Аконкагуа
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Аконка́гуа (исп. Aconcagua) — Анд тауҙарында иң бейек түбә, Чили сигенән 15 км алыҫлыҡта Аргентинаның Мендоса провинцияһы территорияһында урынлашҡан. Уның бейеклеге диңгеҙ кимәленән 6960,8 м тәшкил итә[2]. Азиянан ситтә донъялағы иң бейек түбә, шулай уҡ ул Аргентина, Көньяҡ Америка, көнбайыш һәм көньяҡ ярымшарҙың иң бейек нөктәһе булып тора. Аконкагуа «Ете түбә» исемлегенә инә, уның рәсми булмаған атамаһы — «Колосс Америки» (исп. Coloso de América).
Аконкагуа | |
---|---|
исп. Aconcagua | |
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 6960,8 м |
Сағыштырмаса бейеклегеа | 6961[1] м |
Беренсе күтәрелеү | 14 ғинуар 1897 йыл, Маттиас Цурбригген |
Урынлашыуы | |
32°39′11″ ю. ш. 70°00′44″ з. д.HGЯO | |
Страна | |
Тау системаһы | Анд тауҙары |
Тау һырты йәки массив | Төп Кордильера |
Аконкагуа Викимилектә |
Тауҙың башына тәүге тапҡыр 1897 йылдың 14 ғинуарында Маттиас Цурбригген күтәрелә. Бер айҙан һуң Аконкагуаға араларында Цурбригген булған ике экспедицияның ағзалары менә.
Тау атамаһының килеп сығышының төрлө версиялары бар. Уларҙың береһенә ярашлы, ул араукано теленән Aconca-Hue фразаһынан килә, йәғни Аконкагуа йылғаһына ҡарата тауҙың урынлашыуына һылтанма булып тора һәм тәржемә буйынса икенсе яғынан килеү тигәнде аңлата[3]. Башҡа версияларға ярашлы, уның атамаһы кечуа теленән килергә мөмкин: Ackon Cahuak (Таш һаҡсы, йәки Таш һаҡсыһы), йәки Anco Cahuac (Аҡ һаҡсы)[4], йә Aqun qhawaq (Үҙ ҡомдарына ҡараусы)[5]. Тағы тауҙың исеме аймара телендәге Janq’u Q’awa (Аҡ шишмә)[6] йәки Kon-Kawa (Ҡарлы түбә; Мендоса провинцияһында йәшәүсе индеецтар (аймара) тауҙы шул атама менән йөрөтәләр)[4] һүҙбәйләнештәренән килә тигән фекерҙәр бар.
Аконкагуа тауы - Анд тауҙары сылбырының, атап әйткәндә, Төп Кордильер һыртының бер өлөшө. Аргентина-Чили сигенән көнсығышҡа табан 12 км алыҫлыҡта Мендоса провинцияһында урынлашҡан[7][8]. Түбә Аконкагуа милли паркы территорияһына керә. Аконкагуа провинцияның баш ҡалаһынан көнбайышҡа табан 110 км, Сантьягонан төньяҡ-көнсығышҡа табан 105 км һәм Буэнос-Айрестан 1100 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Лас-Куэвас ауылы тауға иң яҡын торама пункт булып тора — 18 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Тауҙа бик күп боҙлоҡтар бар, уларҙың иң ҙурҙары - төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш[9].
1956 йылда Буэнос-Айрес университеты ғалимдары билдәләгән тауҙың бейеклеге 6959 метр тәшкил итә. Аргентина Милли географик институты ғалимдары төркөмөнөң 2011 һәм 2012 йылдарҙа яңы технологиялар ҡулланыу менән үткәрелгән үлсәүҙәре тау бейеклеген диңгеҙ кимәленән 6960,8 м булыуын теркәгән[2][10].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.