Беренсе донъя һуғышын рәсми тамамлаусы килешеү From Wikipedia, the free encyclopedia
Версаль тыныслыҡ килешеүе — 1919 йылдың 28 июнендә Францияның Версаль һарайында ҡул ҡуйылған һәм Беренсе донъя һуғышын рәсми тамамлаусы килешеү. Оҙайлы серле кәңәшмәләрҙән һуң, килешеүҙең шарттары 1919—1920 йылдарҙағы Париж тыныслыҡ конференцияһында килешеүҙең шарттары төҙөлә һәм тыныслыҡ килешеүенә еңеүсе-дәүләттәрҙең берәр вәкиле уға ҡул ҡуялар: бер яҡтан АҠШ, Бөйөк Британия, Франция, Италия һәм Япония, тағы ла Бельгия, Боливия, Бразилия, Куба, Эквадор, Греция, Гватемала, Гаити, Хиджаз, Гондурас, Либерия, Никарагуа, Панама, Перу, Польша, Португалия, Румыния, Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге, Сиам, Чехословакия, Уругвай һәм икенсе яҡтан капитуляциялаған Веймар республикаһы була.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
ҡул ҡуйыу датаһы | 28 июнь 1919 |
ҡул ҡуйыу урыны | Версаль һарайы, Франция |
тулы көсөнә эйә булыу ваҡыты | 10 ғинуар 1920 |
шарттары | Германия һәм дүрт төп союздаш державалар менән ратификациялау |
ҡул ҡуйылған | Веймар республикаһы, Бөйөк Британия, Италия, АҠШ(килешеүҙе ратификацияламаған), Франция, Япония, Бельгия, Боливия, Бразилия, Гаити, Гватемала, Гондурас, Греция, Ҡытай, Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге, Куба, Либерия, Никарагуа, Панама, Перу, Польша, Португалия, Румыния, Сиам, Уругвай, Хиджаз, Чехословакия, Эквадор |
Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Германия яғында булған илдәр менән Антанта бер аҙ һуңыраҡ тыныслыҡ килешеүҙәре төҙөй: 10 сентябрь 1919 йыл — Австрия менән (Сен Жермен килешеүе); 27 ноябрь 1919 йыл — Болгария менән (Нёйи килешеүе); 4 июнь 1920 йыл — Венгрия менән (Трианон килешеүе); 10 август 1920 йыл — Ғосман империяһы менән (Севр тыныслыҡ килешеүе)[1]. Аҙағыраҡ Севр тыныслыҡ килешеүе урынына Лозанна тыныслыҡ килешеүе менән алыштырыла, ул Лозанна конференцияһының (1922—1923) төп документтарының береһе була һәм уға 1923 йылдың 24 июлендә бер яҡтан Бөйөк Британия, Франция, Италия, Япония, Греция, Румыния, Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге илдәре менән, ә икенсе яҡтан — Төркиә менән ҡул ҡуйыла. 1920 йылдың 10 ғинуарынан алып, Германия һәм дүрт союздаш державалар — Бөйөк Британия, Франция, Италия һәм Япония ратификациялағандан һуң, Версаль тыныслыҡ килешеүе тулы көсөнә эйә башлай. Килешеүгә ҡул ҡуйып, әммә ратификацияламағандар араһында өс дәүләт — АҠШ, Хиджаз һәм Эквадор була. Бөйөк Британия һәм Франция йоғонтоһо ҙур булған һәм уставы Версаль тыныслыҡ килешеүенең бер өлөшө булып торған Милләттәр Лигаһында АҠШ ҡатнашырға теләмәй һәм уның Сенаты килешеүҙе ратификацияламай. Һуңыраҡ 1921 йылдың авгусында АҠШ Гер мания менән махсус килешеү төҙөй, ул ғәмәлдә Версаль тыныслыҡ килешеүенән айырылмай, ләкин Милләттәр Лигаһы хаҡындағы статьялар унда булмай[2].
1918 йылдың 11 нояберендә Германия менән төҙөлгән ваҡытлыса килешеүҙең ғәмәлдә булыуына ҡарамаҫтан, һуғыштың фактик бөтөүө өсөн Париж тыныслыҡ конференцияһы сиктәрендә тағы ла алты ай дауамында барған һөйләшеүҙәр талап ителә. Союздаштар араһында һөйләшеүҙәр 1919 йылдың 18 ғинуарында Парижда Францияның Тышҡы эштәр министырлығында башлана. Тәүҙә һөйләшеүҙәрҙә 27 илдән 70 делегат ҡатнаша[3]. Һуғышта еңелгәндәң һуң Германия, Австрия һәм Венгрия вәкилдәрен һөйләшеүҙәрҙән сығаралар. Брест килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң, Рәсәй вәкилдәрен дә һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаштыртмайҙар. Аҙағыраҡ Париж тыныслыҡ конференцияһы сиктәрендә ҡарарҙар ҡабул итеүҙә тик дүрт дәүләт — Бөйөк Британия, Франция, Италия һәм АҠШ вәкилдәре ҡатнаша[4]. Фиумдағы (хәҙерге Риека) территорияларҙы Италияға бирелмәгәс, уның премьер-министыры Витторио Орландо һөйләшеүҙәрҙе ташлап китә һәм яңынан уға тик 1919 йылдың июнендә килешеүгә ҡул ҡуйыр өсөн ҡайта. Һөҙөмтәлә тик өс дәүләт кенә килешеүҙең шарттары билдәләйҙәр — Бөйөк Британия премьер-министыры Дэвид Ллойд Джордж, Франция премьер-министыры Жорж Клемансо һәм АҠШ президенты Вудро Вильсон. Әммә күп кенә ҡаршылыҡтар арҡаһында бындай бәләкәй төркөмгә лә килешеүгә килеү бик ауырға төшә, шунлыҡтан ул «бәхетһеҙ компромисс» тигән исем алған[5].
Шулай итеп, оҙайлы серле кәңәшмәләрҙән һуң Версаль тыныслыҡ килешеүенең шарттары билдәләнә, 1919 йылдың 21 октяберендә Милләттәр Лигаһы Секретариатында уларға ҡул ҡуйыла һәм теркәлә. Веймар республикаһы, Бөйөк Британия, Франция, Италия һәм Япония ратификациялағандан һуң, 1920 йылдың 10 ғинуарынан алып килешеү тулы көсөнә эйә була башлай.
Һуғыш ваҡытында зыян килтергән өсөн Германияға бөтә яуаплылыҡ һалына:
Версаль тыныслыҡ килешеүе маҡсаты булып донъяны еңеүсе-дәүләттәр файҙаһына бүлеүҙе нығытыу булған. Килешеү шарттары буйынса Германия Францияға Эльзас-Лотарингияны (1870 йылғы сиктәр буйынса) ҡайтара; Бельгияға Эйпен-Мальмеди округтары, Морененың нейтраль һәм прусс өлөштәрен бирә; Польшаға — Позенды (Познаньды), Померанияның өлөшөн һәм Көнбайыш Пруссияның башҡа территорияларын тапшыра; Данциг (Гданьск) ҡалаһы һәм округы «ирекле ҡала» тип иғлан ителә; Мемель (Клайпеда) өлкәһе Милләттәр Лигаһы идаралығы аҫтына, ә 1923 йылдың февралендә — Литваға бирелә.
Шлезвигтың, Үрге Силезияның һәм Көнсығыш Пруссияның көньяҡ өлөшөнөң ниндәй дәүләт составында булыуы плебисцитта ҡаралырға тейеш була. Һөҙөмтәлә Шлезвигтың өлөшө 1920 йылда Данияға, Үрге Силезияның өлөшө 1921 йылда Польшаға, Көнсығыш Пруссияның көньяҡ өлөшө Германия составында тороп ҡала, Силезияның бәләкәй генә өлөшө — Гюльчин округы Чехословакияға күсә.
Одер йылғаһының уң яғындағы ерҙәр, Түбәнге Силезия, Үрге Силезияның күп өлөшө һәм башҡалар Германия составында ҡала. Саар өлкәһе 15 йылға Милләттәр Лигаһы идаралығы аҫтына бирелә, 15 йыл үткәндән был өлкәнең яҙмышы плебисцит формаһында ҡаралырға тейеш була. Саар таш күмер шахталары Францияның мөлкәте булып китә.
Польшаның көнсығыш сиктәре Буг йылғаһы буйлап Брест һәм Гродно ҡалаларынан көнбайыштараҡ, Керзон исеме аҫтында билдәле һыҙыҡ буйынса үтә.
Килешеү буйынса Германия Австрияның, Польшаның һәм Чехословакияның тулы бойондороҡһоҙлығын танырға һәм һаҡларға тейеш була. Рейн йылғаһының һул яҡ ярындағы Германия ерҙәре һәм уң яҡ ярының 50 км киңлегендәге һыҙат демилитаризациялана. Килешеүҙең XIV өлөшөн гарантиялау өсөн, Рейн йылғаһы бассейны территоряһының өлөшөн союздаш ғәскәрҙәр менән 15 йыл дауамында окуппациялау шарт итеп ҡуйыла.
Германия бөтә колонияларын юғалта, улар һуңғараҡ Милләттәр Лигаһының мандаттар системаһы нигеҙендә төп еңеүсе-державалар араһында бүленәләр.
Германия колонияларын бүлеү артабандағыса булған. Африкалағы Танганьика мандаты Бөйөк Британияға, Руанда-Урунди районы — Бельгияға, «Кионг өсмөйөшө» (Көньяҡ-Көнсығыш Африка) — Португалияға бирелгәндәр, Того һәм Камерун территориялары Бөйөк Британия һәм Франция араһында бүленгән, ә Көньяҡ Африка Союзы Көньяҡ-Көнбайыш Африкаға мандат ала. Тымыҡ океандағы Германияның экваторҙан төньяҡтараҡ урынлашҡан утрауҙары Японияға, ә Яңы Гвинея утрауындағы һәм уға яҡын булған утрауҙарҙағы территориялар Австралия Союзына, Көнбайыш Самоа утрауҙары Яңы Зеландияға инәләр.
Версаль тыныслыҡ килешеүе буйынса Германия Ҡытайҙағы бөтә концессиялар һәм өҫтөнлөктәрҙән, Сиамдағы бөтә мөлкәтенән һәм консул юрисдикциянан, Либерия менән төҙөлгән бөтә килешеүҙәренән баш тарта, тағы ла Марокко өҫтөнән Францияның һәм Мысыр өҫтөнән Бөйөк Британияның протектораттарын таный. Германияның Цзяо-Чжоу һәм Шаньдун провицияларына хоҡуғы Японияға бирелә, шунлыҡтан Ҡытай Версаль килешеүенә ҡул ҡуймай.
Килешеүгә ярашлы Германияның хәрби көстәрнең һаны 100 меңлек ҡоро ер ғәскәрҙәре менән сикләнергә тейеш була. Мотлаҡ хәрби хеҙмәт ғәмәлдән сыға. Һаҡланып ҡалған хәрби-диңгеҙ флотының төп өлөшө еңеүселәргә бирелергә тейеш була. Яңы хәрби караптар төҙөүгә ҡаты сикләүҙәр һалына.
Германияға күп кенә яңы ҡоралды — хәрби авиацияны, бронетехниканы ҡулланыу тыйыла. Германия репарациялар формаһында Антантаның хөкүмәте һәм айырым граждандары кисергән сығымдарҙы ҡапларға тейеш була. Репарацияның үлсәмен махсус Репарация комиссияһы билдәләргә тейеш була.
2010 йылдың 3 октяберендә Германия 70 миллион евро суммаһындағы һуңғы транш менән Версаль килешеүе буйынса ҡуйылған репарациялар түләүен тамамлай (269 миллиард алтын маркалар — яҡынса 100 мең тонна алтын эквиваленты). Түләүҙәр нацистар властҡа килгәс туҡтатыла һәм яңынан 1953 йылда Лондон килешеүенән ҡайтарыла.
116-сы статьяға ярашлы Германия 1914 йылдың 1 авгусында Рәсәй империяһы составында булып бойондороҡһоҙ алған бөтә территорияларҙы танырға, тағы ла 1918 йылғы Брест тыныслығын һәм большевиктар менән төҙөлгән башҡа килешеүҙәрҙе ғәмәлдән сығарырға мәжбүр була. 117-сы статьяға ярашлы, Германия Рәсәйҙәге большевик власының легитимлығын шиккә ҡуйырға, элекке Рәсәй империяһының территорияларында барлыҡҡа килгән йәки «барлыҡҡа киләсәк» дәүләттәр менән Антанта төҙөгән килешеүҙәрҙе танырға тейеш була.
Властҡа нацистар килгәндән һуң, Германияға һалынған сикләүҙәр Европа державалары менән контрольдә тотолмай йәки уларҙы боҙоу бер нисектә тыйылмай. Өлгө итеп Рейн өлкәһен ремилитаризациялау, Австрияны ҡушыу, Чехословакиянан Судет өлкәһен тартып алыу һәм Чехия һәм Моравияны оккупациялау була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.