WikiLeaks
From Wikipedia, the free encyclopedia
WikiLeaks (МФА: [ˈwɪkiliːks]; от ингл. wiki и leak — «утечка») — коммерцияға ҡарамаған халыҡ-ара ойошма[3], аноним сығанаҡтарҙан алынған йәки һарҡылып сыҡҡан йәшерен мәғлүмәттәрҙе баҫтырыусы ойошма.[4]. Sunshine Press ойошмаһы 2006 йылда сайтты асыусылар[5] сайт эшләгән тәүге йылда 1,2 миллион документтан торған мәғлүмәт базаһы булдырғанын хәбәр итә[6]. WikiLeaks ойошмаһына нигеҙ һалыусы, баш редакторы һәм директоры— Австралия интернет-журналисы һәм телетапшырыуҙар алып барыусы Джулиан Ассанж[7]. Джулиан Ассанждың партнерҙары — Кристин Храфнсон, Джозеф Фаррелл, Метью Харсфорд һәм Сара Харрисон. Храфнсон Ассанж менән бер рәттән Sunshine Press Productions ағзаһы ла булып тора[8].
WikiLeaks | |
URL: | |
---|---|
Коммерция: |
Нет |
Сайт тибы: |
Хранилище документов |
Теркәлеү: |
Отсутствует |
Теле: |
английский; доступны переводы отдельных депеш |
Милексе: |
The Sunshine Press[1] |
Автор: |
Джулиан Ассанж |
Эшләй башлаған: | |
Ағымдағы статус: |
Активен |
WikiLeaks Викимилектә |
Был сайтта навигация өсөн HTTPS протоколын ҡулланып һаҡланған инергә рөхсәт алырға була. Wikileaks—вики-сайт түгел: тейешле рөхсәт алмаған кешеләр уның эстәлеген үҙгәртә алмай. Ләкин «редакция»ға мәғлүмәт ебәргән һәр кем аноним мәғлүмәт сығанағы булып иҫәпләнә ала.