Абдулла (Илеш районы)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Абдулла (рус. Абдуллино) — Башҡортостан Республикаһының Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 285 кеше була[2]. ОКАТО коды — 80230826002.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...
Абдулла
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Иғмәт ауыл Советы (Илеш районы)
Халыҡ һаны 285 кеше (2010)[1]
Почта индексы 452282
Thumb
Ябырға

Дөйөм мәғлүмәт

Иғмәт ауыл Советына ҡарай. Район үҙәге Үрге Йәркәйҙән көньяҡ-көнсығышҡа 20 км һәм Бүздәк тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 102 км алыҫлыҡта, Наҙы йылғаһы (Кеүәш йылғаһының ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1117 кеше; 1920 — 1320; 1939 — 879; 1959 — 651; 1989 — 340; 2002 — 326; 2010 — 285 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Тарихы

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1718 йыл керҙәшлек килешеүе буйынсаса типтәрҙәр нигеҙ һала. 1795 йылда 200 кеше йәшәгән, 1865 йылда 112 йортта — 621 кеше. Игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне, 25 кибет булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 йыл мәсет, мәҙрәсә, бакалея һәм һыра кибете теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. Т. Л. Рахманов, Ә. Л. Рахманов, З. И. Сәйетғәлиев ошо ауылда тыуған.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар87939748245,254,8
1959 йыл 15 ғинуар66828238642,257,8
1970 йыл 15 ғинуар65029135944,855,2
1979 йыл 17 ғинуар46119426742,157,9
1989 йыл 12 ғинуар34014020041,258,8
2002 йыл 9 октябрь32615317346,953,1
2010 йыл 14 октябрь28513814748,451,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй): 20 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Иғмәт): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 102 км

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.