Зволле
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Зволла (нидерл. Zwolle ) — Нидерландта ҡала һәм община, Оверэйссел провиницяһының баш ҡалаһы. Элек — ганза ҡалаһы. Эварте Ватер һәм Эйссел йылғалары буйында ята. 2012 йылдың 1 февраленә ҡарата халыҡ һаны 121 602 кеше тәшкил итә. Община майҙаны — 119,28км2. 2003 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Зволлела 4336 төрлө предприятие һәм фирмалар теркәлгән, эш урындарының дөйөм һаны 75 049 тәшкил иткән.
Ҡала юғары һаҙлыҡлы урында барлыҡҡа килә. Бындай урындар «soule» тип атала; был һүҙ ауылдың исеме булып китә һәм һуңынан хәҙерге формаһына әүерелә. Ауыл тураһында беренсе тапҡыр 1040 йылда телгә алына. 1230 йылда ауыл биләмәһе ҡала хоҡуғын ала. XV быуатта үҙенең үҫеше ваҡытында, ҡала Ганзаға инә. Иң билдәле бороғо ҡомартҡыларҙың береһе — «борос һауыты» башняһы (нидер. Peperbus), бындай исемде үҙенең формаһы өсөн алған, Sassenpoort ҡапҡалары, шулай уҡ ҡала диуарҙары ҡалдыҡтары, Изге Михаил сиркәүе һәм күп һанлы боронғо йорттар.
Ҡалала «De Librije» рестораны бар, был Өс Мишлен йондоҙона эйә булған Нидерландта ике ресторандың береһе. Ресторан элекке доминикан монастырының китапханаһында урынлашыуы менән иғтибарға лайыҡ, уның исеме лә шунан (тәржемәлә «китапханала»)[10]. Нидерландтың икенсе өс йондоҙло рестораны Слёйста урынлашҡан.
Зволла — автомобиль һәм тимер юлдар үҙәге. Бында ҙурлығы буйынса илдең икенсе тимер юлы үҙәге урынлашҡан ( Утрехт). Ҡалалағы бөтә төр транспорттарҙан тик такси һәм автобустар йөрөй.
Зволлала тыуғандар. (вафат булғандар):
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.