From Wikipedia, the free encyclopedia
Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы (10 сентябрь 1948 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2015)[1], журналист, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1978—1999 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, 1990—1995 йылдарҙа РСФСРҙың 12-се саҡырылыш (артабан Рәсәй Федерацияһының) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар һәм 1979 йылдан СССР Журналистар союздары ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984), Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Рәсәй Федерацияһының (2005) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2006) һәм Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы (2000) лауреаты. Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2000).
Гөлфиә Юнысова | |||
Исеме: |
Иҙелбаева Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы | ||
---|---|---|---|
Тыуған көнө: |
10 сентябрь 1948 (76 йәш) | ||
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Әлшәй районы Һарыш ауылы | ||
Гражданлығы: | |||
Эшмәкәрлеге: | |||
Жанр: |
поэзия | ||
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |||
Наградалары: |
| ||
Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова (Иҙелбаева) 1948 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Һарыш ауылында тыуған.
1966 йылда Раевка урта мәктәбен тамамлай, артабан Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Студент йылдарында уҡ балалар өсөн шиғырҙар ижад итә, «Миңә бары өс кенә» (1969) һәм «Зәңгәр тубым» (1971) тигән ике йыйынтығы донъя күрә. 1971—1973 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Шул йылдарҙа балалар өсөн тағы ла ике китап сығара. Г. Юнысова — ике тиҫтәнән артыҡ китап авторы, уның шиғырҙары бик күп телдәргә тәржемә ителгән.
Гөлфиә Юнысованың байтаҡ шиғырҙарына көйҙәр яҙылып, популяр йырҙар булып китте. Шағирә ижтимағи-сәйәси, ғаилә-тәрбиә хаҡында яҙған публицистик мәҡәләләре менән йыш ҡына радио-телевидение аша һәм гәзит-журнал биттәрендә сығыш яһай.
1978 йылдан 1999 йылға тиклем «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире булды.
1979—1990 йылдарҙа Өфө ҡалаһы депутаты, Рәсәй Юғары Советы депутаты һәм Юғары Советы Президиумы ағзаһы булды. 1999 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутат итеп һайланды.
Гөлфиә Юнысова — «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Миәкә районының М. Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты (2000)[2].
2015 йылдың 2 декабрендә Гөлфиә Юнысоваға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» маҡтаулы исем бирелде[1].[3]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.