Мәккәне яулау
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәккәне яулап алыу (ғәр. فتح مكة — тура тәрж. Мәккәне асыу — Мөхәммәт Пәйғәмбәр етәкселегендәге мосолмандарҙың 630 йылдың 11 ғинуарында Мәккәгә инеүе. Мәккәгә йыһатҡа Мәккә ҡорайыштары яғынан Хоҙайбиә солох килешеүен боҙоу сәбәпсе булған. Һуңынан Мөхәммәт Пәйғәмбәр Ҡәғбә янындағы бөтә һынташтарҙы емереп, Мәккә халҡынан ант ҡабул иткән һәм ун биш көндән һуң Хүнәйнәгә йыһатҡа киткән.
Мосолмандар Мәккәгә йыһатҡа әҙерләнгәндә, Хәтиб ибн Әбү Балтаа ҡорайыштарға был хаҡта хәбәр итергә була . Бер ҡатынға бүләк вәғәҙә итеп, хатты сәсенә йәшереп, Мәккәгә ебәргәндәр. Әммә Мөхәммәт Пәйғәмбәргә үәхи иңеп, ҡатын тотола.
Хатиб: « Мәккәлә минең улым һәм ғаиләм бар. Мин ҡорайыштарға улар өсөн ярарға тырыштым, тик диндән яҙманым», — тигән. Үмәр ибн әл-Хаттаб уны язаларға булғас, Мөхәммәт ғәләйһиссәләм Хатибтың Бәҙер һуғышында ҡатнашыуын иҫкә алып, ғәфү итә[3]
Мөфәссирҙәр Әл-Мүмтәхәнә сүрәһенең тәүге аяттары Хәтиб ибн Әбү Балтаа тураһында тип һанай:[4]
Мәккәгә ингәс, мосолмандар Хәлид Ибн Вәлид кешеләренән башҡа ҡаршылыҡҡа осрамаған. Алыш һөҙөмтәһендә 12 ҡорайыш үлтерелә, ә мосолмандарҙан Ҡарз ибн Жабир һәм Хүбәйш ибн Хәлид һәләк була.
Мөхәммәт Пәйғәмбәр өсөн Хәжүн тауы янында сатыр ҡорғандар. Ул дөйә менгән килеш Ҡәғбә тирәләй тауаф ҡыла. Ундағы бөтә һынташтарҙы емереп, Мөхәммәт Пәйғәмбәр ике рәҡәғәтле намаҙ уҡый.
Мәккәне яулап алғандан һуң Мөхәммәт пәйғәмбәр Мәккә халҡынан ант ҡабул итә. Ул бында ун биш көн була, шунан Хүнәйнәгә юллана.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.