк Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2010 йылдың 31 декабрендәге ҡарары менән 49 338 гектар майҙанда булдырылған.
Тәбиғәт паркы тәғәйенләнеше — тау-тундра, тайга урманы һәм һаҙлыҡ экосистемаларын, үҫемлектәр һәм йәнлектәрҙең һирәк төрҙәре популяцияһын һаҡлау; Көньяҡ Уралдың ҙур йылғалары инештәренең тотороҡло гидрологик режимын тәьмин итеү; көйләнеүсе туризм һәм ял итеүҙе үҫтереү өсөн шарттар булдырыу.
Ирәмәл тау массивы үҙ эсенә иң бейек түбәләр — билән менән бүленгән Оло һәм Кесе Ирәмәлде индерә. Әүәләк, Баҡҡан, Ямантау, Нәре, Нургуш һәм башҡа тауҙар һәм һырттар күренә[2].
Парк тулыһынса урман менән ҡапланған. Уның биләмәһендә һунар-промысла хайуандарының бөтә төрҙәре тиерлек йәшәй. Бында 553 төр юғары үҫемлек үҫә, йәғни Башҡортостандың бөтә флораһының сиреге, улар эсендә Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына ингән 57 төр, шуларҙың 15-е эндемиктар, ә 33-ө — реликт.
Шулай уҡ, ҡурсаулыҡ биләмәһендә 40-ҡа яҡын һирәк осраған һәм юғалыу ҡурҡынысы аҫтында булған хайуандар төрҙәре осрай: осар тейен, ҡама, марал, ҡара ҡауҙы, аҡ һәм һоро ағуна, үлән тәлмәрйене, Европа бәрҙеһе, махаон, адмирал һәм башҡалар.
Парк территорияһы биш зонаға бүленә:
Экскурсия маршруттары: Төлөк ҡасабаһынан, Яңы Хөсәйен ауылы, Байһаҡал ауылы, Николаевка ауылы Ҙур Ирәмәл тауы итәгенә килә.
Бөтә экскурсия маршруттары маркёр һәм уҡтар менән билдәләнгән, беседкалар, бәҙрәфтәр, усаҡтар, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнерҙар менән йыһазландырылған туристик туҡталҡалар бар. «Төлөк — Оло Ирәмәл итәге (йәйге)» экскурсия маршруты буйынса ҡунаҡ йорто бар. «Ирәмәл» тәбиғәт паркы биләмәһендә «Байһаҡал», «Өс айыу» туристар приюты һәм «Ҡамҡа» ҡунаҡ йорто урынлашҡан. «Байһаҡал» туристар приюты Ағиҙел ярында, иң бейек армыты Ирәмәл тауы булған Әүәләк һырты итәгендә урынлашҡан.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.