Болотин (Ауырғазы районы)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Болотин (рус. Болотино) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 281 кеше[1]. Почта индексы — 453489, ОКАТО коды — 80205852005.
Ауыл | |
Болотин Болотин | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав |
урыҫтар |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Соҡат йылғаһы (Өршәк йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.
Ауылға 1891 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙендә ер биләүсе Болотниковта Курск һәм Чернигов губернаһынан күсеп килеүселәр Болотников ширҡәте булараҡ нигеҙ һала. 1896 йылда күскенселәрҙең бер өлөшө башҡорттарҙан сиктәш ерҙәрҙе һатып ала һәм Яңы Покровка ауылына нигеҙ һала. 1896 йылда Болотников ширҡәте ауылы һәм Яңы Покровка булараҡ бергә иҫәпкә алынған, 88 йортта 663 кеше йәшәгән. Мөгәзәй булған. 1906 йылда Болотников ширҡәтендә 426 кеше иҫәпкә алынған (2 бакалея кибете, мөгәзәй билдәләнгән); 20 быуаттың 20‑се йылдарынан алып хәҙерге исеме менән йөрөтөлә[3].
Ауылда башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар[3].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 799 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 905 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 523 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 283 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 329 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 281 | 137 | 144 | 48,8 | 51,2 |
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — урыҫтар (57 %)[4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.