From Wikipedia, the free encyclopedia
Дхирубхай Амбани (ингл. Dhirubhai Ambani; 28 декабрь 1932 йыл — 6 июль 2002 йыл) — Һиндостан эшҡыуары, Reliance Industries компанияһына нигеҙ һалыусы, миллиардер[3]. Reliance Industries улар ҡулында булғанлыҡтан 2007 йылда Амбани кланының ( 2002 Дхирубхая Амбани үлгәндән һуң) милке $60 млрд.тип иҫәпләнә. Донъялағы иң бай ғаиләләләр араһында икенсе булған[4].
Дхирубхай Амбани | |
ингл. Dhirubhai Ambani | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Һиндостан |
Тыуған көнө | 28 декабрь 1932 |
Тыуған урыны | Джунагадх[d], Британ Һиндостаны, Британия империяһы |
Вафат булған көнө | 6 июль 2002 (69 йәш) |
Вафат булған урыны | Мумбай, Һиндостан |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | инсульт |
Атаһы | Hirachand Gordhanbhai Ambani[d] |
Әсәһе | Jamnaben[d] |
Бер туғандары | Saurabh Patel[d], Trilochana Ben[d] һәм Ramaniklal Ambani[d] |
Хәләл ефете | Kokilaben Ambani[d] |
Балалары | Мукеш Амбани[d], Анил Амбани[d], Дипти Салгаокар[d] һәм Нина Котхари[d][1] |
Һөнәр төрө | эшҡыуар |
Строка принадлежности | Reliance Group |
Ойошма ағзаһы | ABLF alumni network[d][2] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Дхираджлал Хирачанд Амбани ингл. Dhirajlal Hirachand Ambani 1932 йылдың 28 декаберендә Һиндостандың Гуджарат штатындағы Чорвад ҡалаһында Хирачан һәм Джамнабен Амбан ғаиләһендә тыуған. Ул ғаиләһендә бишенсе бала була. 17 йәшендә тыуған ҡалаһын ҡалдыра һәм Йеменға, Аденға, A.Besse & Co компанияһына эшкә китә[5].
1958 йылда Амбани Һиндостанға ҡайта һәм Мумбайҙа тәмле әйберҙәр һатыу буйынса үҙ эшен аса. Ҙур булмаған табыш алып, ул текстиль сәнәғәтенә аҡса һала һәм Ахмедабад зонаһында фабрика аса. 1966 йылда Амбани Reliance Industries компанияһына нигеҙ һала, аҙаҡ ул иң эре эш менән тәьмин итеүсе булып китә һәм, 2012 йылда Һиндостанда йыйылған һалымдың 5 % уның компанияһы түләй.
Reliance Industries компанияһының төп эшмәкәрлек йүнәлеше нефть һәмгаз секторы булған, әммә киләсәк йылдарҙа бизнес энергетика, химик продукция етештереү, текстиль һәм башка йүнәлештәрҙә диверсификация үтә. 1977 йылда компания биржаға сыға.
1982 йылда Калькуттанан «айыуҙар» төркөмө Reliance Industries акциялар хаҡын тотороҡло итер өсөн бар көстәрен һаласаҡ тигән уйҙырмаға ышанып, хаҡтарҙы төшөрөргә өмөтләнеп, компания акцияларын һата башлай. Әммә икенсе, һуңыраҡ «Friends of Reliance» тип аталган төркөм, акцияларҙы ҡыйбат хаҡ менән һатып алыуҙы дауам итә. Һөҙөмтәлә, «айыуҙар» һәр бер һатылған, әммә физик яҡтан тапшырылмаған акция өсөн, штрафтар түләргә тейеш була, был хаҡтарҙы өҫтәмә күтәргән. Биржа администрацияһы уны өс көнгә яба һәм бындай ҡарар сығара: һәр бер тапшырылмаған акцияға 35 рупий штраф урынына, трейдерҙар 2 рупий түләргә тейеш була, ә акцияларҙың бер өлөшөн биржала баҙар хаҡына алырға тейеш булалар. «Айыуҙар» шартарҙы үтәйҙәр, һәм акцияларҙы Амбаниҙан һатып алғандарын һәм Амбаниға кире биргәндәрен аңлайҙар. Амбани байтаҡ аҡса эшләй[6].
Инциденттан һуң, йәмәғәтселектең финанс операцияһын үткәреү өсөн Амбаниҙың аҡсаны ҡайҙан алыуын белгеһе килә. Парламент алдында отчетты финанстар министры Пранаб Мукердж бирә. Ул, 1982–1983 йылдарҙа Reliance Industries компанияһына, резидент булмаған кеше,дөйөм алғанда 200 млн рупий индергәнен хәбәр итә. Аҡсалар төрлө компаниялар аша үтә, күбеһе Бөйөк Британияға ингән Мэн утрауында (Остров Мэн) теркәлгән. Был компанияларҙың барыһы ла Һиндостанда киң таралған Шах фамилияһына теркәлгән була. Һиндостандың Резерв банкының Reliance менән бәйле һәм уға яҡын компанияларҙы тикшереүе бер ниндәй ҙә законһыҙ йәки иҡтисади этикаға ярамаған транзакцияларын тапмай (этичное поведение- голосование рублем)[7].
1986 йылдың февралендә Дхирубхай Амбани инсульт кисерә, һөҙөмтәлә уң ҡулын фалиж һуға. Һаулығының насарайыуы сәбәпле, ул эштәренән китә, бизнес-империяны идара итеүҙе улдары Анил һәм Мукешҡа бирә. 2002 йылдың 24 июнендә икенсе инсульт комаға килтерә, бер аҙна аңына килә алмай ятҡандан һуң, 2002 йылдың 6 июлендә вафат була[8].
Дхирубхай Амбани вафат булғандан һуң, уның улдары компанияны бүләләр: Мукеш Амбани Reliance Industries Limited башлығы була, ә Амил Амбани — Reliance Anil Dhirubhai Ambani Group.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.