Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан драма театры. 1919 йылдың 4 декабрендә Башҡортостан Халыҡ мәғарифы комиссариаты коллегияһы ҡарары менән Башҡортостандың элекке баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта ойошторола. Эшмәкәрлеген бәләкәй күсмә театр төркөмө менән башлай.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры | |
Элекке исеме |
1-се Башҡорт дәүләт драма театры |
---|---|
Эшләй башлаған |
1919 |
Наградалары | |
Урынлашҡан | |
| |
Етәкселәре | |
Художество етәксеһе | |
Ссылки | |
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Викимилектә |
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 0300110000 |
Театр башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай, башҡорт мәҙәниәте менән бер рәттән донъя мәҙәниәте ҡаҙаныштарын үҙләштерә.
Тарихы
Иҫтәлекле даталар
- 1935 йылда «академия театры» исеме бирелә.
- 1971 йылда Мәжит Ғафури исеме бирелә.
- 1979 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Репертуар
Гастролдәр
Башҡортостандан ситтә гастролдәре
- 1922 йылда Петроградта.
- 1927 йылда Мәскәү, Ҡазан, Екатеринбург, Силәбе һәм Пермь ҡалаларында.
Бынан тыш театр элекке союздаш республикаларға һәм сит илдәргә гастролдәргә сыға.
Ҡаҙаныштары
- Театр Башҡортостан, Рәсәй кимәлендәге һәм халыҡ-ара театр фестивалдәрендә ҡатнаша, лауреат һәм дипломант исемдәрен яулай.
- Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Ҡара йөҙҙәр» спектакле Рәсәйҙең «Алтын битлек» театр премияһы конкурсында ҡатнаша. «Ҡара йөҙҙәр» спектакле дүрт номинацияла «Алтын битлек» премияһына дәғүә итә: «Иң яҡшы режиссёр эше» (Айрат Абушахманов), «Иң яҡшы рәссам эше» (Альберт Нестеров), «Иң яҡшы костюмдар оҫтаһы эше» һәм «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле»[1].
Шәхестәр
Художество етәкселәре
- 1919—1937 — Мортазин-Иманский Вәлиулла Ғәйназар улы[2]
- 1937—1938 — Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы ???
- 1933—1938 — Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙеһәм улы[3][4]
- 1939—1940 — Ғәлимов Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы[5]
- 1940—1941 — Витт В. С.
- 1942—1948 — Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы[6][7]
- 1945—1948 — Ғәлимов Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы[5]
- 1948—?? — Бәкеров Ҡадир Ғади улы
- 1987—1996 — Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы
- 1997—2012 — ??
- 2012—2019 — Ханов Олег Закир улы[8].
- 04.2019 — вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы — театр директоры Иршат Фәйзуллин[8].
Режиссерҙар
- Бәкеров Ҡадир Ғади улы
- Вәлиев Лек Вәли улы
- Витт В.С.
- Ғәлимов Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы, Хажи Бохарский
- Ғәҙелшин Кәшфелғилем Фәйруша улы
- Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы
- Ғиләжев Ғабдулла Ғабдрахман улы
- Имашев Булат Ғөбәйҙулла улы
- Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы
- Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙеһәм улы
- Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы
- Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы
- Мортазин Вәлиулла Ғәйназар улы, Вәлиулла Мортазин-Иманский
- Мортазина Шәүрә Муса ҡыҙы
- Мутин Мөхтәр Исхаҡ улы
- Нәҙерғолов Азат Әхмәҙулла улы
- Сәйфуллин Вәзих Кашап улы
- Әйүпов Рафаэль Мөхәмәт улы
Артистар
Рәссамдар
Һуңғы яңылыҡтар
- 2020 йылдың декабрендә театрҙа төҙөкләндеү һәм ҡайтанан ҡороу эштәре уңышлы тамамланды. Мәҙәниәт усағының көндәлек эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле системалар — елләтеү, кондинционер, янғын һүндереү, йылытыу һәм өлөшләтә һыу менән тәьминәт итеү — яңыртылған. Төҙөкләндереү, әлбиттә, тамашасы зонаһына ла ҡағылған: фойе, Ҙур һәм Кесе залдар яңыртылған, яңы креслолар ҡуйылған. Сәхнә ҡорамалдары — яҡтыртыу һәм тауыш системалары, механик ҡоролмалар алмаштырылған. Театрҙың урамдағы биләмәһе өлөшләтә төҙөкләндерелгән, насар күреүселәргә йөрөү өсөн махсус плиткалар һалынған. Театр фасадының яҡтыртылышы байытылған, төп ишектәр өҫтөнә диодлы яңы экран эленгән[9].
- 2017 йылдың 27 июлендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының 100 йыллыҡ юбилейен байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы ойоштороу комитетының составы раҫланды, Республика Хөкүмәтенә сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү планын эшләргә ҡушылды[10].
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.