Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Әбдрәшитов Хәмзә Зәки улы (5 июнь 1954 йыл) — СССР һәм Рәсәй хирургы, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы, уйлап табыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1991). 1997 йылдан — Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы.
Фәнни тикшеренеүҙәре ашҡаҙан һәм бөйән эсәге сей яра ауырыуҙарын хирургик дауалау ысулдарын камиллаштырыуға, анастомоз зоналарында ҡан микроциркуляцияһын өйрәнеүгә (ашҡаҙан-эсәк соустье) арналған. Мини-лапаротомия ысулдарын дауалау практикаһына индереү инициаторҙарының береһе.
Хәмзә Зәки улы Әбдрәшитов 1954 йылдың 5 июнендә Башҡорт АССР-ының Федоровка районы Ҡораласыҡ ауылында тыуған). 1978 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай (1978), 1996 йылда кандидатлыҡ, 2000 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1978 йылдан — Ишембай ҡалаһындағы «Ишембайнефть» нефть-газ сығарыу идаралығының медицина-санитария бүлегендә хирург, травматолог. 1984 йылдан — Ишембай үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире. 1986 йылдан — Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһының баш табибы.
1997 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы.
1999 йылдан — Республика клиник дауаханаһы баш табибының хирургия буйынса урынбаҫары. 2001 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университетының госпиталь хирургияһы кафедраһы профессоры, 2002 йылдан — республика кардиология диспансерының баш табибы, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта.
Ишембай ҡалаһында эшләү дәүерендә уның туранан-тура ҡатнашлығында ИЗТМ (Ишембай транспорт машиналары эшләү заводы) медицина-санитар бүлеге, дауалау-физкультура диспансеры төҙөлә, берләштерелгән балалар дауаханаһының филиалы, психо-неврологик диспансер асыла[1].
Республика кардиология диспансерында баш табип булып эшләгәнендә республика өсөн уникаль операциялар эшләй[2]. 2002—2005 йылдарҙа республика кардиология диспансерында медицина фәндәре докторы Әбдрәшитов Хәмзә Зәки улы етәкселегендә матди-техник база, диагностик һәм дауалау-профилактика хеҙмәте артабан үҫеш ала[3]
110-дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.
Ҡайһы бер хеҙмәттәре
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.