From Wikipedia, the free encyclopedia
Абдулла ауыл Советы — ауыл биләмәһе, Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районындағы муниципаль берәмек. Совет власының урындағы идара органы булараҡ 1919 йылда төҙөлгән, 2005 йылдан ғәмәлдәге статусында. Административ үҙәге — Абдулла ауылы[11]. Төньяҡтан Свердловск өлкәһенең Красноуфимск районы, көнсығыштан һәм өлөшләтә көньяҡтан Мәсетле районының Оло Аҡа ауыл Советы, көнбайыштан һәм өлөшләтә көньяҡтан Дыуан районы Мәтәле ауыл Советы менән сиктәш.
Абдулла ауыл Советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәк | Абдулла[1] |
Административ-территориаль берәмек | Мәсетле районы |
Халыҡ һаны |
674 кеше (1 ғинуар 2018)[2], 564 кеше (2002)[3], 784 кеше (2009)[3], 691 кеше (2010)[4], 718 кеше (2012)[5], 735 кеше (2013)[6], 713 кеше (2014)[7], 710 кеше (2015)[8], 705 кеше (2016)[9], 677 кеше (2017)[10] |
Административ рәүештә бүленә | Абдулла, Жвакин һәм Ключевой |
1919 йылдан 1957 йылға тиклем үҙаллы Абдулла ауыл советы булараҡ билдәле. Совхоздарҙы эреләтеү барышында Александр Матросов исемендәге колхоз ерҙәре «Мәсәғүт» совхозына, Абдулла ауыл Советы Әләгәҙ ауыл Советына ҡушыла.
1965 йылда «Мәсәғүт» совхозның Әй йылғаһының уң ярында урынлашҡан 1-се, 2-се, 3-сө, 4-се, 5-се бүлексәләренән «Әй» совхозы төҙөлә, хәҙерге Аббдулла ауыл Советана ҡараған ауылдар Оло Аҡа ауыл Советына ҡушыла.
1930 йылда ауыл Советы биләмәһендә Крахали хуторы һәм Төңгөлдә ауылы теркәлгән, 1963 йылда улар рәсми бөтөрөлгән.
1996 йылда Оло Аҡа ауыл Советы составынан Абдулла, Ключевой, Жвакин ауылдары сығарыла һәм яңынан тергеҙеләгән Абдулла ауыл Советына индерелә.
2005 йылда «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Закон» менән ауыл биләмәһе статусы бирелә.[11].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.