From Wikipedia, the free encyclopedia
Бенга́л ҡултығы (бенг. বঙ্গোপসাগর, там. வங்காள விரிகுடா, һинд बंगाल की खाड़ी) — Һинд океанының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан донъялағы иң ҙур диңгеҙ ҡултығы. Ҡултыҡты Һиндостан, Бангладеш, Мьянма һәм Шри-Ланка илдәренең ярҙары йыуып тора. Көнбайышта — Һиндостан ярымутрауы, көнсығышта Мьянма яр буйы һәм Андаман һәм Никобар утрауҙар дуғалары менән сикләнгән. Ҡултыҡтың төньяҡ осонда уға исем биреүсе Бенгал тарихи өлкә урынлашҡан.
Бенгал ҡултығы | |
---|---|
Урынлашыуы | Һинд океаны |
Майҙаны | 2 172 000 км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 4694 м |
Уртаса тәрәнлек | 2600 м |
Бенгал ҡултығы Викимилектә |
Бенгал ҡултығына күп кенә йылғалар — Ганг, Брахмапутра, Мегхна, Кришна, Годавари, Кавери, Маханади, Иравади һыуҙарын ҡоя.
Ҡултыҡтың төньяҡ-көнсығыш яр буйында Бангладештың Кокс-Базар янында донъялағы иң ныҡ һуҙылған пляж урынлашҡан (120 км).
Гидрологик, гидрохимик һәм башҡа параметрҙар буйынса Бенгал ҡултығы диңгеҙҙәргә ҡарай.
Халыҡ-ара гидрографик ойошма Бенгал ҡултығының сиктәрен артабанғыса билдәләй[1]:
Боронғо индуистик текстарҙа ҡултыҡ Маходабхи тип атала[2][3]. Антик карталарҙа ҡултыҡ Синус Гангетикус йәки Гангетикус Синус тип билдәләнгән, был тәржемә иткәндә "Ганг ҡултығы"н аңлатҡан[4]. Х быуатта Чола империяһы экспанциялары осоронда Оло Һиндостан мәҙәни төбәге үҫешкәс, был ҡултыҡты Чола күле тип атайҙар. Һуңыраҡ Бенгал тарихи өлкәһенең атамаһын ҡуллана башлайҙар[5].
Ҡултыҡтың ярҙарында донъяның иң ҙур порттарының ҡайһылары урынлашҡан — Читтагонг порты (Бангладеш) һәм Вишакхапатнам һәм Ченнаи (Һиндостан). Ҙур порттар рәтенә Монгла, Калькутта һәм Янгон (Бирма) порттары инә.
Ҡултыҡта күп кенә утрауҙар бар, шул иҫәптән Андаман утрауҙары, Никобар утрауҙары һәм Мьей утрауҙары бар. Мьянманың яр буйы янында урынлашҡан Чедуба утрауҙары төркөмө янар ҡойо вулкандары барлығы менән айырылып тора. 572 Андаман һәм Никобар утрауҙары араһынан тик 37 йәғни 6,5 % ғына төйәкләнгән[6]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.