Пермь крайының Барҙы районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Бөрөжлө (Брюзли) — Рәсәй Федерацияһы Пермь крайы Барҙы районындағы ауыл. Бөрөжлө ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Ауыл | |
Бөрөжлө Брюзли | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
Бөрөжлө |
Координаталар | |
Халҡы |
374 кеше (2010) |
Почта индексы |
618162 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
59, 81, 159 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ауыл Чернушка-Уҫы федераль трассаһында, Бөрөжлө йылғаһы буйында, Чернушка ҡалаһынан 55 км төньяҡҡа, Уҫы ҡалаһынан 60 км көньяҡҡа һәм район үҙәге Барҙы ауылынан 17 км көнбайышҡа табан урынлашҡан.
Бөрөжлө ауылына Ғәйнә ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған[1].
1859 йылғы ревизия мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда 48 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[1].
1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда 407 башҡорт һәм 16 урыҫ йәшәгән[2].
1963 йылда ауылда 435 кеше, ә XX быуат аҙағында — 435 кеше йәшәгән[1].
2005 йылда халыҡ һаны 433 кеше тәшкил иткән[3].
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса халыҡ иҫәбе 374 кеше тәшкил иткән, шул иҫәптән 174 ир-егет һәм 200 ҡатын-ҡыҙ[4].
Күрше Батырбай һәм Сәжән ауылдарынан балалар белем алған тулы булмаған мәктәп, мәҙәниәт йорто бар.
Төп эшсе халыҡ яҡындағы нефть һәм газ сығарыу предприятиеһында һәм газ үткәргестәрҙең линия идараһы бүлегендә эшләй. Ауыл халҡының күбеһе төрлө ҡалаларға иң яҡшы тормош эҙләп сығып киткән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.