Алтын тау (Силәбе)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Алтын тау»[2] — Силәбе ҡалаһының көнбайыш ситендәге, Шершни ҡасабаһының төньяҡ ситендәге мемориаль комплекс. Шул уҡ исемле ҡалҡыулыҡтың шахталарында кешеләрҙе күпләп ерләү урыны.
Алтын тау | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Челябинск (часть 2)[d] |
Мираҫ статусы | выявленный объект культурного наследия России[d][1] |
Указания, как добраться | пос. Шершни, северная окраина, Лысая (Золотая) гора (Северо-Запад, 34-й микрорайон, напротив домов №№ 75 и 77 по ул. 250-летия Челябинска) |
Алтын тау Викимилектә |
Ғәмәлдә, 2018 йылға ҡарата, был урын 33-сө, 34-се торлаҡ төҙөлөшө (Силәбенең 250 йыллығы урамында 75-се һәм 77-се номерлы йорттар ҡаршыһында), Силәбенең Үҙәк районының 35-се, 39-сы, 42-се биҫтәләре ҡамауында урынлашҡан.
Комплексҡа исем бында табылған ҡәберҙәр урыны атамаһы буйынса бирелгән. Башта ҡалҡыулыҡ «Яланғас тау» (Лысая гора) тип аталған. «Алтын тау» тип бында алтын сығара башлағандан һуң атала башлай. Бында алтын 1843 йылда Вятка старателдәре тарафынан шахта ысулы менән табыла. Алтын тауҙа алтын сығарыу менән Мария приискыһы шөғөлләнә[3]. 1935 йылда шахталар ябыла. 50 метрға тиклем тәрәнлектә булалар.
1980-се йылдарҙа ҡаланың яңы биҫтәләре төҙөлөшө планы буйынса Алтын тау районында торлаҡ йорттар төҙөлөргә тейеш була (32-се биҫтә)[4][5].
1989 йылда «Челябинский рабочий» төбәк гәзитендә элекке старатель Ю. Герасимовтың мәҡәләһе баҫылып сыҡҡандан һуң, киң йәмәғәтселеккә бында ҡәберҙәр булыуы тураһында билдәле була. Герасимов 1946 йылда уҡ шахтала мәйеттәр табылыуы тураһында хәбәр итә. Был факт тураһында башҡа старателдәр ҙә хәбәр итә[6].
Мәҡәлә баҫылып сыҡҡандан һуң, 1989 йылдың яҙында «Мемориал» йәмғиәте ағзалары ҡаҙыу эштәре үткәреү тураһында ҡарар сығартыуға өлгәшәләр. Бының өсөн ҡала башҡарма комитетында махсус комиссия булдырыла. 11 шахтаны быраулау ысулы менән алдан тикшереү ваҡытында (яҡынса 15 гектар майҙанда) биологик ҡалдыҡтар табыла. Шахталарҙың береһен асҡанда, бер метрлыҡ тупраҡ ҡатламы аҫтында 100-ҙән артыҡ кеше мәйете табыла. 1989 йылдың йәйе дауамында бөтәһе 350 кешенең ҡалдыҡтары сығарыла. Экспертиза асыҡлауынса, улар барыһы ла 1936—1939 йылдар осоронда һәләк булғандар. 1989 йылдың 9 сентябрендә мәйеттәр туғандар ҡәберлегенә күсереп ерләнә. Ҡәбер янында траур митингыһы үтә. Был митингта шул иҫәптән А. Д. Сахаров ҡатыны Е. Г. Боннэр менән, Г. В. Старовойтова, Г. Т. Береговой ҡатнашалар.
1990 йылда ҡаҙыу эштәре дауам итә һәм яҡынса 1000 кешенең ҡалдыҡтары эксгумациялана, теүәл генә һаны билдәләнмәй, икенсе туғандар ҡәберлегенә күсереп ерләнә[3]. Артабан ҡаҙыу туҡтатыла, ҡалған шахталар асылмай. Кешеләрҙең ҡалдыҡтары сығарылған шахта урынлашҡан урын Академик Королев урамының һуңыраҡ төҙөлгән районында урынлашҡан(33-сө, 34-се биҫтәләр)[5][7].
НКВД мәғлүмәттәре буйынса, Көньяҡ Уралда сәйәси сәбәптәр буйынса 37 041 кеше репрессиялана, шуларҙан 11 592 кеше атыла. Алтын тауҙа ҡалдыҡтары табылғандарҙың исемдәрен асыҡлап булмай. Фаразланыуынса, Алтын тауҙа 12 меңдән артыҡ кешенең ҡалдыҡтары ерләнгән. Репрессияланыусыларҙы күпләп ерләүҙең икенсе стадияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Был осор тураһында ышаныслы статистика юҡ. Көнбайыш киң мәғлүмәт саралары, шул иҫәптән «Таймс» 80 мең репрессияланыусы тураһында яҙа. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса Алтын тауҙың 11 шахтаһында ҡат-ҡат итеп 30 меңдән артыҡ Көньяҡ Урал кешеһе ерләнгән.
1992 йылда Алтын тау өлкә әһәмиәтендәге тарихи ҡомартҡы статусы ала[8]. Унда ваҡытлыса монумент ҡуйыла. Артабанғы йылдарҙа властар тарафынан ҡәберлек контролләнмәй һәм ташландыҡ хәлгә килә. Ҡәберлекте тик энтузиастар һәм репрессияланғандарҙың туғандары ғына тәртиптә тота[9]. Мемориал янында СССР-ҙың сәйәси репрессиялар ҡорбандары иҫтәлеге көнөндә митингтар үткәрелә.
2017 йылда Мәскәүҙә «Ҡайғы диуары» төҙөгәндә Алтын тауҙан бер нисә таш ҡулланыла[10][11].
2017 йылда Силәбе властары ҡаланың төньяҡ-көнбайышындағы территорияны планлаштырыу проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар үткәрә, был биләмәгә Алтын тау ҙа инә[12][13]. План буйынса, уның аша яңы күргәҙмә-конгресс үҙәгенә ике магистраль үтергә тейеш була. Урындағы халыҡтың һәм тарихсыларҙың дәррәү реакцияһынан һуң ҡала башлығы Евгений Тефтелев, өлкә губернаторы күрһәтеүе буйынса, Алтын тауҙа дәүләт тарихи-мәҙәни экспертиза үткәреү талабы менән риза була[14][15]. 2017 йыл аҙағына асыҡланған мәҙәни мираҫ объекты — «Алтын тау» мемориаль комплексына тарихи-мәҙәни экспертиза үткәреү өсөн өлкә бюджетынан 3 миллион һум аҡса бүленә[16][17][18].
Мемориаль комплексы 2018 йылдың сентябренә ҡарата «Силәбе өлкәһенең асыҡланған мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерелгән, Силәбе ҡала округы территорияһында урынлашҡан, тарихи, сәнғәт йәки башҡа мәҙәни ҡиммәттәргә эйә булған, асыҡланған мәҙәни мираҫ объекттары исемлегендә» иҫәптә тора[19].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.