Силәбе өлкәһе From Wikipedia, the free encyclopedia
Долгоброд һыуһаҡлағысы — рус. Долгобродское водохранилище - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе биләмәһендә, Ҡариҙел йылғаһында төҙөлгән һыуһаҡлағыс.
Долгоброд һыуһаҡлағысы | |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Ҡариҙел |
---|---|
Күлдән аҡҡан йылғалар | Ҡариҙел |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Долгоброд һыуһаҡлағысы 1977 йылда дамба төҙөүҙән башланған, 1990 йылда файҙаланыуға индерелгән. Дамба находится в к югу от п. Түбәнге Өпәленән 10 км көньяҡҡараҡ урынлашҡан. Файҙаланыуға тапшырғанда Ҡариҙел йылғаһы буйы һәм уның ҡушылдыҡтары биләмәләре һыу аҫтында ҡала.
Һыу ятҡылығы ҡоролоҡ булған йылдары Арғужа һыуһаҡлағысы кимәлен тулыландырыу зарурлығы арҡаһында Ҡариҙел йылғаһында быуа (плотина) төҙөү сәбәпле барлыҡҡа килә. Был һыуһаҡлағыс төбәкте эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү йәһәтенән дә кәрәк була. Силәбе, Копейск, Ҡыштым ҡалаларына эсәр һыу ошо ятҡылығҡтан ебәрелә.
Проектты «Сибгидропроект» (Красноярск) ғилми-тикшеренеү институты белгестәре эшләй.
Яһалма һыу ятҡылығын канал ҡаҙып Уйылды күле менән, ә Уйылдыны Арғужа һыуһаҡлағысы менән тоташтырыу ниәтләнгән була. Әммә был проект экологтар тарафынан Уйылды өсөн хәүефле тип табыла[1].
Һөҙөмтәлә 1992 йылда урау канал төҙөлә башлай[2]. 2009 йылда һыу ебәреп һынап ҡарайҙар, әммә техник етешһеҙлектәр асыҡлана; 2012 йылда төҙөлөш туҡтатыла, мәгәр йыл аҙағында Рәсәйҙең һыу хужалығы комплексын үҫтереү программаһына индерелә.
Проект буйынса һыу Ҡариҙел йылғаһынан канал аша Ҡыштымға ағыҙыла (тулы күләме 25 км3[3]), артабан канал буйынса Арғужа һыуһаҡлағысына, унан инде Шершни һыуһаҡлағысына ебәрелә. Силәбе ҡалаһына һыу Шершниҙан алына [4][5]
Һыу көҙгөһө майҙаны — 35,2 км²[6], оҙонлоғо 20 км самаһы, максималь киңлеге - яҡынса 2 км. Уртаса тәрәнлеге - 6 м, максималь күрһәткес — 25- 32 м. м. Һыуҙың дөйөм күләме: 333 000 000 м³ [7].
Һыуһаҡлағыстың төбө ләмле, урыны менән ташлы, бик күп ағас ҡалдыҡтары ята[8].
Һыуһаҡлағысҡа Шигер, Оло Егөҫтө, Һабан, Ҡыҙыл һәм башҡа йылғалар ҡоя. .
Һыуһаҡлағыста Көньяҡ Урал һыу ятҡылыҡтарына хас судак, ҡорман, опто, сабаҡ, алабуға, суртан һәм башҡа балыҡтар тереклек итә [9].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.