Версаль (ҡала)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Версаль (франц.Versailles) — Франциялағы ҡала. Версаль (коммуна) ҡалаһы Францияның баш ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 17,1 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан, Ивелин департаментының административ үҙәге булып тора. Халыҡ 2004 йылда яҡынса 85 900 кеше тәшкил иткән, 1975 йылда 94 145 кеше йәшәгән.
Тораҡ пункт беренсе тапҡыр 1038 йылда телгә алына[13]. Ҡала Версаль короле резиденцияһының тышҡы һарай даирәһенән үҫешә, ул һуңғы йөҙ йыллыҡта король һарайының төп урыны булған (1666—1789 йыл). 1919 йылда Беренсе донъя һуғышы йомғаҡтары буйынса, һарайҙа Версаль тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыла.
Ҡала диңгеҙ кимәленән 130 м алып 140 м тиклем бейеклектә (Париж үҙәге — бары 33 м) урмандар менән уратып алынған яйлала урынлашҡан. Версаль 26,18 км² майҙанды тәшкил итә, был Париждың яҡынса дүрттән бер өлөшө; халыҡ тығыҙлығы — 3,275 кеше/км² (1999 йыл мәғлүмәттәре буйынса), ә Парижда — 20,164 кеше/км² йәшәй. Версаль урамдары тура һәм симметриялы планлаштырылған, һәм XVIII быуат үлсәмдәре буйынса иң заманса европа ҡалаһы. Версаль Вашингтон ҡалаһын планлаштырыу өсөн модель булып торған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.