From Wikipedia, the free encyclopedia
Ибн Рөшд; Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улы, шулай уҡ Аверро́эс (14 апрель 1126 йыл — 10 декабрь 1198 йыл) — данлыҡлы ғәрәп фәлсәфәсеһе.
Уның атаһы баш хөкөмдар һәм мөфтөй вазифаһын биләй. Ул үҙ быуатының данлыҡлы ғалимдарынан белем ала, теософтар һәм ғалимдар менән дуҫ була. Белеме һәм таланттары арҡаһында, Йософ солтан (1163—1184) заманында юғары вазифалар биләй. Йософ солтан вариҫы әл-Мансур тәүҙә Әбүл Вәлид Мөхәммәт улына ҙур мәрхәмәт күрһәтә, әммә аҙаҡ дошмандары уны Ҡөрьән тәғлимәтен үтәмәүҙә ғәйепләй. Әл-Мансурҙың мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалғас, ул бөтә вазифаларын юғалта һәм Кордова янындағы Елизенда, Люценала һөргөндә йәшәй. Бер нисә йылдан, солтан философия менән шөғөлләнә башлағас, Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улын яңынан Мароккоға саҡыра һәм яҡын күрә башлай, тик философ оҙаҡламай (1198 йылдың 12 декабрендә) вафат була.
Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улы Аристотель хеҙмәттәрен тәржемә итә һәм тәрән аңлап төшөндөрә. Уның хеҙмәттәрендә, күпселек ғәрәп философтарына хас булғанса, Александрия философтарының тәьҫире һиҙелә. Ғәрәп философтарына, айырыуса Әл-Ғаззалиға ҡаршы ул рационалистик философияның яҡлаусыһы булып сығыш яһай. Байтаҡ әҫәрҙәре латинса тәржемәлә килеш кенә һаҡлана. Уның Аристотелгә комментарийҙары латин телендә Аристотель әҫәрҙәренең дөйөм баҫмаһында донъя күрә (11т. Венеция, 1960).
Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улының медицина системаһы рәүешендәге «Colliget» тип аталған хеҙмәте, латин теленә тәржемәләнеп, бер нисә тапҡыр нәшер ителә. Күп кенә әҫәрҙәре йәһүд теленә тәржемәләнә. Христиан донъяһында уның философияһы XIII быуатта уҡ тейешле баһа ала. Әммә пантеистик тәғлимәте, астрология менән бергә, яңылышыу тип ҡабул ителә.
Бынан тыш Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улы ҡояштағы таптарҙы тикшереп, астроном булараҡ та дан ҡаҙана.
Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улының фәлсәфәүи әҫәрҙәре менән таныштырыу эшендә М. Мюллер ҙур хеҙмәт күрһәтә — «Аверроэстың философияһы һәм теологияһы» тигән ғәрәп текстарын нәшер итә(Мюнхен, 1859). Уларҙың тәржемәһе Мюллер вафат булғандан һуң Бавария академияһы тарафынан баҫтырылып сығарыла (Мюнхен, 1875).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.