Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры — Башҡортостандың икенсе башҡорт профессиональ театры. 1931 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында педагог-режиссёр Мәкәрим Мәһәҙиев тәрбиәләнеүселәре А. Мөбәрәков, С. Йәнбухтина, С. Бәкиев, М. Ишкәбулов, С. Сәйетов, Г. Абыҙгилдина тарафынан нигеҙләнә. Театр ойошторолоу тураһында Башҡортостан хөкүмәте ҡарары сыға. Театрҙың беренсе режиссеры һәм художество етәксеһе итеп Арыҫлан Мөбәрәков тәғәйенләнә.
1932 йылдан «Баймаҡ колхоз-совхоз башҡорт театры» тип атала.
Театр «Ҡарағол» (Дауыт Юлтый), «Һаҡмар» (Сәғит Мифтахов), «Өйләнеү» (Н. В. Гоголь), «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» (А. Н. Островский) пьессаларын сәхнәләштерә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, актерҙарҙың күбеһе, ҡулына ҡорал тотоп, ил һағына баҫа. Театр ҡатын-ҡыҙҙар Абыҙгилдина Ғәшиә Баязит ҡыҙы, Мәһәҙиева Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы, Абитаева Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы, Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы һәм 14 йәшлек Ҡурсаев Хәмзә Ибраһим улы иңендә ҡала. Һуғышҡа киткән 19 кешенән тик икеһе генә әйләнеп ҡайта — Ғ. Сарбаев һәм М. Лоҡманов. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Ғәйфулла Сарбаев бөтә ғүмерен театрға бағышлап, утыҙҙан ашыу спектакль ҡуя, сәхнәлә сағыу ролдәр башҡара.
Театр үҫешә, камиллаша һәм тамашасыға булған мөнәсәбәт, спектаклдәрҙең юғары сифаты арҡаһында Башҡортостандың иң яҡшы театрҙары рәтенә инә. 1957 йылда театр Сибай ҡалаһына күсә. Алтмышынсы йылдарҙан алып труппа составы Өфө сәнғәт училищеһы уҡыусылары менән тулылана башлай.
30 йылдан ашыу (1987 йылдан) театрҙы Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР‑ының (1981) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004) талантлы режиссёр Ғәлимов Дамир Мәзит улы етәкләй.
1991 йылда театрға СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков исеме бирелә.
Театр тарихында сағыу спектаклдәрҙең береһе — «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы (Заһир Исмәғилев һәм Баязит Бикбай әҫәре буйынса). Ул 1997 йылда Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә ҙур уңыш менән күрһәтелде.
Сибай сәхнәһенән ижад юлын драматургтар Наил Ғәйетбаев, Таңсулпан Ғарипова, Гөлшат Әхмәтҡужина, Буранбай Исҡужин, Тамара Ғәниева һәм башҡалар башлап ебәрә.
2004 йылда театр яңы бинаға күсә.
2008 йылда СССР-ҙың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы тантаналы рәүештә мемориаль таҡта асылды. Тамашасыларға А. Мөбәрәков ҡуйған «Бисәкәй» спектакле курһәтелде.
Репертуарҙа башҡорт, татар, урыҫ драматургтарының әҫәрҙәре.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.