From Wikipedia, the free encyclopedia
1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы — XVIII быуаттың икенсе яртыһындағы ҙур ихтилалдарҙың береһе.
1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы | |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны | |||
Сәбәбе |
аҫабалыҡ хоҡуғын боҙоу, көсләп суҡындырыу, һалымдар артыуы | ||
Нәтижә |
ихтилалды ҡаты баҫтырыу | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
| |||
1740—1750 йылдарҙа батша хөкүмәте башҡорт аҫаба ерҙәрен тартып алыу сәйәсәтен дауам итә, һалымдарҙы арттыра, ҡәлғәләр һәм заводтар төҙөлә, күскенселәр килеүенә булышлыҡ күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта мосолмандарға рөхсәтһеҙ мәсет һәм мәҙрәсә төҙөргә тыйылған, хөкүмәт һәм сиркәү христанизация сәйәсәтен алып баралар. Мосолман руханиҙары властар күҙәтеүе аҫтында булғандар, ахундарҙың һаны дүртәүгә тиклем кәметелгән — улар барыһы ла хөкүмәт файҙаһына мәғлүмәт йыйырға тейеш булғандар. Көсләп суҡындырылып кире ислам динен алыусылар ҡаты язаланғандар. 1754 йылда сыҡҡан указға ярашлы башҡорттарға һәм мишәрҙәргә яһаҡ урынына хөкүмәттән ҡиммәт хаҡҡа тоҙ һатырға бойора һәм үҙҙәренә тоҙ сығарырға тыя. Был яһаҡ түләүҙән 6 тапҡыр ҡиммәтерәк килеп сыға, шул уҡ ваҡытта башҡорт ерҙәрендә тоҙ ығарыу урындары ҡаҙна файҙаһына күскән. Башҡорттар яһаҡ түләүҙе ғәмәлдән сығарыуҙы аҫабалыҡ хоҡуғын бөтөрөү тип тойғандар. 1754 йылда Нуғай даруғаһы башҡорттары ихтилалға әҙерлек башлай, тиҙҙән улар Уҫы һәм Себер даруғалары халҡы менән бәйләнеш урынлаштыра, мишәрҙәр ҙә болаға ҡушыласаҡтары хаҡында белдерә. Руханиҙар араһында иң билдәлеләрҙең һәм белемлеләрҙең береһе булған Ғабдулла Ғәлиевты (Батыршаны) ла ихтилалда ҡатнашырға йәлеп итәләр. Батырша барлыҡ мосолман халҡына 1755 йылдың 3 июлендә баш күтәрергә саҡырыу яҙа.
Ихтилал Нуғай даруғаһының Бөрйән улусында 1755 йылдың 15 майында тоҡана, һуңыраҡ уға Түңгәүер, Үҫәргән, Бошман-Ҡыпсаҡ, Һыуын-Ҡыпсаҡ, Сәнкем-Ҡыпсаҡ, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Гәрәй-Ҡыпсаҡ, Тамьян һәм Ҡатай улустары халҡы ҡушыла. Ихтилалсылар ҡәлғәләргә һәм заводтарға һөжүмдәр яһайҙар. Көсөкбай батыр етәкселегендәге баш күтәреүселәр Покровка заводын юҡ итәләр, капитан Шкапский командаһын тар-мар итәләр. Сурағол Миңлебаев етәкселегендәге Уҫы даруғаһының ғәйнә башҡорттары ла көрәшкә күтәреләләр. Батырша ихтилал башланғас та уҡ үҙенең ҡыйыуһыҙлығын һәм баҙнатһыҙлығын күрһәтә, шунлыҡтан Уҫы һәм Себер даруғаһында ихтилал киң ҡолас алмай, мишәрҙәр ҙә көрәшкә күтәрелмәйҙәр.
Батша хөкүмәте ихтилалды баҫтырыр өсөн ҙур көстәр йыя башлай — 1755 йылдың авгусына ҡарата Ырымбур губернаторы И. И. Неплюев командаһында яҡынса 36700 һалдаттар, драгундар, казактар һәм мобилизацияланған крәҫтиәндәр була, шулай уҡ ҡаҙаҡтарҙы ла йәлеп итә. Неплюев баш күтәреүселәрҙе тотҡонға алмаҫҡа, шунда уҡ язаларға бойора. Ғәмәлдә каратель отрядтары ихтилалда ҡатнашмағандарҙы ла язалағандар. Властар шулай уҡ мишәрҙәрҙе һәм ҡазан татарҙарын ихтилалды баҫтырырға йәлеп итәләр. Яҡынса 50 мең баш күтәреүселәр ваҡытлыса ҡаҙаҡтарға ҡасалар. Неплюев бүләктәр биреп ҡаҙаҡ ханын һәм аҡһөйәктәрен ихтилалсыларҙың барлыҡ мөлкәтен тартып алырға һәм уларҙың үҙҙәрен властарға тапшырырға саҡырған. Һөҙөмтәлә баш күтәреүселәргә ҡаҙаҡтар менән дә карателдәр менән алышҡа инергә тура килгән, күптәрен каторгаларға йәки һалдат полктарына оҙатҡандар, уларҙың ҡатындарын һәм балаларын илдең үҙәк райондарына ҡоллоҡҡа таратҡандар.
1759 йылда Сенат башҡорттарҙы ҡурсалау кәрәген белдерһә лә[1], урындағы властар бәләкәй генә ташламаларға барғандар[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.