Remove ads
Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Имәнлеҡул (рус. Имянликулево) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 761 кеше[2]. Почта индексы — 452203, ОКАТО коды — 80256815001.
Ауыл | |
Имәнлеҡул рус. Имянликулево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452203 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Аҫаба башҡорттар ғына йәшәгән был ауыл Йәлдәк улусының Солтанбәк түбәһенә ҡарай. Уларҙың күбеһе XVII быуатта йәшәгән Сымтимер Кинчейкиндың (шәжәрәгә ярышлы: Сынтимер Киҫәксин) вариҫтары. Тораҡ пунктына нигеҙ 1790-сы йылдар башында һалына. Шуға ла 1787 йылда уҡ был ауылға тәүгеләрҙән булып килеп төпләнгән кешеләр Йүкәлекүл ауылы (хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлә районына ҡарай) халҡы иҫәбенә индерелгән. 1782 йылда Бәләбәй округы картаһында ла Имәнлеҡул ауылы күрһәтелмәгән. 1795 йылда ауылда 113 кеше, 1816 йылда - 184, 1834 йылда -252, 1859 йылда - 318, 1870 йылда - 333, 1920 йылда- 935 башҡорт йәшәгән[3].
Крайҙы өйрәнеүсе Н. М. Моратовтың яҙмаларында ауылдың тарихы буйынса легенда бирелә һәм ауылға нигеҙҙе Морат, Наҙарғол һәм Салауат Үтәкәйевтар һалғанлығы билдәләп үтелә. Шулай уҡ 1787 йылғы архив документтарында ла ошо уҡ исемдәр осрай: Морат, Наҙарғол, Ғәбделсәлим Салауатов Йүкәлекүл ауылы кешеләре тип теркәлә[4].
1795 йылда ауылда 120 аҫаба башҡорт, 1816 йылда — 181, 1834 йылда — 252, 1859 йылда — 318, 1920 йылда 935 башҡорт йәшәй. 1842 йылда 252 башҡортҡа 24 бот ужым һәм 292 бот яҙғы иген сәселә. Ни бары 4 бот картуф ултыртыла. 46 ихатала 50 умарта була. Ауылда мәсет һәм 3 тирмән тотола.[5].
2002 йылғы иҫәп алыу буйынса ауылда башҡорттар һәм татарҙар йәшәй. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауыл мәҙәниәт йортонда татар халыҡ театры, “Йәшелташ” халыҡ бейеү ансамбле эшләп килә, китапхана бар.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 761 | 357 | 404 | 46,9 | 53,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (71 %) һәм татарҙар (26 %) йәшәй.[6].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.