Джайнизм
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Джайни́зм (санскр. जैन, jaina IAST санскр. जिन, jina IAST, «еңәүсе») — Б.Э.Т IX—VI быуаттарҙа Һиндостанда барлыҡҡа килгән дин[2][3]; үҙ тәғлимәте буйынса джайнизм һәр ваҡыт булған[4][5][6]. Нигеҙ һалыусы, ҡайһы бер фараздар буйынса боронғо ғөрөф-ғәҙәтте һаҡлаусы[7][8]) булып кшатрий Вардхамана йәки Джина Махавира иҫәпләнә.
Джайнизмда донъялағы тере йән эйәләренә заян итмәҫкә тип вәғәз әйтелә. Джайнизм фәлсәфәһе һәм ғәмәле иң беренсе сиратта оло ләззәтлек кисереүгә килтереүсе үҙ-үҙеңде камиллаштырыуға нигеҙләнә. Нирванағы ынтылыусы, кәүҙәне ҡалдырып китеүсе йән джинна тип атала. Боронғо ҡулъяҙмаларҙа джайнизм джайн дхарме һәм шраман дхарме менән бер рәттән ҡулланыла. Хәҙерге ваҡытта джайнзм, Һиндостанда 5-6 миллион кешене берлештергән, иң ҙур һәм йоғонтоло дини община булып һанала[9][10]. Община Төньяҡ Америка, Көнсығыш Европа, Алыҫ Көнсығыш, Австралия илдәренән һәм башҡа тарафтарҙан килгән иммигранттар иҫәбенә тулылана[11]. Джайнист китапханалары Һиндостанда иң боронғо китапханалар[12].
Джайнизм теләһә ниндәй йән эйәһе индивидуаль һәм мәңгелек йән булып тора тип иҫәпләй. Йән сансаранан айырылғас мокшаға әүерелә. Тиак бының өсөн аскет булырға кәрәк, шуның өсөн аскетизмға ҙур иғтибар бирелә[13].
Джайна дини тармағы (секта, община) буддизм менән бер үк ваҡытта барлыҡҡа килгән.[14] Вардхамана (Бардамана) нигеҙ һалған, ул Нәжә нәҫеленән (Санскрит) дворяндың кесе улы. Иньята йәки Иньяти) хәҙерге Бихарҙа, ул 31 йәшендә (беҙҙең эраға тиклем 568 йыл) донъяһынан баш тарта, үҙенең мөкәтен бүлә һәм 12 йылдан ашыу берәҙәк тормош алып бара. 13 айҙанн һуң ул кейемен ташлар һәм яланғас йөрөй башлай, ә 13 йылдан һуң, үҙен рухтың кимәленә еткән тип иҫәпләй, яңы иманға һәм Ниргрантха общинаһына нигеҙ һала(санскр. Nirgranthâs — «бөтә бығауҙарҙы ташланым»[15]).[14]
Община ведаларҙы, махапураналарҙы (18 Пуранас), Тримуртиҙы (Троица), Вишнуның ун аватарын (инкарнацияһы), Лингамға табыныу, мөғжизәле һыйыр һәм башҡа хайуандарҙы, яжна тип аталған ҡан ҡорбандарын кире ҡаға[16] Джайна өсөн былар файҙаһыҙ тип иҫәпләнә, улар боронғо динде боҙған тип һанайҙар һәм улар үҙ «Джайн»ын (Jeins, Jenins) ҡабул итәләр. Джайн һигеҙ үлемесле гонаһты еңеп сыҡҡан кешенең исеме була:
Джайн общинаһы браминдарҙан тора, брахмандар «тоғро» булып ҡалған кшатриястар (яугирҙар), Вайшялар (сауҙагәрҙәр) һәм шудралар (игенселәр)[16].
Вардхаманаға ҡаҙаныштары өсөн махавира («бөйөк герой») һәм Джина (еңеүсе — Будданың абруйына өлгәшеү өсөн көрәштә, йәғни «белеүсе») исемдәре бирелә; һуңғы Джина һүҙенән (Йенас)[16] — джайнизм дине исеме килеп сыҡҡан. Ҡайһы берҙә изге китаптарҙа нигеҙ һалыусыға хатта Будда исемен дә бирәләр; шулай уҡ Натапутта, Титтакара («кисеү юлын тапҡан») тип атала; буддистар һуңғы титулды ялған тип иҫәпләй. 29 йыл Джина общинаһы уҡытыусыһы һәм башлығы булып эшләгәндән һуң, Павала (беҙҙең эраға тиклем 527 йыл) Шакьямуни Будданан элегерәк вафат була. Көнсығыш Һиндостандың Шакьямуни менән бер райондарында, хәҙерге алты бөйөк будда Шакьямуни уҡытыусыларының береһе, төрлө конфессияларҙың алты сектаһы башлыҡтарының береһе була, әммә буддистар уны тәбиғи рәүештә хәүефле гересиархтар (еретик тәғлимәт йөрөтөүсе) тип һанай. [9]
Джинаның вәғәз эшмәкәрлегенең 14-се йылында уҡ (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 554 йыл), уның кейәүе Джамали ыҙғыш сығара, ә Джина үлгәндән һуң (беҙҙең эраға тиклем 527 йыл) общинаның икегә тарҡала. Джайнизмдың ике төрө ағымы асыҡ күренә, улар дошмандарса мөнәсәбәттә булып ҡала, ҡайһы бер догмаларҙа улар төрлөсә һәм бөтөнләй башҡа әҙәбиәткә таяна[9]:
Икенсе ағымға эйәреүселәр араһында ла яланғас йөрөү оло батырлыҡ тип һанала; әммә хәҙерге заманда был күренеш кәмей бара.
Джайнизмдың бай рухи әҙәбиәтеһәм донъяуи йөкмәткеле әҫәрҙәрҙә иҫ киткес ҙур. Пракритала уларҙың иң боронғолары, иң элек «Анга» тип аталған изге китаптар яҙылған, уларҙың 11-е шветамбара яҙмаһында яҙылған һәм һаҡланған; һуңыраҡ Санскрит яҙмаһын ҡулланғандар.
Джина тәғлимәте (Махавира) Будда Шакьямуни тәғлимәтенән әллә ни айырылмай; хатта уларҙың терминологияһы ла, ғөмүмән, бер төрлө, ике дингә нигеҙ һалыусыларҙың традицион биографиялары бер ҡалыпта ҡойолған кеүек тойола, ә джайнизмдың изге китаптарын уҡығанда, күрәһең, улар буддистар тураһында һүҙ алып барған кеүек[14].
Ике тәғлимәттең айырмаһы — джайнизмдың ҡотолоу юлы булараҡ үҙ-үҙеңде ғазаплауға бәйле әһәмиәте ҙурыраҡ. Буддистар пали телен, джайнизмды — пракрит телен ҡуллана. Буддистар фекеренсә, уларҙың диненә нигеҙ һалыусыны 25 будда булған, Джинала 24 джин-тиртханкар (ҡотҡарыусы, кисеү юлын эҙләүсе) булған.[14]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.