From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорт халҡының йолалары — башҡорттарҙың йәшәйеш ҡанундары һәм уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте.
Башҡорт халҡының йолалары |
Башҡорттарҙа йолалар уларҙың тарихи тамырҙарына, ышаныуҙарына, белеменә һәм үҙҙәрен уратып алған донъяны аңлы ҡабул итеүҙәренә бәйле. Тарих дауамында хужалыҡ эштәрен рациональ алып барыу, мораль нормалар булдырыу һәм һаҡлау өсөн билдәле социаль тәртип нормалары ла үҫешергә тейеш. Башҡорттар тарих дауамында синфи йәмғиәткә тиклемге ҡоролошто ла, социалистик үҫеш этабын да, дин тотоп йәшәһәләр ҙә, ике тапҡыр капиталистик ҡоролошто ла үтәләр. Быларҙың барыһы ла халыҡ йолаларына үҙенсәлек өҫтәгән.
Башҡорттарҙың үҙҙәрен тотошонда тыйылыуҙар күп. Мәҫәлән, ҡышын ер йоҡлай, шуға был ваҡытта уны ҡаҙырға ярамай, оҙаҡ ятыуҙан ергә береккән ташҡа тейергә ярамай. Һул ҡулды ауыр ҡул, тип иҫәпләгәндәр. Шуға ниндәйҙер эшкә изге башланғыс һәм еңел эшләнеш юрап, уң ҡулдан тотонғандар: ризыҡ өләшкәндә лә, ризыҡ ашалып бөткәс тә хужа аш йәки аҙыҡ һалынған һауыттарҙы уң ҡулы менән таратҡан һәм алған. Ә һул ҡул менән, мәҫәлән, һемгергәндәр. Зыянлы тылсымға эйә, тип иҫәпләнгәнлектән, ҡатындарға ирҙәрҙең (хатта малайҙарҙың) юлын арҡыры үтеү, мәсеткә йөрөү, зыяратҡа барыу тыйылған. Мәсеткә ингәндә, һәр башҡорт, башҡа мосолман кеүек үк, тупһаны уң, ә сыҡҡанда — һул аяғы менән ашаҡлап сығырға тейеш[1]. Мәсеттәрҙә ишектәрҙе ябыу, бысраҡ майлы шәмдәр ҡулланыу, бәләкәй балаларҙы килтереү һ.б. тыйылған. Ашауға ҡағылышлы тыйыуҙар: иҫерткес эсемлектәр эсеү, сусҡа ите һәм үләкһә ите ашау, икмәкте бысаҡ менән телеү (һындырып ашарға ҡушылған), ике бармаҡ менән аҙыҡ тотоу (кәмендә — өс бармаҡ). Ураҙа айында көндөҙ ризыҡ ҡабул итеү һәм эсеү, хатта төкөрөк йотоу ҙа харам тип иҫәпләнгән. Ауырыуҙар һәм балаларҙан башҡалар, ваҡытында ураҙа тота алмаһа, башҡа ваҡытта ғәмәлләргә тейеш булған.
Башҡорттар ҡатындарына йомшаҡ, иғтибарлы булған. Ғаилә тыныслығы күп осраҡта ҡатындан торған. Ҡыҙҙарҙы бәләкәйҙән тыйнаҡ, сабыр, баҫалҡы итеп тәрбиәләгәндәр. Ирле ҡатындар баштарына яулыҡ ябынып йөрөргә, ирҙәре янында сит кешеләр менән һөйләшмәҫкә һәм уларҙың ҡайҙа булыуын, ни эшләп йөрөүен һорашмаҫҡа тейеш булған. Ҡатындарға ситтәр янында ирҙәренә күрһәтмәләр биреү тыйылған. Ҡатындың иренә хыянаты ҙур гөнаһ тип иҫәпләнгән. Ә ирҙәр өсөн бындай тыйыуҙар булмаған. Ире, тәүге ҡатыны менән кәңәшләшеп килешһә, икенсегә лә ҡатын ала алған. Әгәр ире үлеп китһә, исеме сыҡмаһын, тип, тол ҡатынды иренең ҡустыһына димләгәндәр. Ҡалым тулайым түләнелмәй ҡалып, ҡатын кеше үлеп китһә, уның атаһы, ҡатынһыҙ ҡалған иргә (кейәүенә) үҙенең башҡа ҡыҙын биргән. Был осраҡта ҡалым хаҡы кәметелгән. Яңы өйләнешкән йәштәр ата-әсәләренә һирәк күренергә тырышҡан. Кейәү кеше килгәндә, ҡыҙҙың ата-әсәләре лә, өйҙән ваҡытлыса сығып китер булған һ.б. Бындай саҡтарҙа ҡалымдың түләнеп бөтөүе лә иҫәпкә алына. Ата-әсәләре үлеп киткән осраҡта бар мөлкәт ғаиләләге оло ул йәки оло ҡыҙ ҡулына күскән [2].
Башҡорт ғаиләләрендә олатай һәм оләсәйҙәргә айырым ихтирам күрһәткәндәр. Башҡорттар ата-бабаларының исемдәрен ете быуынға тиклем белергә тейеш, тип иҫәпләнгән.
Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, төрлө байрамдар ойоштороу, көсөргәнешле хәлдәрҙе көйләп ебәреү һ.б. ололар өлөшөнә төшкән. Йәштәр һәр эштең уңышлы барып сығырына уларҙан фатиха алған.
Мосолман диненә ярашлы, үлгән кешенең тәнен туғандары ҡәҙер-хөрмәт менән шул көндә үк, йә икенсе көнөнә (ҡояш байығанға тиклем) ергә тапшырырға, уны иҫкә алып йыназа уҡытырға тейештәр. Ерләүҙә лә тәртиптәр күп: өс тапҡыр тәһәрәт алыу, мәйет күлдәген кейҙереү, доға уҡыу, үҙенсәлекле итеп ҡәбер ҡаҙыу, ҡәберҙе тәртип менән күмеү (ләхет, ярма). Мосолмандар мәйетте табутһыҙ күмә. Башҡорттарҙың мәрхүмде иҫкә алғанда (өсөн, етеһен һ.б. уҡытҡанда), мәйетте ерләгәндә «Аят уҡыу» тигән йолаһы бар. Шулай уҡ яңы өйҙә йәшәй башлағанда ла, алыҫ юлға сыҡҡанда ла аят уҡыла.
Балаларға һөйөү, ғаиләне ишәйтеү теләге башҡорттарҙа ғәҙәти күренеш. Баланың тәбиғи юл менән донъяға килеүе күп төрлө йолалар менән оҙатылған. Йөклө ҡатындарҙың бар теләктәрен үтәргә тырышҡандар, улар ауыр эш эшләүҙән баш тарта алған. Уларға, йөклө саҡта, йәмһеҙ нәмәләргә ҡарау тыйылған — тик матур күренештәрҙе генә күрергә тейеш булғандар. Бала тыуған ваҡытта атай кешенең бала тыуыуына ҡыуаныу йолаһына иғтибар биргәндәр. Атай кеше «Тиҙерәк еңел ҡотол, ҡатыным». Бала табыусы ҡатын алдында буш тоҡ һелкеткәндәр, уны тиренән яһалған буш һауыт менән һуҡҡылағандар. Атай кешене тәүләп һөйөнсөләүсегә бүләк биргәндәр. Ғаиләлә бишек туйы тип аталған йола байрамы башланған. Башҡорттар үҙ йолаларын балаларына тапшырған. Балаларына тыуыу ваҡытын белдергән исем ҡушыу ҙа башҡорт йолаларының береһе: Ейән, Кинйә һ.б.
Башҡорттарҙың йомартлығы һәм ҡунаҡсыллығы үҙенсәлекле. Улар саҡырылған ҡунаҡтарға ла, саҡырылмай килгәндәренә лә берҙәй алсаҡлыҡ күрһәткәндәр. Саҡырылмаған ҡунаҡтарға башҡорттар айырыуса хөрмәт күрһәткәндәр. Уларҙың уйынса, өйгә инеүсе ҡиәфәтендә Хоҙай Тәғәлә үҙе, йә Уның тарафынан ебәрелгән пәйғәмбәр булыуы мөмкин. Шуға ла, килеүсегә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтмәү, уны ҡундырып сығармау оло гөнаһ тип иҫәпләнгән. «Хоҙай ризығын шайтан ғына йәлләй», — тигән башҡорт мәҡәле лә бар. Ҡунаҡ килгәс, башҡорттар, иң яҡшы ризыҡтарынан өҫтәл әҙерләргә тотонғандар. Ҡунаҡҡа өс көн буйы хөрмәт күрһәтелгән. Башҡорт, һыйыры ҡыҫыр ҡалмаһын өсөн, өҫтәленә һөт аҙыҡтары ҡуйырға, үҙҙәре әҙерләгән һөт ризыҡтарын ҡунаҡтарына ашатырға тейеш. Ҡунаҡтарға аш алдынан, итле аштан һуң, ҡайтыр алдынан ҡулын йыуыу мотлаҡ һаналған. Ашарҙан алда ауыҙ сайҡауҙы ла тейешле тапҡандар. Хушлашҡанда ғәҙәти генә бүләктәр биреүҙе лә урынлы күргәндәр. Хужа кеше, табындағы ризыҡтар менән һыйлана алмаған имсәк балаһы булһа ҡарғамаһын, тип, айырыуса ярарға тырышҡан.
Башҡорттарҙа һәр бер эште бергәләшеп-өмәләп эшләү йолаһы йәшәп килә[3]. Ҡаҙ өмәһен, ҡар ятҡас, көҙ йәки ҡыш башында байрам иткәндәр. Өмәгә ҡыҙҙарҙы, йәш ҡатындарҙы (килендәрҙе) саҡырғандар. Ҡоштарҙың түшкәһен эшкәрткәс, уларҙы йылғала (йәки күлдә) сайҡағандар. Йылғаға барғанда "Ҡаҙ юлы"тигән йола үтәгәндәр — балалар, йөнөнән һыҙырып алынған ҡауырһындарҙы, юл буйына ырғыта барған, ҡатындар, киләһе йылға ла ҡаҙҙар күп булһын, ошо юлдан оҙон итеп теҙелешеп йөрөһөн, тигән теләктәр әйткәндәр. Байрамда йырҙар йырлағандар, парлап та, яңғыҙ ҙа бейеүҙәр башҡарғандар, таҡмаҡтар әйтешкәндәр. Сәй табынына ҡаҙ майы менән майланған ҡоймаҡ ултыртҡандар. Кисен байрам өҫтәленә ҡаҙ итенән аш, бешерелгән баш-тояҡтар, ҡаҙҙың эс-бауырҙарынан бәлештәр, буҙа, бал, сәк-сәк, бауырһаҡ, ҡоймаҡ ултыртҡандар.
Яҙғы сәсеү эштәре башланғанға тиклем Ҡарға туйы, баҫыу эштәре тамамланғас, Һабантуй байрамы уҙғарғандар.
http://salavat.jimdo.com/%D0%BE%D0%B1%D1%8B%D1%87%D0%B0%D0%B8-%D0%B8-%D1%82%D1%80%D0%B0%D0%B4%D0%B8%D1%86%D0%B8%D0%B8/ 2012 йыл 30 ноябрь архивланған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.