1989 йылғы революциялар
From Wikipedia, the free encyclopedia
1989 йылғы антикоммунистик революциялар (көнбайыш илдәрендә «Милләттәр көҙө»[1] термины ҡулланыла, Ҡытай тарихнамәһендә — «Көнсығыш Европа илдәрендә ҡырҡа үҙгәрештәр»[2]) — совет үҙгәртеп ҡороуы тыуҙырған сәйәси һәм ижтимағи процесс, 1989 йылдың көҙөндә Үҙәк һәм Көнсығыш Европала социалистик йүнәлешле илдәрҙә бара, был уларҙың барыһында ла властың алмашыныуына килтерә.
1989 йылғы революциялар | |
Дәүләт |
Народная Республика Болгария[d] Германия Демократик Республикаһы Венгерская Народная Республика[d] Польша Халыҡ Республикаһы[d] Социалистическая Республика Румыния[d] Чехословак Социалистик Республикаһы[d] |
---|---|
Ваҡиға ваҡыты | 1989 |
Башланыу датаһы | 9 март 1989 |
Тамамланыу датаһы | 27 апрель 1992 |
1989 йылғы революциялар Викимилектә |
Бер нисә йыл дауамында совет яҡлы режимдар ҙа (Польша, ГДР, Чехословакия, Болгария) һәм күп векторлы сәйәсәт алып барыусылар (Венгрия һәм Румыния, һуңғыһында властың алмашыныуы көс ҡулланыу ярҙамында була), шулай уҡ Албанияның советтарға ҡаршы режимы ла ҡолатыла. Көнсығыш Европала булған үҙгәрештәр коммунистик режимдарҙың ҡолатылыуын, Югославияның һәм Советтар Союзының тарлыуын, Варшава килешеүе Ойошмаһының һәм Үҙ-ара Иҡтисади Ярҙам Советының (СЭВ) таралыуын һиҙелерлек тиҙләтә.