From Wikipedia, the free encyclopedia
Заһиҙуллина Люциә Нурый ҡыҙы (22 август 1943 йыл) — СССР һәм Рәсәй биотехнологы, уйлап табыусы. Техник фәндәре докторы (2002).
Люциә Нурый ҡыҙы Заһиҙуллина | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Маҡар районы Ишәй ауылы |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
тотононлған һыуҙы биохимик таҙартыу һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарын утилләштереү, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу |
Эшләгән урыны |
Өфө ҡалаһы Нефттең химик механикаһы үҙәге |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
техник фәндәр докторы (2002) |
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы Нефттең химик механика үҙәгендә төп ғилми хеҙмәткәр. Фәнни тикшеренеүҙәре тотононолған һыуҙы биохимик таҙартыу һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарын утилләштереү, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу мәсьәләләренә арналған. Уның етәкселегендә таҙартҡыс ҡоролмалар һәм әүҙем өҫтәлмәләр нигеҙендә ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу технологиялары эшләнә. Люциә Нури ҡыҙы 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы.
Люциә Нурый ҡыҙы Заһиҙуллина 1943 йылдың 22 авгусында Маҡар районы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Ишәй ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас,[1], Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. 1966 йылда юғары һөнәри белем алғандан һуң Йылайыр районының Юлдыбай урта мәктәбендә эшләй.
1968 йылдан 1971 йылға ҡәҙәр БАССР Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Бәлиғ булмағандар өсөн 2-се һанлы хеҙмәт колонияһында эшләй. 1976 йылдан Дәүләт Фәнни тикшеренеү институты хлорпроектының Стәрлетамаҡ филиалында сектор мөдире, һуңғараҡ лаборатория мөдире була.
1987 йылда Фәнни тикшеренеү институтында — лаборатория мөдире, ә 1992 йылдан баш ғилми хеҙмәткәр вазифаларын биләй; 2003 йылдан 2005 йылға тиклем Өфө ҡалаһы Нефттең химик механикаһы үҙәгендә хеҙмәт юлын дауам итә.
Ағайҙары — Раис. Заһиҙуллин Салауат Нурый улы. Заһиҙуллин Долорес Нурый улы.
Башҡорт энциклопедияһы: «Уның ҡулы аҫтында таҙартҡыс ҡоролмалар һәм әүҙем өҫтәлмәләр нигеҙендә ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу технологиялары эшләнә»[2].
«Нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү, шул иҫәптән, нефть биреүсәнлеген арттырыусы ысулдар ҡулланыу (МУН) мәсьәләләрен хәл итеүгә Л. Н. Заһиҙуллина ише күренекле ғалимдарҙан һәм производствола эшләүселәрҙән торған ҙур төркөм хәтһеҙ өлөш индерҙе» (Солтанов Шамил Хәниф улы. Ауыр табыулы нефть запастары ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе көйләүҙең геотехнологик нигеҙҙәре: … техник фәндәр докторы диссертацияһы: 25.00.17 / Солтанов Шамил Хәниф улы; [Диссертацияны яҡлау урыны: ГОУВПО «Өфө дәүләт нефть техник университеты»].- Өфө, 2009.- 249. с.: ил. РГБ О, 10-5 71/265)
Чжан Хуэйиндың «Биокомплекс тәьҫире ҡулланыу юлы менән, батҡаҡлы нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм уларҙың нәтижәлелеген арттырыу: Москудьин ерҙәре миҫалында»: техник фәндәр кандидаты диссертацияһы … : 25.00.17. — Өфө, 2002.- 151. с.: ил. РГБ О, 03-5 61/528-9[3]. Ул Люциә Нурый ҡыҙы Заһиҙуллинаның 15 хеҙмәтен телгә ала.
Бөтәһе 107 баҫма мәҡәлә, шул иҫәптән, түбәндәге монографиялар:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.