From Wikipedia, the free encyclopedia
Илсеғол — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны — 242 кеше[2]. Почта индексы — 453715, ОКАТО коды — 80253820001.
Ауыл | |
Илсеғол рус. Ильчигулово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453715 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ауылға 19 быуат уртаһында Троицк өйәҙе Ҡара‑ һәм Барын‑Табын улустарының Мулдаҡай ауылы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1850-1858 йылдар араһында Илсеғоловтар етәкселегендә Мулдаҡай ауылы халҡының бер өлөшө Мейәс йылғаһы буйында айырылып сыға һәм яңы Илсеғол ауылына нигеҙ һала. Ауылдар араһы бер саҡрым була. 1834 йылда ауылда 284 кеше йәшәй, 25 йылдан һуң — шулай уҡ. 1866 йылда 20 йортта 136 кеше йәшәгән. X ревизия ваҡытында 20 йортта 149 кеше йәшәгән. 1920 йылда 80 йортта 423 кеше иҫәпләнгән. Бынан тыш, ошо уҡ йылғала 7 йортло рудник барлыҡҡа килгән, унда «алтын ҡомдарын йыуыу өсөн фабрика» булған. Бында тирә-яҡтағы ауыл башҡорттары эшләгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр, алтын приискыларында эшләгәндәр[3].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 242 | 113 | 129 | 46,7 | 53,3 |
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.