Европалағы дәүләт From Wikipedia, the free encyclopedia
Болга́рия йәки Болғарстан (болг. България), рәсми исеме Болга́рия Респу́бликаһы (болг. Република България, [rɛˈpublika bɤ̞ɫˈɡarijɐ])) — Европалағы дәүләт. Болгария Балҡан ярымутрауының көнсығышында урынлашҡан, ярымутрау майҙанының 22 % биләй. Халыҡ - 6 951 482 кеше. (2019 йыл), биләмә - 110 993 саҡрым. Донъяла халыҡ иҫәбе буйынса 103-сө һәм 107-се урынды биләй. Европа союзында территория һәм халыҡ һаны буйынса 11-се һәм 16-сы урындарҙы биләй.
| |||||
Милли девиз: «Съединението прави силата» | |||||
Гимн: Болгария гимны | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | 22 сентябрь 1908 (Ғосман Империяһы иленән) | ||||
Рәсми телдәр | Болгар теле | ||||
Баш ҡала | София | ||||
Иң ҙур ҡалалары | София, Варна, Бургас, Пловдив, Стара-Загора, Русе, Плевен, Добрич, Сливен, Шумен. | ||||
Идара итеү формаһы | Парламент республикаһы | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. | 104 урын 110 993,6 км² 0.3 | ||||
Халыҡ • Барыһы • Тығыҙлыҡ | 98 урын 7 204 687 64.9 кеше/км²
|
Баш ҡала — София. Дәүләт теле — болгар теле. Ил болғары халҡының этнонимы буйынса исемде алған.
Көньяҡта Греция һәм Төркиә, көнбайышта Сербия һәм Төньяҡ Македония, төньяҡта Румыния менән сиктәш. Көнсығыштан Ҡара диңгеҙ менән йыуыла. Сиктәренең дөйөм оҙонлоғо - 2245 километр, шуның 1181 саҡрымы - ҡоро ер, 686 саҡрымы - йылға яры (уларҙың 470 километры Дунай буйлап үтә) һәм 378 км — Ҡара диңгеҙ буйлап. Географик нөктәләр араһында иң ҙур ара - көнсығыштан көнбайышҡа тиклем 520 саҡрым һәм төньяҡтан төньяҡҡа тиклем 330 километр.
Президент идара иткән Парламент Республикаһы. 2016 йылда Болгарияның президенты итеп биш йылға Румен Радев һайланды. Административ яҡтан ил 265 өлкәгә бүленә. Конституцияға ярашлы, Болгария динһеҙ донъяуи дәүләт. Халыҡтың күпселек өлөшө (78% самаһы) православие динен тота[1].
Үҫешкән ауыл хужалығы булған индустриаль ил. Иҡтисадтың төп тармаҡтарының береһе булып туризм һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе тора. Ил демографик көрсөк кисерә һәм ғүмер оҙайлығы буйынса 73-сө урынды биләй.
ВМФ мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда эске тулайым продукт күләме 159,681 миллиард доллар (бер кешегә 22 700 доллар) тәшкил иткән. Аҡса берәмеге - Болгар левы.[2] Болгария Европа берләшмәһенә инә, ул шулай уҡ Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы — НАТО-ның ағзаһы.
Болгарияның территорияһы 110 550 км², Исландиянан бер аҙға ҙурыраҡ. Ил Ҡара диңгеҙҙең көнбайыш яр буйында урынлашҡан. Төньяҡта Румыния, көньяҡта — Греция һәм Төркиә, көнбайышта — Сербия һәм Төньяҡ Македония менән сиктәш. Территорияһы бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, Болгарияның ландшафты бик төрлө. Болгарияның сигенең оҙонлоғо 2264 км тәшкил итә. Шуның менән бергә йылға сиге 680 км, ә Ҡара диңгеҙ яр буйы — 400 км; көньяҡ һәм көнбайыш сиктәре башлыса тау һырттарынан ғибәрәт.
Болгарияның рельефы бер төрлө түгел. Илдең сағыштырмаса ҙур булмаған территорияһында уйһыулыҡтар, тигеҙлектәр, убалар, тәпәш һәм бейек тауҙар, күп һанда үҙәндәр һәм тәрән тарлауыҡтар урынлашҡан. Болгария топографияһының төп үҙенсәлеге булып бейек һәм тәпәш ландшафт һыҙаттарының сиратлашыуы тора, улар көнсығыштан көнбайышҡа бөтә ил буйынса үтә. Был (геоморфологик өлкәләр тип аталған) һыҙаттар төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай Түбәнге Дунай уйһыулығы, Стара-Планина, Үрге Фракия уйһыулығы һәм Рила-Родоп тау массивы тип аталалар. Болгарияла 3 тау системаһы: Пирин, Рила һәм Родоп. Ҡара диңгеҙ эргәһендә иң көнсығыш өлкәләр убалы, улар көнбайышҡа табан бейегәйә баралар, ә илдең иң ситке көнбайыш өлөшө бейек таулы. Илдең өстән ике өлөшөнән күберәге — тигеҙлектәр, яҫы таулыҡтар йәки 600 метрҙан бәләкәйерәк бейеклектәге убалы ерҙәр. Тигеҙлектәр (200 метрҙан тәпәш) территорияның 31 %-ын, яҫы таулыҡтар һәм убалыҡтар (200—600 м) — 41 %-ын, тәпәш тауҙар (600—1000 м) 10 %-ын, уртаса тауҙар (1000—1500 м) 10 %-ын, һәм бейек тауҙар (1500 метрҙан артыҡ) 3 %-ын тәшкил итәләр. Болгарияның уртаса бейеклеге — 470 м.
Стара-Планина (Балҡан тауҙары) Сербияла Тимошко үҙәнендә башлана һәм үҙәк-көнбайыш Болгарияла көньяҡҡа София соҡорона тиклем дауам итә. Унан тауҙар көнсығышҡа Ҡара диңгеҙгә тиклем китә. Стара-Планинаның оҙонлоғо 600 км самаһы һәм киңлеге 30—50 км. Уның иң бейек участкаһы үҙәк Болгарияла, Ботев тауы урынлашҡан ерҙә урынлашҡан, Балҡан тауҙарының иң бейек нөктәһе 2376 м бейеклектә. Балҡан тауҙары яйлап Ҡара диңгеҙ буйындағы ҡаяларға тиклем тәпәшәйәләр. Стара-Планинаның һәм Средна-Гораның көньяҡ битләүҙәре Үрге Фракия тигеҙлегенә һәм София соҡорона күсә. Өсмөйөш формаһында булған Үрге Фракия уйһыулығы Софиянан алыҫ түгел нөктәлә тауҙарҙан көнсығышҡа ҡарай башлана һәм Ҡара диңгеҙгә ҡарай көнсығыш йүнәлешендә киңәйә. Унда Марица йылғаһы үҙәне һәм йылға һәм Ҡара диңгеҙ араһында урынлашҡан уйһыулыҡтар урынлашҡан. Түбәнге Дунай уйһыулығы кеүек, Үрге Фракия уйһыулығының күп өлөшө убалы һәм ғәғәттәге мәғәнәлә тигеҙлек түгел. Территорияның күп өлөшө ауыл хужалығы өсөн яраҡлы.
Үрге Фракия уйһыулығы менән София соҡоро һәм көньяҡта Греция менән сик араһындағы өлкәне сағыштырмаса бейек тауҙар биләй. Илдең көнбайышында өс һырт: Софиянан көньяҡҡа Витоша, артабан көньяҡҡа Рила һәм илдең көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Пирин урынлашҡан. Улар Болгарияның һәм бөтә Балҡан ярымутрауының иң юғары топографик өлкәһе булып торалар. Рила һырты 2925 м бейеклектәге Мусала тауын да үҙ эсенә ала, был Балҡан илдәрендә иң юғары тау. Рила системаһындағы ун ике тирәһе башҡа тауҙарҙың бейеклеге 2600 метр. Иң бейек тауҙар өсөн һирәк яланғас ҡаялар һәм ағастар һыҙығынан юғары айырым күлдәр характерлы. Тәпәшерәк түбәләре альп болондары менән ҡапланған. Пирин һырты өсөн ҡаялы түбәләр һәм ташлы битләүҙәр характерлы. Уның иң юғары түбәһе — 2915 м бейеклектәге Вихрен, Болгарияла бейеклеге буйынса икенсе урында. Артабан көнсығышта Родоп урынлашҡан.
Стара-Планина Болгарияны ике тигеҙ тиерлек йылғалар системаһына бүлә. Ҙурыраҡ система Болгарияның төньяҡ өлөшөн тәьмин итә, уның ағып төшкән һыуҙары, башлыса Дунай йылғаһы буйынса, Ҡара диңгеҙгә бара. Был система бөтә Түбәнге Дунай уйһыулығын солғап ала һәм ил эсенә уның яр һыҙатынан 48-80 км эскә һуҙыла. Икенсе система Үрге Фракия уйһыулығының һәм көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш илдәрҙең бейек таулы биләмәләренең ҙур өлөшөнөң аҡҡан һыуҙарын Эгей диңгеҙенә йыя. Бөтә йылғалары араһынан Дунай йылғаһы ғына суднолар йөрөү өсөн яраҡлы, әммә Болгарияның бик күп башҡа йылғалары һәм ҡушылдыҡтары гидроэлектроэнергия етештереү өсөн һәм һуғарыу өсөн һыу сығанағы булараҡ юғары потенциалға эйәләр.
Болгарияның майҙаны ҙур түгел, әммә уның климаты шаҡтай төрлө. Ил континенталь һәм урта диңгеҙ климат зонаһында урынлашҡан. Болгария тауҙары һәм үҙәндәре һауа массалары өсөн тәбиғи кәртә йәки канал булып торалар, был сағыштырмаса ҡыҫҡа арауыҡтарҙа һауа торошонда киҫкен контрастлыҡ тыуҙыра. Континенталь климат зонаһы күберәк, сөнки континенталь һауа массалары Дунай уйһыулығына еңел эләгә. Континенталь климат йоғонтоһо ҡыш көслөрәк, көслө ҡар яуа; урта диңгеҙ климаты йоғонтоһо йәй дауамында көслөрәк, эҫе, ҡоро һауа торошо тора. Балҡан тауҙары барьеры тәьҫире бөтә ил буйынса һиҙелә: төньяҡ Болгарияла көньяҡ Болгарияға ҡарағанда уртаса алғанда бер градусҡа һыуығыраҡ һәм ул 192 мм-ға күберәк яуым-төшөм ала. Ҡара диңгеҙ илдә һауа торошона йоғонто яһаусы төп фактор булыр өсөн етерлек ҙур түгел, ул башлыса уның яр буйына ғына йоғонто яһай. Болгарияла уртаса яуым-төшөм миҡдары йылына 730 мм самаһы. Добруджда төньяҡ-көнсығышта, Ҡара диңгеҙ яр буйында, Үрге Фракия уйһыулығының бер өлөшөндә ғәҙәттә яуым-төшөм 500 мм-ҙан кәмерәк була һәм унда, бигерәк тә август аҙағында һәм сентябрь башында бик йыш ҡоролоҡло була. Үрге Фракия уйһыулығының һәм Дунай ҡалҡыулығының ҡалған территорияһында ил буйынса уртасаға ҡарағанда кәмерәк яуым-төшөм яуа; Үрге Фракия уйһыулығы йыш ҡына йәйге ҡоролоҡ кисерә. Илдең ҡойма ямғырҙар күберәк үткән юғарыраҡ биләмәләрендә яуым-төшөм күләме уртаса 2540 мм тәшкил итергә мөмкин. Тауҙарҙа бик күп миҡдарҙа ҡар яуа һәм ҡайһы саҡ -30 °C һалҡындар була. Ҡар ҡатламы сентябрь аҙағынан июнь башына тиклем ята.
Административ яҡтан Болгария 28 өлкәгә бүленгән, улар 264 общинаға бүленә[3]. Общиналар менән кметтар етәкселек итә. Өлкәләрҙә үҙәк дәүләт менән идара итеү «өлкә управителдәре» тарафынан тормошҡа ашырыла, уларҙы Министрҙар советы тәғәйенләй. Европа союзының № 1059/2003 Регламентына ярашлы, Болгария территорияһы беренсе тәртиптәге ике төбәккә һәм икенсе тәртиптәге алты төбәккә бүленгән. Улар административ-территориаль берәмектәр булып тормайҙар, ә илдең статистик зоналары ғына.
2016 йылдың 31 декабренә ҡарата илдә халыҡ һаны 6 999 908 кеше иҫәпләнә[4].
Болгарияның 2011 йылда рәсми халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе буйынса, 2011 йылдың 1 февраленә олгариях алҡы 7 365 570 кеше тәшкил итә ушлар ҙан— 51,3 % ҡатын-ҡыҙ һәм 48,7 % ир-егеттәр. Ҡалала халыҡтың 72,5 %-ы, ауылда — 27,5 %-ы йәшәй.
2001 йылдан 2011 йылға тиклемге осорҙа ил халҡы 564 331 кешегә кәмегән, уртаса йыллыҡ кәмеү темпы 0,7 % тәшкил итә[5].
Ил халҡының 19,6 проценты юғары белемгә, 43,4 %-ы — урта, 23,1 %-ы — төп, 7,8 %-ы — башланғыс, 4,8 %-ы — тамамланмаған башланғыс белемгә эйә һәм 1,2 %-ы бер ҡасан да мәктәпкә бармаған[6].
Ҡалаларҙа йорттарҙың 54,1 %-ында һәм ауылдарҙа 18,1 %-ында персональ компьютерҙар, ә 51,4 %-ында һәм 16,4 %-ында — Интернет бар[5].
этник төркөм | халыҡтың өлөшө | туған теле | |||||
болгар теле | төрөк | сиған | румын | урыҫ | украин | ||
болгарҙар | 84,8 | 99,4 | 0,3 | 0,1 | 0,01 | 0,07 | 0,005 |
төрөктәр | 8,8 | 3,2 | 96,6 | — | — | 0,002 | — |
сиғандар | 4,9 | 7,5 | 6,7 | 85 | 0,6 | 0,005 | — |
урыҫтар | 0,15 | 1,9 | 0,08 | — | — | 96,8 | 0,2 |
украиндар | 0,03 | 1,9 | — | — | — | 24,3 | 72,5 |
Болгарияның рәсми теле — болгар. Ул 2007 йылдың 1 ғинуарынан Европа Берлегенең рәсми телдәренең береһе сифатында танылған беренсе һәм әлегә берҙән-бер кириллица теле булып тора. Европа союзының рәсми гәзите, шул иҫәптән, болгар телендә лә баҫыла[8].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.