From Wikipedia, the free encyclopedia
Биләл ибне Рабах әл-Хәбәши (ғәр. بلال بن رباحة الحبشي;рус. Билал ибн Рабах ? — һ. 20/641 йыл) — Мөхәммәт ғаләйһиссәләмдең билдәле сәхәбәһе, беренсе мәзин. Иң беренсе ислам ҡабул итеүселәрҙең береһе.
Биләл ибн Рабах | |
ғәр. بلال بن رباح | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Хаҡ хәлифәт |
Тыуған көнө | 581 |
Тыуған урыны | Аксум батшалығы |
Вафат булған көнө | 642 или 641[2] |
Вафат булған урыны | Дамаск, Хаҡ хәлифәт |
Ерләнгән урыны | Баб ас-Сагир[d] |
Һөнәр төрө | Сәхәбәләр |
Социаль синыф | Мәзин |
Һуғыш/алыш | Бәҙер һуғышы, Мәккәне яулау, Өхүд һуғышы, Битва при Хайбаре[d] һәм Ур һуғышы |
Биләл ибн Рабах Викимилектә |
Биләл Хәбәшстанда тыуған. Атаһының исеме — Рабах, әсәһе — Хәмәмә. Билал ҡорайыш башлыҡтарының береһе Үмәйә бин Хәләфтең ҡоло була[3]. Биләл ислам ҡабул иткәс, хужаһы уны бик ҡаты йәберләй башлай. Әбү Бәкер әс-Ситдиҡи уны һатып алып, Үмәйәнән ҡотҡара һәм иреккә ебәрә.
Биләл башҡа мосолмандар менән Мәҙинәгә һижрәт ҡыла[4]. Ул унда исламдың беренсе мәзиненә әйләнә. Был вазифаны уға Мөхәммәт Пәйғәмбәр үҙе йөкмәтә. Биләл Мәҙинә осоронда мосолмандарҙың барлыҡ ғазауаттарында ла ҡатнаша.
Пәйғәмбәрҙең үлеменән һуң, Әбү Бәкер һәм Ғүмәр ибн әл-Хәттаб идара иткән осорҙа Сүриәлә йәшәй, византиялыларға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Ҡотдосто (Иерусалим) алғас, хәлифә Ғүмәр ибн әл-Хәттаб менән ҡалаға инә[4].
Биләл ғүмеренең ахырына тиклем Сүриәлә йәшәй. 60 йәшендә вафат була. Үлер алдынан ул Мәҙинәгә бара, унда Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ейәндәре — Хәсән һәм Хөсәйен һәм башҡа дуҫтары менән осраша[4]. Дамаскылағы Баб әс-Саһир зыяратында ерләнгән.
Биләл ибн Рабах бик матур тауышлы булғанға, Мөхәммәт Пәйғәмбәр уға мосолмандарҙы намаҙға саҡырыу бурысын йөкмәткән. Риүәйәткә ярашлы, Биләл иртәнге аҙан саҡырыуына: «Әс-сәләтү хәйрүн мин ән-нәүм» (ғәр. الصلاة خير من النوم, намаҙ йоҡонан яҡшыраҡ), тип өҫтәгән, ә Мөхәммәт Пәйғәмбәр, быны белгәс, хуплаған. Мәккәне яулап алған көндө Мөхәммәт Пәйғәмбәр Ҡәғбәгә ингәс, унда булған бөтә поттарҙы емергәс, Биләл, Ҡәғбәнең ҡыйығына менеп, аҙан ҡысҡырған. Мөхәммәт Пәйғәмбәр үлгәндән һуң, ул ни бары ике тапҡыр аҙан ҡысҡырған (мосолмандар Иерусалимды алғанда һәм Мәҙинәлә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡәберенә барғанда)[4]
Кинематографта:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.