Алиева Фазу Гамзатовна
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Алиева Фазу Гамзатовна (5 декабрь 1932 йыл — 1 ғинуар 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәй авар шағиры, Дағстандың халыҡ шағиры (1969), прозаик һәм публицист. Рәсәй һәм Дағстан әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индерә, хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.
Алиева Фазу Гамзатовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 декабрь 1932 |
Тыуған урыны | Хунзахский район[d], СССР |
Вафат булған көнө | 1 ғинуар 2016[1] (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Махачҡала, Дағстан, Рәсәй |
Үлем сәбәбе | йөрәк етешмәүсәнлеге[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Ауар теле һәм урыҫ теле |
Һөнәр төрө | шағир, журналист, яҙыусы, хоҡуҡ яҡлаусы, прозаик |
Эшмәкәрлек төрө | шиғриәт |
Уҡыу йорто |
А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты Дағстан дәүләт педагогия университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы һәм Общественная палата Российской Федерации первого состава (2006—2008 год)[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Алиева Фазу Гамзатовна Викимилектә |
Ике «Почет Билдәһе» һәм ике Халыҡтар дуҫлығы, Изге апостол Андрей Первозванный (2002) ордендары кавалеры; Совет тыныслыҡ фондының алтын, «Тыныслыҡ өсөн көрәшселәр» совет тыныслыҡты яҡлау комитеты һәм Бөтә донъя тыныслыҡ Советының юбилей миҙалдары, шулай уҡ бер нисә сит ил почётлы наградалары эйәһе[2].
Фазу Гамзатовна Алиева 1932 йылдың 5 декабрендә Дағстан АССР-ы Хунзах районы Геничутль ауылында тыуған.
Шиғырҙарҙы бәләкәй сағынан яҙа башлай, мәктәп йылдарында уҡ шағир булып таныла.[3] Фазу авар һәм рус телдәрендә яҙа. Ун ете йәшлек Фазуҙың шиғырҙары тәүге тапҡыр 1949 йылда «Большевик гор» гәзитендә, һуңыраҡ «Дағстан комсомолецы» гәзитендә һәм авар телендә «Дружба» журналында баҫылып сыға. Тәнҡитселәрҙе ул саҡта яңы башлаусы шағир һәм яҙыусы үҙенең сағыу һәм үҙенсәлекле һәләте менән хайран ҡалдыра. Фазу Алиева « шиғриәт кешенең таҙарта, уны сағыуыраҡ, изге күңелле һәм юғарыраҡ итә», тип иҫәпләй.[4]
1954-1955 йылдарҙа Дағстан ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институтына уҡырға инә.
1961 йылда А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлай.
СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Дағстан Милли Фәндәр академияһы академигы була[5].
Уның шундай фраза-мөрәжәғәте билдәле: «.Тормошта төрлө нәмә була — кешеләр бер-береһен яратмаҫҡа, үҙ-ара талашырға мөмкин. Ләкин бер ҡасан да бер-берегеҙгә атмағыҙ. Донъяла быны бер нәмә лә аҡлай алма»[6]
Донъяның 68 теленә тәржемә ителгән 102-нән ашыу шиғри һәм прозаик китаптар, шул иҫәптән «Тыуған ауыл», «Тауҙар законы», «Глаза добра», «Яҙғы ел» (1962), «Радугу раздаю» (1963), «Мгновенье» (1967) шиғри йыйынтыҡтары «На море» (1961), «В сердце каждого — Ильич» (1965), «Судьба» романы (1964), «Тавакал», или Отчего седеют мужчины" поэмаһы авторы, «Родовой герб», «Восьмой понедельник» романдары хәҙерге Дағстан тормошо тураһында. Шиғырҙары рус теленә тәржемә ителгән — «Зәңгәр юл» (1959), «Ташта семәрләү» (1966), Ун һигеҙенсе яҙ (1968) йыйынтыҡтары (1968)[7].
1950—1954 йылдарҙа мәктәптә уҡытыусы булып эшләй.
1962 йылда Дағстан уҡыу-педагогика әҙәбиәте нәшриәтенең мөхәррире
1971 йылда — «Женщина Дагестана» журналының баш мөхәррире.
15 йыл дауамында Дағстан Юғары Советы рәйесе урынбаҫары була.
1971 йылдан — Дағстан тыныслыҡты һаҡлау комитеты һәм Дағстан совет тыныслыҡ фонды бүлеге рәйесе, Бөтә донъя тыныслыҡ советы ағзаһы.
Фазу шағир-йырсы, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар популярлыҡ яулай: 1980 йылда «Песня года» фестивале финалына Эдита Пьеха башҡарыуында «Придумай такое мне имя» тигән йыр сыға[8][9].
Рәсәй йәмәғәт палатаһы ағзаһы (2006 йылға тиклем)[10].
Тел һәм әҙәбиәт институтының ҡулъяҙма фонды мөдире Мариза Магомедова Фазу Алиеваның ижади мираҫы хаҡында былай тине: «Ул бөтә ғүмерен кешене, Ватанды маҡтауға арнаны. Уның ижадының төп темалары — һуғыш һәм тыныслыҡ, хеҙмәт һәм хәрби батырлыҡ темалары. Бәләкәй ауылдан Гиничутль ҡыҙыҡайы үҙенең тыуған ергә, халыҡҡа, тыныслыҡҡа һөйөүе хаҡында һөйләп, донъяны яуланы»[7].
Фазу Алиеваға «Работница», «Огонёк», «Крестьянка», «Советская женщина», «Знамя» журналдары премиялары тапшырылды. Шулай уҡ Дағстан Республикаһының әҙәбиәт өлкәһендәге «Вечный огонь» шиғырҙар китабы өсөн премияһы тапшырылды. Уның «Комок земли ветер не унесёт» китабы Н. Островский исемендәге премияға лайыҡ булды.
Махачкаланың Дуҫлыҡ скверында Фазу Алиеваға һәйкәл асыла.
Фазу Алиеваның китаптары суахили, тамил, кхмер, һинд, инглиз, немец, швед, чех, француз, испан, поляк, япон һәм башҡа телдәрҙә баҫылып сыға[12]