From Wikipedia, the free encyclopedia
Уның Король Ғали йәнәптәре Эстель Сильвия Ева Мэри, Швеция принцессаһы, герцогиня Эстергетландская (швед. Estelle Silvia Ewa Mary, prinsessa av Sverige, hertiginna av Östergötland, 2012 йылдың 23 февралендә Сольна, Стокгольмда тыуған) — швед тәхете вариҫы кронпринцесса Викторияның һәм уның ире герцог Даниэль Вестлинг Вестергетландскийҙың ҡыҙы.
Герцогиня Эстель Эстергётландская | |
швед. Estelle Silvia Ewa Mary | |
Герб | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Тыуған ваҡыттағы исеме | швед. Estelle Silvia Ewa Mary[1] |
Титул | Швеция принцессаһы[d][2][3] һәм герцогиня[d][2][1] |
Тыуған көнө | 23 февраль 2012[1][2][4] (12 йәш) |
Тыуған урыны | Karolinska University Hospital[d], Сольна[d], Швеция[4] |
Дата крещения | 22 май 2012[5][2] |
Атаһы | Даниель, герцог Вестергётландский[d][2][1][4] |
Әсәһе | Виктория[2][1][4] |
Бер туғандары | Оскар, герцог Сконе[d] |
Нәҫеле | Бернадоты[d][2] |
Туған тел | швед теле |
Яҙма әҫәрҙәр теле | швед теле |
Һөнәр төрө | аристократ, Уҡыусы |
Префикс титула | Королевское высочество[d][2] |
Социаль синыф | член королевской семьи[d] |
Күҙ төҫө | көңгөрт ҡара[d][6] |
Сәс төҫө | тёмно-русый[d][2] |
Спорт төрө | саңғы спорты |
Кем хөрмәтенә аталған | Сильвия, Анна Кристина Ева Вестлинг[d] һәм Мэри[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Герцогиня Эстель Эстергётландская Викимилектә |
Принцесса баш ҡаланың Каролинская дауаханнаһында 4:26 сәғәттә донъяға килә. Ҡыҙ тыуғас бер аҙҙан һуң принцессаның атаһы принц Даниэль туранан-тура дауаханала матбуғат-конференцияһында яңы тыуған баланың буйы — 51 сантиметр, ауырлығы — 3 кг. 280 г. тип әйтә.
Король һарайы коммюникеһында короллектең риксмаршалы Линдквист Сванте, әсә һәм бала үҙҙәрен яҡшы тоя, тип иғлан итә. Шул уҡ көндә улар дауахананан сыға һәм өйҙәренә ҡайта.
Эстельдың титулын һәм исемен 24 февралдә министрҙар кәңәшмәһендә уның олатаһы король Карл XVI Густав иғлан итә, шунан һуң һарайҙа рәхмәт ғибәҙәте Te Deum ҡылалар. Эстель исеме элек Бернадот ғаиләһендә бер тапҡыр осрай — ул исем менән Бернадот Эстель (ҡыҙ фамилияһы — Мэнвилл) Карл XVI исем атаған атаһы, билдәле йәмиәғәт эшмәкәре граф Фольке Бернадоттың, ҡатынын атайҙар. Сильвия һәм Ева исемдәре принцессаның оләсәләренә — королева Сильвия Зоммерлатҡа һәм принц Даниэльдың әсәһенә бирелгән була[7].
1980 йылдан алып Швецияла ғәмәлдәге булған тигеҙ примогенитура законына ярашлы, яңы тыуған принцесса, әсәһенән ҡала, швед тәхетенең вариҫлыҡ хоҡуғына икенсе булып дәғүә итә, унан һуң уның ҡустыһы принц Оскар тора. София Ганноверскаяның нәҫеле булараҡ, ҡыҙ шулай уҡ өсөнсө йөҙлөктө биләп, британия тәхетенә вариҫ булып ҡала.
2012 йылдың 22 майында принцесса Эстель Стокгольмдағы Король һарайы сиркәүендә суҡындырыла. Ҡыҙҙың исем ата-әсәләре булып әсәһе яғынан бабайы Карл-Филипп, атаһы яғынан инәйе Анна Вестлинг һәм принц Виллем-Александр Оранский (2013 йылдан алып Нидерланд короле), Данияның кронпринцессаһы Мэри һәм Норвегияның кронпринцы Хоком була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.