From Wikipedia, the free encyclopedia
Бурһыҡ — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Мәсәҙе ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Бурһыҡ татар. Бурсык | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
Мәсәҙе |
Координаталар | |
Халҡы |
210 человек (2000) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+4 |
Почта индексы |
423753 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Ағиҙел йылғаһының тамағы янында, Аҡтаныш ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Бурһыҡ — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Таҡталасыҡ түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип (аҙаҡ Таҡталасыҡ) улусы составына керә.
1848 йылда тирмән, мәсет (1811 йылдан билдәле), ә 1870 йылда мәсет ҡарамағында мәктәп теркәлгән[2][1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Коллективизация осоронда ауылда «Ағиҙел» колхозы ойошторола, аҙаҡ ул Куйбышев исемен йөрөтә, ә 1965 йылда «Аҡтаныш» колхозы составына керә[1].
1795 йылда ир енесле 104 башҡорт; 1816 йылда — 152 башҡорт, 5 типтәр; 1834 йылда — 235 башҡорт, 5 типтәр; 1859 йылда — 443 башҡорт, 8 типтәр; 1870 йылда — 461 башҡорт; 1905 йылда — 700 башҡорт йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
443 | 461 | 483 | 642 | 706 | 654 | 611 | 707 | 788 | 486 | 468 | 358 | 231 | 210 |
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, китапхана, клуб бар[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.