![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/c/c3/YouTube_Upload_in_Opera_at_Linux_Mint.png/640px-YouTube_Upload_in_Opera_at_Linux_Mint.png&w=640&q=50)
YouTube
видеохостинг сервисы / From Wikipedia, the free encyclopedia
YouTube (МФА: [juːt(j)uːb][1]; ингл. you һүҙенән — «һин», «һеҙ» һәм жарг. ингл. tube — «торба», «телевизор»; «Ютуб» йәки «Ютьюб» тип әйтелә[2]) — ҡулланыусыларға видеояҙмаларҙы һаҡлау, ебәреү һәм күрһәтеү хеҙмәттәрен тәҡдим итеүсе видеохостинг. Ҡулланыусыларҙың теге йәки был видеояҙмаларҙы өҫтәү, ҡарау, дуҫтар менән бүлешеү һәм видеоларға комментарийҙар яҙыу мөмкинлектәре бар. Ябай һәм уңайлы файҙаланыу мөмкинлектәре арҡаһында YouTube донъялағы иң популяр видеохостингы булып тора һәм кереүселәрҙең һаны буйынса сайттар араһында өсөнсө урынды биләй[3]. 2012 йылдың ғинуарында сайтта көндәге видеояҙмаларҙың ҡарауҙар һаны 4 млрд-ҡа барып етә[4]. Сайтта профессионалдар һәм һәүәҫкәрҙәр төшөргән фильмдар һәм клиптар күрһәтелгән. «Российская газета» мәғлүмәттәре буйынса, сервис аудиторияһының 2%-ын, йәғни 51 миллион кешеһен, Рәсәй Федерацияһы граждандары тәшкил итә[5].
YouTube, LLC | |
![]() | |
![]() | |
Тип |
Google компанияһының филиалы |
---|---|
Нигеҙләнгән |
2005 |
Нигеҙләүсе |
Стив Чен |
Уранлашыуы |
Сан-Бруно (Калифорния, АҠШ) |
Төп фигуралар |
Сьюзан Войцицки (CEO) |
Тармаҡ |
Интернет, видеохостинг |
Материнская компания |
Google (2006 йылдан алып) |
Сайт | |
![]() | |
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/0/0c/901cherryave.jpg/640px-901cherryave.jpg)