Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғабдулла Амантай, Амантаев Ғабдулла Сәхипгәрәй улы (23 февраль 1907 йыл — 10 июль 1938 йыл) — башҡорт шағиры, балалар яҙыусыһы; әҙәбиәт һәм фольклор өйрәнеүсе; йәмәғәт эшмәкәре. 1926 йылдан — ВКП(б) (КПСС), 1934 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Ғабдулла Сәхипгәрәй улы Амантаев (Ғабдулла Амантай) 1907 йылдың 23 февралендә Ырымбур губернаһы Ҡыпсаҡ улусы Үрге Ҡунаҡбай ауылында[1] уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Тәүге белемен үҙҙәренең йортонда һәм ауыл мәҙрәсәһендә ала. Бик йәшләй ул рус телен өйрәнә. Атаһы ярҙамында тиҙҙән татар, рус яҙыусыларының әҫәрҙәрен мауығып уҡый башлай. 1920 йылда ул комсомол сафына инә, ә инде 1921 йылда комсомолдың Туҡсоран кантон комитеты секретары итеп һайлана. Унан белемен артабан камиллаштырыу маҡсатында уҡырға инеп, Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай. Был осорҙа ул һаман да комсомол эштәрендә актив ҡатнаша, бер үк ваҡытта Ырымбур комсомолында ваҡ милләттәр бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.
СССР яҙыусылар съезы делегаты. 1924 йылдан — Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы. Арғаяш кантонында комсомол секретары булып эшләй. Ленинград Тарих, филология һәм лингвистика институтында уҡый.
1926—1928 йылдарҙа — «Йәш юҡһыл», «Башҡортостан йәштәре» гәзиттәренең мөхәррире.
1928—1931 йылдарҙа Ленинградта Тарих, философия һәм лингвистика институтының көнсығыш телдәре факультетында уҡый. Институтты уңышлы тамамлағандан һуң, аспирантураға ҡалдыралар.
1933 йылда аспирантураны тамамлағас, Башҡортостанға эшкә ҡайта.1933 йылдан 1937 йылға тиклем Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директоры, Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт әҙәбиәте кафедраһы доценты. Яҙыусылар союзының эшендә актив ҡатнаша.
Ғабдулла Амантайҙың әҙәбиәт менән шөғөлләнә башлауы заманында әҙәбиәт, матбуғат, сәнғәт эштәренең торошо менән дан алған Ырымбур ҡалаһына килеүенә тығыҙ бәйләнгән.
«Беҙ» тигән тәүге шиғыры 1921 йылда «Башҡортостан» газетаһында баҫылып сыға. Шунан һуң уның шиғырҙары матбуғат биттәрендә йыш ҡына күренә башлай. Үҙенең замандаштары һәм һабаҡташ дуҫтары Сәғит Агиш, Ғәйнан Хәйри кеүек, Ғабдулла Амантай ҙа шиғырҙарында совет йәштәренең яны тормош төҙөүҙәге актив ролен йырлай.
Шул осорҙағы тарихи үҙгәрештәрҙә, илде реконструкциялау һәм коллективлаштырыу, халыҡтың культураһын, аң-белемен күтәреүҙә Ленин комсомолының әһәмиәтле эштәр башҡарыуын поэтиклаштырырға ынтыла.
Ғабдулла Амантай башҡорт әҙәбиәтендә беренсе нәүбәттә балалар яҙыусыһы булараҡ күренекле урын тота. «Бәләкәй дуҫтарга», «Тырыш Вәли», «һыу буйында», «Сынаяҡ», «Ала ҡарға әкиәте», «Порт хайуандары» кеүек китаптары мәктәп йәшендәге уҡыусылар араһында киң тарала.
Яҙыусы әҙәби тәнҡит өлкәһендә лә эшләй. Башҡорт әҙәбиәте буйынса дәреслектәр яҙа.
Башҡорт фольклорын фәнни өйрәнеү эше менән шөғөлләнә.
Уның «Фольклорҙың синфи характеры», «Фольклорҙың әһәмиәте», «Фольклор һәм әҙәби тел», «Фольклор һәм художество әҙәбиәте», «Башҡорт фольклорындағы жанрҙар», «Башҡорт мәҡәлдәре тураһында» тигән ғилми хеҙмәттәре әле лә әһәмиәтен юғалтмаған.
Әҙәбиәт уҡыусыларына уның «Йылдар үткәндә» тигән пьеса яҙыуы ла яҡшы билдәле.
Ҡыҫҡа ғына ижади ғүмерендә Ғабдулла Амантай поэзия, балалар әҙәбиәте, әҙәби тәнҡит, фольклористика өлкәһендә файҙалы мираҫ ҡалдыра.
Башкортса һүҙлек, дәреслектәр төҙөй. Башҡорт филология фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. Фәнни эштәре башҡорт фольклорын, әҙәбиәтен өйрәнеүгә арналған.
Ғабдулла Амантайҙың ғүмере аяныслы өҙөлөп ҡала. Ул 1937 йылғы сәйәси золом ҡорбаны, 1957 йылда аҡланған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.