From Wikipedia, the free encyclopedia
ГолосовГолосов
← 1912 (Дума) 1938 (ВС) → | |||
Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлауҙар | |||
---|---|---|---|
Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышының 808 депутатынан 707 депутат һайланған | |||
12 (25) ноябрь 1917 йыл (илдең төп территорияһында) | |||
Тауыш биреүселәрҙең әүҙемлеге | 48,44 % | ||
Файл:Oleksandr Sevryuk.jpg | |||
Партия етәксеһе | Виктор Чернов | Владимир Ленин | Александр Севрюк |
Партия | ПСР | РСДРП(б) | УПСР |
Алынған урындар | 347 / 767 |
180 / 767 |
81 / 767 |
Тауыштар | 17 943 000 (40,4 %) |
10 661 000 (24,0 %) |
3 433 000 (7,7 %) |
Партия етәксеһе | Павел Милюков | Юлий Мартов | Николай Чхеидзе |
Партия | ПНС | РСДРП(м) | СДПГ(м) |
Алынған урындар | 18 / 767 |
17 / 767 |
|
Тауыштар | 2 088 000 (4,7 %) |
1 144 000 (2,6 %) |
662 000 (1,5 %) |
Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлауҙар 1917 йылдың 12 (25) ноябрендә уҙғарылған.
Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлауҙарға әҙерләнеү Февраль инҡилабынан һуң уҡ башланған. Әммә Ойоштороу йыйылышы саҡырылышына тиклем генә эшмәкәрлек итергә тейеш булған Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәте һайлауҙарҙы уҙғарырға ҡабаланмаған. 1917 йылдың 14 июнендә Ойоштороу йыйылышына һайлауҙар датаһы тип 17 сентябрь билдәләнгән, ә Ойоштороу йыйылышына саҡырылыш 30 сентябргә тәғәйенләнгән. Ләкин 9 августта А. Ф. Керенский рәйеслегендәге Ваҡытлы хөкүмәт һайлауҙарҙы 12 ноябргә, ә Ойоштороу йыйылышы саҡырылышын 28 ноябргә тәғәйенләргә ҡарар иткән.
Октябрь инҡилабынан һуң уҡ 1917 йылдың 27 октябрендә Халыҡ Комиссарҙары Советы В. И. Ленин ҡултамғаһы менән Ойоштороу йыйылышына һайлауҙарҙы тәғәйенләнгән мөҙәттә — 1917 йылдың 12 ноябрҙә уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул иткән һәм сығарған. Был ҡарарға ярашлы барлыҡ һайлау комиссиялары, урындағы үҙидара учреждениелары, эшселәр, һалдаттар һәм крәҫтиәндәр депуттары Советтары һәм фронттағы һалдат ойошмалары билдәләнгән мөҙәттә Ойоштороу йыйылышына һайлауҙарҙы ирекле һәм дөрөҫ уҙғарыуҙы тәьмин итер өсөн «бөтә көстәрен һалырға» тейеш булған. Шулай итеп, Совет хөкүмәте Ойоштороу йыйылышы саҡырылышына тиклем ваҡытлыса булып ҡалған.
1917 йылдың 25 мартында Ойоштороу йыйылышына һайлауҙар тураһында ҡарарҙың (рус. Положение о выборах в Учредительное собрание) проектын әҙерләү өсөн Махсус кәңәшмә булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Был органдың составы бер айҙан ашыу дауам иткән һәм ул тик 25 майҙа үҙ эшен башлаған. Махсус кәңәшмә составына (июлдә унда 82 ағза иҫәпләнгән) дәүләт хоҡуғы буйынса 12 белгес (шул иҫәптән В. М. Гессен, С. А. Котляревский һәм башҡалар) индерелгән.
Ойоштороу йыйылышына һайлауҙар тураһында ҡарарҙың проекты өҫтөндә эш 1917 йылдың авгусында тамамланған.
Һөҙөмтәлә Ойоштороу йыйылышына һайлауҙар тураһында иң демократик закон ҡабул ителән: йәшерен тауыш биреүҙә һайлауҙар дөйөм, тиң һәм тура булғандар. Ҡабул ителгән закон башҡа илдәрҙәге һайлау хоҡуҡиәтенең социаль үҫешенән күпкә алдараҡ һәм Рәсәй өсөн инҡилаби булған:
1917 йылдың 12 ноябрендә һайлауҙар башланған. Ғәмәлдә бөтә урындарҙа ла һайлауҙар тәғәенләнгән мөҙәттә уҙғарылмаған һәм ҡайһы бер округтарҙа декабргә һәм хатта ғинуарға күсерелгән. Был башлыса техник һәм ойоштороу сәбәптәренә бәйле булған. Электораль әүҙемлек тауыш биреүселәрҙең йәшенә ҡарап тирбәлгән. Мәҫәлән, Мәскәү губернаһы ҡалаларында һайлауҙарға килеүҙең иң түбән күрһәткесе йәштәр араһында күҙәтелгән (20-йәшлектәрҙә ул 45,5 % тәшкил иткән), ә иң юғары күрһәткес 40—49 йәштәге һайлаусылар төркөмөндә булған (59,2 %).
Һайлауҙар уҙғарыу ваҡытында Петроградҡа большевиктарға тоғро булған ғәскәрҙәр тупланған. Һайлауҙарҙан һуң большевиктар кадеттарға ҡаршы репрессиялар башлаған. Конституцион-демократик партия рәсми рәүештә «халыҡ дошманы» партияһы тип иғлан ителгән һәм уның ағзаларын ҡулға алыуҙар башланған. Йыйылыш депутаттарының 2 %-нан әҙерәген тәшкил иткән кадеттар бөтөрөлгән һәм уның эшмәкәрлегендә ҡатнашмағандар.
Ричард Пайпс билдәләүенсә, большевиктарға Ойоштороу Йыйылышына һайлауҙар тураһында эштәр буйынса бөтә Рәсәй комиссияһы (Всевыборы) өҫтөнән тулыһынса контроль урынлаштыра алмаған. Был комиссия Ваҡытлы хөкүмәт тарафынан 1917 йылдың июлендә-авгусында булдырылған, уның етәксеһе кадет Н. Н. Авинов булған. Комиссия Октябрь инҡилабын хупламаған һәм большевистик Халыҡ Комиссарҙары Советының властҡа килеүе законһыҙ тип белдергән. Халыҡ Комиссарҙары Советының 1917 йылдың 23 ноябрендәге ҡарарына ярашлы «комиссия өҫтөнән» комиссар итеп М. С. Урицкий тәғәйенләнгән, комиссарҙың комиссия ағзаларын сығарыу һәм яңыларын тәғәйенләү хоҡуғы булған[1]. М. С. Урицкий менән берлектә эшләүҙән баш тартҡан комиссия рәйесе, 15 ағзаһы һәм 6 «ағзалыҡҡа кандидат» Халыҡ Комиссарҙары Советының 1917 йылдың 29 ноябрендәге ҡарары менән комиссия составынан сығарылған, был ҡарар 30 ноябрҙә үҙ көсөнә ингән[2]. Был ҡарарға ярашлы, яңы ағзалар тәғәйенләнгә тиклем комиссияның барлыҡ эштәре менән идара итеүгә М. Урицкий күсә. Был ваҡытҡа тиклем һайлауҙар фактик рәүештә уҙғарылған булған.
Комиссияның һаҡланып ҡалған мәғлүмәттәренә ярашлы һайлауҙар 15 ноябрҙә 81 округтан 46 округында була, уларҙың ҡайһыларында һайлауҙар бер нисә аҙнаға һуҙылған. 20 округта һайлауҙар 15-26 ноябрҙә башланған, 12 округта һайлауҙар 1917 йылдың декабренә — 1918 йылдың ғинуарына күсерелгән. 3 округ буйынса (Таврия, Урал, Францияла һәм Балҡанда рус ғәскәрҙәре) комиссияның бөтөнләй мәғлүмәттәре булмай.
Һайлауҙар һөҙөмтәләре буйынса социалист-революционерҙар (эсерҙар) партияһы еңеү яулаған, улар большевиктарға ҡарағанда 16 %-ҡа күберәк тауыш йыйған (рәсми мәғлүмәттәр буйынса 40 %).
Шул уҡ ваҡытта Ойоштороу йыйылышына һайлауҙарҙа һул эсерҙары партияһы эсерҙар партияһы менән дөйөм исемлектәр менән ҡатнашҡан, сөнки һул һәм уң эсерҙар 1917 йылдың 2—11 декабрендәге (19—28 ноябрендәге) һул эсерҙарҙың съезына ҡәҙәр берҙәм партияны хасил иткәндәр.
Исемлектәр төҙөгән мәлдә һул эсерҙар үҙ партияһында әҙселекте тәшкил иткәндәр, улар ҡағиҙә булараҡ урындағы ойошмаларҙа ла күп булмағандар, исемлектәрҙе уң күпселеге төҙөгән һәм үҙҙәренең һул оппоненттарын исемлек аҙағына ҡуйғандар. Һөҙөмтәлә һул эсерҙарға өҫтөнлөк биреп дөйөм исемлек өсөн тауыш биргән крәҫтиәндәрҙең өлөшө уң эсерҙарҙы мандаттар менән тәьмин иткән.
Октябрь инҡилабынан һуң сәйәси төркөмдәрҙең удел көсөн сағылдырмаған исемлектәр буйынса уҙғарылған һайлауҙар Ойоштороусылар йыйылышы ағзаларының партия составына йоғонто яһаған.
Һайлауҙарҙа тауыштарҙың таралыуы тураһында төрлө ҡараштар бар, әммә большевиктар ҡалаларҙа, ә эсерҙар ауылдарҙа еңгән тип иҫәпләнә. Мәҫәлән, Петроградта большевиктар — 45 %, кадеттар — 27 %, эсерҙар — 17 % тауыш йыйған[3]. Мәскәүҙә большевиктар 48 % тауыш йыйған. Армия ла большевиктарға ҙур хуплау күрһәткән: Төньяҡ фронтта — 56 %, Көнбайыш фронтта — 67 %; Балтик флотында — 58,2 %; төньяҡ-көнбайыш һәм үҙәк сәнәғәт райондарыныңы 20 округында дөйөм алғанда һайлаусыларҙың 53,1 % большевиктарға тауыш биргән[4].
Эсерҙар исемлеге сәнәғәт булмаған райондарҙа һәм көньяҡ фронттарҙа тауыштарҙың абсолют күпселеген алған: Ставрополь (Кавказда) — 90 %, Алтай — 86 %, Кавказ фронты — 86 %, Томск — 85 %, Курск — 82 %, Пенза — 82 %, Воронеж — 80 %, Тобольск — 78 %, Вологда — 75 %, Тамбов — 71 %, Харьков — 71 %, Могилёв — 70 %, Архангельск — 69 %, Енисей — 66 %, Сембер — 64 %, Орёл — 63 %, Байкал аръяғы — 61 %, Псков — 61 %, Румыния фронты — 59 %, Һамар — 58 %, Вятка — 57 %, Рязань — 57 %, Амур буйы — 55 %, Түбәнге Новгород — 54 %, Таврия — 53 %, Иркутск — 53 %, Әстерхан — 52 %, Пермь — 52 %, Һарытау — 52 %, Херсон — 51 %.[5]
Кадеттарҙың уңыштары ҙур ҡалаларҙа сағыштырмаса яҡшы булған. Петроградта улар икенсе урынға сыҡҡан (тауыштарҙың 27 %), ә 38 губерна ҡалаларынан 11-ндә кадеттар большевиктарҙы ҡыҫырыҡлап хатта беренсе урынға сығырға ирешкән (айырым әйткәндә, Воронежда — 58 %, Калугала — 49 %). Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә крәҫтиән күпселегенең ҙур өҫтөнлөккә эйә булғанға күрә кадеттар илдә уртаса тик 4,8 % тауыш йыйғандар.
Дөйөм алғанда һайлауҙарҙа тауыш биреүсеүләрҙең 50 %-нан кәмерәге (90 миллиондан 44,5 миллионы) ҡатнашҡан. Һайлауҙарға килеүҙең түбән күрһәткесе II Бөтә Рәсәй эшселәр һәм һалдаттар депутаттары советтары съезының һайлауҙар ваҡытына тиклем бөтә мөһим декреттарҙы ҡабул иткән һәм үҙаллы Советтар власы идаралығы формаһын урынлашырылыуы менән аңлатырға мөмкин.
Һул эсерҙар бөтә властың Советтарға тапшырылыуы мәсьәләһендә большевиктарҙы хуплаған. Шулай итеп, большевиктар һәм һул эсерҙар барлыҡ тауыштарҙың 30 %-ан күберәген алған. Һайлауҙар һөҙөмтәләре буйынса күпселек тауыштарҙы (яҡынса 80 %) социалистик партиялар алыуын күрһәткән.
Тарихсы Эрик Лэндис фекеренсә, ҡайһы бер осраҡтарҙа һайлауҙарҙа «өйөр тауыш биреүе» (ингл. herd voting) күҙәтелгән: мәҫәлән, Тамбов губернаһының Моршанск өйәҙе берҙәм тауыш менән большевиктарҙы хуплаған, ә ике күрше һайлау округтарында коммунистар 3000 тауыштан тик 98 тауыш алған[6][7].
Башҡорт мәркәз шураһы башҡорттарҙан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына депутатлыҡҡа кандидаттарҙың һайлау алды кампанияһын ойоштора. 1917 йылдың 25—29 авгусында Өфөлә уҙған II Бөтә башҡорт ҡоролтайында Өфө, Пермь, Һамар һәм Ырымбур губерналары башҡорттарынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына депутатлыҡҡа кандидаттар исемлеге раҫлана[8].
Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлауҙар 1917 йылдың 12—14 ноябрендә Өфө һайлау округында һәм 26—28 ноябрҙә Ырымбур һайлау округында үтә[8].
Өфө һайлау округында 13 депутат һайлана:
Ырымбур һайлау округында 11 депутат һайлана:
Төрлө сығанаҡтар һайлау һөҙөмтәләре буйынса төрлө мәғлүмәттәр бирә; улар тураһында мәғлүмәттәр күп йылдар дауамында төрлө тикшеренеүселәр тарафынан төҙәтелгәндәр, һәм 1930 йылда нәшер ителгән «Всероссийское Учредительное собрание. 1917 год в документах и материалах» тигән документтар йыйынтығында 5 ғинуарҙағы ултырыштың стенографик отчетына инеш һүҙҙә ошолай билдәләп үтелгән: ҡайһы бер һайлау округтары буйынса һан мәғлүмәттәрҙең төрлөлөгө айырым осраҡтарҙа бик ҙур булған.[5] Быларҙы хәҙерге сығанаҡтарҙа бөтөрә алмай, мәҫәлән, ҡайһыларында, эсерҙарҙан, социал-демократтарҙан һәм халыҡ социалистарынае тыш йәнә бер «социалистар» бар, һәм был урында кем булырға тейешлеге аныҡ билдәле түгел.[9] Башҡаларҙа (түбәндә ҡарағыҙ), эсерҙарҙың дөйөм һайлау исемлеге булғанда был һандарҙың ҡайҙан алыныуын аңлатмайынса һул эсерҙарға бирелгән тауыштар күрһәтелгән.
George Mason University Website сайтынан һөҙөмтәләр:
Партия | Тауыштар иҫәбе | Тауыштар өлөшө, % | Мандаттар һаны (767-нән) |
---|---|---|---|
Эсерҙар | 17 943 000 | 40,4 | 347 |
Большевиктар | 10 943 000 | 24 | 180 |
Украина эсерҙары | 3 433 000 | 7,7 | 81 |
Кадеттар | 2 088 000 | 4,7 | 15 |
Меньшевиктар | 1 144 000 | 2,6 | |
Грузия меньшевиктары | 662 000 | 1,5 | |
Мусаватистар (Әзербайжан) | 616 000 | 1,4 | |
Дашнакцутюн (Әрмәнстан) | 560 000 | 1,3 | |
Һул эсерҙар | 451 000 | 1,0 | |
Алаш Урҙа (Ҡаҙағстан) | 407 000 | 0,9 | |
Төрлө либераль партиялар | 1 261 000 | 2,8 | |
Рәсәй халыҡтарының төрлө партиялары | 407 000 | 0,9 | |
Төрлө һул партиялар | 401 000 | 0,9 | |
Бойондороҡһоҙҙар | 4 543 000 | 10,2 |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.