башҡорт ир-ат исеме From Wikipedia, the free encyclopedia
Иршат — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Иршат исеме бар.
Иршат |
Иршат исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Юл күрһәтеүсе, башлыҡ тигәнде аңлата[1].
Фәхретдинов Иршат Юнир улы (1 февраль 1965 йыл) — отставкалағы хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре, ғалим-хоҡуҡ белгесе. Афған һуғышында һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Запастағы полковник. Рәсәй Федерацияһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Юридик фәндәр кандидаты. Ҡыҙыл Йондоҙ (1988), Салауат Юлаев (2013) ордендары кавалеры, 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнгән (2014).
Вәлиев Иршат Ғәли улы (1 август 1928 йыл — 12 октябрь 1997 йыл) — башҡорт театр актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1984). 1955 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.
Теләүембәтов Иршат Әнүәр улы (26 март 1962 йыл) — башҡорт журналисы, политолог, яҙыусы. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Сиражетдинов Иршат Фәрит улы (19 июнь 1954 йыл — 15 декабрь 2012 йыл), режиссёр. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989).
Ғәйнетдинова Гөлшат Иршат ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Фазлитдинова 1992 йылдың 28 авгусы, Рәсәй, Башҡортостан, Белорет) — кроста һәм оҙон дистанцияға йүгереү менән шөғөлләнеүсерәсәй еңел атлетика спортсыһы. Өс тапҡыр рәсәй чемпионы. Йәштәр араһында европа чемпионы (2013). Рәсәй спортының халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
Игелекова Айгөл Иршат ҡыҙы — Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 2015 йылда заняла 1 место на городском этапе Всероссийского конкурса Бөтә Рәсәй «Йыл уҡытыусыһы» һөнәри конкурсының ҡала этабында 1-се урын, ә республика этабында — финалист булды.
Иршат (рус. Иршат) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.